Петровский (стадион)

«Петровский» (1992 йылға тиклем — В. И. Ленин исемендәге стадион) стадион, Санкт-Петербургта урынлашҡан стадион.

Кесе Нева һәм Ждановка йылғаһы араһында урынлашҡан. Петроград яғы менән уны Жданов күпере тоташтыра. Тамашасылар трибуналары 20 985 кешене һыйҙыра[2]. Яҡындағы метро станцияһы - Спортивная.

1994—2017 йылдарҙа ««Зенит»» клубының өй һәм 2017 йылдан резерв стадионы, 2017/18 йылдар миҙгелендә ««Тосно»» футбол клубының өй аренаһы, 2021/22 йылдар миҙгелендә «[[Ленинградец (футбол клубы)|«Ленинградец» футбол клубына күсә.

Тарихы

undefined

Был урында беренсе стадион 1924—1925 йылдарҙа төҙөлә һәм 1933 йылда яңыртыла: ағас трибуналар ҡуйыла, трибуналарҙың һыйҙырышлығы 10 меңдән 25 мең урынға тиклем арта.

1933 йылдың июлендә «Ленин» стадионы майҙанында тәүге халыҡ-ара уйын була: Ленинград командаһы Төркиә командаһын ҡабул итә (2:2).

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында стадион емерелә: ағас трибуналарҙың бер өлөшө янып бөтә, икенсе өлөшөн 1942 йылдың һалҡын ҡышында ҡала халҡы утын өсөн һүтеп ала.

Тик 1957—1961 йылдарҙа ғына архитекторҙар Н. В. Баранов, О. И. Гурьев һәм В. М. Фромзель проекты буйынса стадион яңыртыла. Тәүге реконструкция проектына ярашлы, стадионды 26 000 м² майҙанлы тимер-бетон ҡыйыҡ менән ябыу күҙаллана[3], ләкин ваҡыттағы уникаль ҡоролма төҙөлмәй ҡала. Шуның арҡаһында Ленин исемендәге стадион илдең еңел атлетика үҙәктәренең береһенә әйләнә. 1968 йылда беренсе тапҡыр ағалы-ҡустылы Знаменскийҙар мемориалын ҡабул итә, ә 1970 йылдың июлендә бында еңел атлетика буйынса СССР-АҠШ матчы була.

Еңел атлетика буйынса ярыштарҙан тыш, 1960—80-се йылдарҙа Ленин исемендәге стадионда регби, үлән хоккейы буйынса чемпионат матчтары үткәрелә. Стадионда шулай уҡ Бөтә Союз чемпионатының түбәнге лигаларында сығыш яһаған «Динамо» футбол командаһы уйнай.

1992 йылда стадион «Петровский» тип үҙгәртелә, 1994 йылда унда «Изге ихтыяр уйындары» үткәрелә. Был ярыштар үткәреү өсөн стадион ремонтлана. Киләһе йылда трибуналарға пластик ултырғыстар ҡуйыла, ә ялан электр йылытыу менән йыһазландырыла[4].

1994—2017 йылдарҙа «Зенит» футбол клубының үҙ стадионы була. 2019 йылда төп аренаны Рәсәй йәштәр футбол командаһы файҙаланыла. Команданың өлкән тренеры Александр Кержаков стадиондың үлән торошон тәнҡитләй[5]. 27 августа яңы үлән ултыртыла, август аҙағында йүгереү юлдарын алмаштырыу буйынса эш башлана[6].

Еңел атлетика буйынса ҡала ярыштарынан тыш, стадионда 2021 йылдың сентябрендә регби буйынса Европа чемпиондары кубогы үтә. 2022 йылдың 11 майында футбол стадионға ҡайта: май һәм июнь айҙарында «Ленинградец» ФНЛ-2 чемпионатының өс матчын үткәрә[7][8], 2022/23 йылдар миҙгелен бында башлай[9].

Футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы матчтары

2005 йылдың 4 июнендә стадионда Рәсәй йыйылма командаһының 2006 йылғы донъя чемпионатына һайлап алыу турнирында Латвия йыйылма командаһы менән тәүге рәсми уйыны үтә. Артабан Рәсәй йыйылма командаһы: Эстония (11.10.2006), Андорра (2.06.2007), Лихтенштейн (5.09.2009), Әрмәнстан (04.06.2011), Израиль (10.09.2013) менән рәсми матчтар үткәрә.

