Пляж футболы буйынса Рәсәй йыйылма командаһы
Пляж футболы буйынса Рәсәй йыйылма командаһы — пляж футболы буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа Рәсәй исеменән сығыш яһаусы милли команда. 2011, 2013 һәм 2021 йылдарҙа өс тапҡыр донъя чемпионы.
Тарихы
1996 йылда рәсми булмаған донъя чемпионатында рәсми футбол структураларында тормаған йыйылма команда ҡатнаша. Уның составында Вагиз Хидиятуллин, Николай Васильев, Ренат Атауллин, Андрей Якубик, Андрей Калайчев, ҡапҡасы Вячеслав Чанов була. Йыйылма команда Италиянан 1:5 һәм АҠШ-тан 3:4 иҫәбе менән еңелә, ә Аргентинаны 3:1 иҫәбе менән еңә[2][3][4].
2007 йылда Рәсәй йыйылма командаһы пляж футболының Европа лигаһында сығыш яһай һәм бронза миҙал яулай һәм шуның менән 2007 йылғы донъя чемпионатына саҡырыла.
2010 йылда футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы Европа кубогы финал матчында Португалия йыйылма командаһын 6:4 иҫәбе менән еңә һәм үҙ тарихында беренсе тапҡыр кубок яулай.
2012 йылдың февралендә Европа кубогын икенсе тапҡыр яулай. Турнир 17 — 18 февралдә Мәскәүҙә үтә. 2019 йылда Рәсәй йыйылма командаһы Санкт-Петербургта үткән пляж футболы буйынса турнирҙа еңә. 2021 йылғы донъя чемпионатында өс тапҡыр донъя чемпионы булыуға ирешә.
Ҡаҙаныштары
Иҫкәрмәләр
- ↑ Итоги-2011. Пляжный футбол. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2012. Архивировано 7 май 2012 года.
- ↑ Мир в песке. Первый блин России - BSRussia. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2018. Архивировано из оригинала 9 ноябрь 2018 года.
- ↑ История пляжного футбола - Все о пляжке - Блоги - Sports.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2018. Архивировано 20 апрель 2019 года.
- ↑ Россия - Чемпионат мира-1996 - Пляжный футбол - BSRussia. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2018. Архивировано из оригинала 9 ноябрь 2018 года.