Иптәштәрсә матч

20 август 1997
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй 0:1 (0:0) Югославия Югославия флагы(1945—1991)
Голдар Йоканович Гол 87′ (пен.)
Стадион: «Петровский», Санкт-Петербург
Тамашасылар: 9 000
Судья: Flag of Finland.svg Микко Вуорела

УЕФА зонаһының 3 төркөмө матчы

4 июнь 2005
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй 2:0 (0:0) Латвия Латвия
Аршавин Гол 56′
Лоськов Гол 78′ (пен.)
Голдар
Стадион: «Петровский», Санкт-Петербург
Тамашасылар: 21 575
Судья: Франция флагы (1976—2020) Эрик Пуля

E төркөмө матчы

11 октябрь 2006
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй 2:0 (0:0) Эстония Эстония
Погребняк Гол 78′
Сычёв Гол 90′
Голдар
Стадион: «Петровский», Санкт-Петербург
Тамашасылар: 21 500
Судья: Нидерландтар Эрик Брамхар

E төркөмө матчы

2 июнь 2007
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй 4:0 (2:0) Андорра Андорра
Кержаков Гол 8′15′49′
Сычёв Гол 71′
Голдар
Стадион: «Петровский», Санкт-Петербург
Тамашасылар: 22 500
Судья: Норвегия флагы Томми Шервен

УЕФА зонаһының 4-се төркөм матчы

5 сентябрь 2009
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй 3:0 (3:0) Лихтенштейн Лихтенштейн
В. Березуцкий Гол 17′
Павлюченко Гол 40′ (пен.)45+1′ (пен.)
Голдар
Стадион: «Петровский», Санкт-Петербург
Судья: Флаг Румынии Аугустус Вьорел Константин

Иптәштәрсә матч

11 август 2010
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй 1:0 (1:0)
Отчёт
Болгария Болгария
Широков Гол 6′ Голдар
Стадион: «Петровский», Санкт-Петербург
Тамашасылар: 17 000
Судья: Италия флагы Никола Риццоли

XIV Европа чемпионаты һайлап алыу турниры. В төркөмө

4 июнь 2011
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй 3:1 (1:1)
Отчёт
Әрмәнстан Әрмәнстан
Павлюченко Гол 26′59′73′ (пен.) Голдар Пиццелли Гол 25′
Стадион: «Петровский», Санкт-Петербург[10]
Судья: Франция флагы Стефан Ланнуа

УЕФА-ның F зонаһы матчтары

10 сентябрь 2013
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй 3:1 (0:0) Израиль Израиль
В. Березуцкий Гол 49′
Кокорин Гол 52′
Глушаков Гол 74′
Голдар Захави Гол 90+3′
Стадион: «Петровский», Санкт-Петербург
Судья: Германия флагы Мануэль Грефе

Иптәштәрсә матч

26 май 2014
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй 1:0 (0:0)
Отчёт
Словакия Словакия
Кержаков Гол 82′ Голдар
Стадион: «Петровский», Санкт-Петербург
Судьялар: Англия флагы Марк Клаттенбург

Бәләкәй спорт аренаһы

Петровский бәләкәй спорт аренаһы күрше утрауҙа, стадиондан йөҙ метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Ул 1994 йылда үткән Изгелек уйындары өсөн асыла[4]. Трибуналар 2835 урынға иҫәпләнгән[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Стадион «Петровский». Официальный сайт ФК «Зенит». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2014. Архивировано 6 июль 2014 года.
  2. 1 2 Характеристики Спортивного комплекса «Петровский». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 октябрь 2010. Архивировано из оригинала 4 октябрь 2013 года.
  3. Бетонное «небо» над стадионом. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 октябрь 2009. Архивировано 8 август 2014 года.
  4. 1 2 История Стадиона «Петровский». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 октябрь 2010. Архивировано из оригинала 20 декабрь 2016 года.
  5. Александр Кержаков о стадионе «Петровский»: «Поле сгнило». spbdnevnik.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2019. Архивировано 5 август 2019 года.
  6. Футбол или легкая атлетика: для «Петровского» предстоит сделать выбор. spbdnevnik.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2019. Архивировано 17 ноябрь 2019 года.
  7. Алексей Михайлов. Футбол вернулся на «Петровский»! Как на бывшем стадионе «Зенита» прошел первый за четыре года официальный матч. sportsdaily.ru (12 май 2022).
  8. Календарь. fc-leningradec.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июнь 2022. Архивировано 20 май 2022 года.
  9. Возвращаемся на фартовый «Петровский»! fc-leningradec.ru (23 июль 2022).
  10. Россияне примут Армению в Санкт-Петербурге. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июнь 2013. Архивировано 9 июль 2014 года.

Әҙәбиәт

  • Ясный Г. В. Стадион имени В. И. Ленина, в его кн.: Спортивные сооружения XXII Олимпиады. — М., 1984.

Тема буйынса өҫтәмә