Лоськов Дмитрий Вячеславович
Дмитрий Вячеславович Лоськов (1974 йылдың 12 феврале[1], Ҡурған) — совет һәм Рәсәй футболсыһы; Рәсәй футбол тренеры. Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһай, 2004 йылда Европа чемпионатында ҡатнаша. Лосков үҙенең уңыштарының күбеһен Мәскәүҙең «Локомотивы» составында өлгәшә: был клубта ярымһаҡсы булып уйнап, капитан була һәм ике тапҡыр Рәсәй чемпионы (2002 һәм 2004), ике тапҡыр иң яҡшы бомбардир (2002, 2003) һәм дүрт тапҡыр иң яҡшы ассистент (2002—2004, 2006 йылдар Рәсәй чемпионаты) була.
«Локомотив» күп һанлы рекорд ҡуя, улар өсөн 2007 йылда lokomotiv.info сайты тарафынан булдырылған йыллыҡ «Кеше һәм локомотив» премияһына лайыҡ була[2].
Рәсәйҙең спорт мастеры. "Локомотив"та йәштәр футболын үҫтереү буйынса етәксе урынбаҫары булып эшләй.
Биографияһы
Дмитрий Вячеславович Лосков 1974 йылдың 12 февралендә Ҡурған ҡалаһында тыуған.
Уйынсы карьераһы
«Ростсельмаш»
Ҡурған ҡалаһының 3-сө йәштәр спорт мәктәбендә (1983—1989 йылдарҙа) футбол уйнай башлай[3]. 1990 йылда 9-сы класты тамамлағас, Дондағы Ростов ҡалаһының спорт гимназия-интернатына күсә. 1991 йылда «Ростсельмаш» менән килешеү төҙөй. 1992 йылдың 2 июлендә Рәсәй чемпионатында дебют яһай[4][5].
«Локомотив»
1996 йылда Мәскәү Локомотивына күсә. Уның составында тәүге уйыны1997 йылдың 16 мартында «Балтика»ға ҡаршы була[6]. Клуб менән ул 4 тапҡыр Рәсәй кубогын яулай, ике тапҡыр Рәсәй чемпионатында еңә һәм ике тапҡыр чемпионаттың иң яҡшы бомбардиры була. Клуб өсөн ул Рәсәй чемпионатында 306 осрашыу үткәрә, 97 туп индерә. Командала ун йыл уйнай.
«Сатурн»
2007 йылдың 5 июлендә «Сатурн» менән 3 йылға килешеү төҙөй. Клубта төрлөсә менән уйнай. 2010 йылдың йәйендә команданың баш тренеры Андрей Гордеев Лосков килешеүҙең оҙайтылмауы хаҡында белдерә[7].
Ҡабаттан "Локомотив"та
2010 йылдың 27 июлендә Лосков «Локомотив» менән 2010 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыу мөмкинлеге шарты менән килешеү төҙөй[8]. Декабрь аҙағында контракт 2012 йылдың йәйенә тиклем оҙайтыла.
2011/12 йылдар миҙгеле йомғаҡтары буйынса «Локомотив» көйәрмәндәренең «United South» берләшмәһе Дмитрий Лосковҡа «Ҡорос рельс» премияһын тапшыра[9].
2012/13 йылдар миҙгеле аҙағында клуб уйынсы менән килешеүҙе яңыртмай һәм Лосковҡа йәштәр командаһы йәки «Локомотив-2» тренерҙар штабына инергә йә селекционер вазифаһын тәҡдим итә. Был тәҡдимдәр Лосковҡа оҡшамай. Футболсы башҡа клубтарҙан тәҡдимдәр көтә[10]. Әммә тәҡдимдәр булмай.
2017 йылдың 24 февралендә «Локомотив» Лосковты Рәсәй чемпионатында ҡатнашыу өсөн уның менән 2016/17 йылдар миҙгеле аҙағына тиклем килешеү төҙөй[11].
2017 йылдың 3 майында Лосков «Локомотив» менән хушлашыу матчы үткәрә. 43 йәшлек Лосков — Рәсәйҙең 20 чемпионатында ҡатнашҡан тәүге футболсы. Лосковтың 10 һанлы майкаһы «Локомотив» музейына тапшырыла.
Тренер карьераһы
"Локомотив"та
2016 йылдың 18 авгусында Юрий Семин "Локомотив"тың баш тренеры итеп тәғәйенләнгәс, Лосков уның тренерҙар штабына саҡырыла. 2018 йылда Pro лицензияһын ала[12]. Ул шулай уҡ команданы 2020 йылдан 2021 йылға тиклем етәкләгән Марко Николич етәкселегендәге тренерҙар штабы составында була[13]. Серб тренеры менән килешеү өҙөлгәндән һуң, команданың баш тренеры вазифаһын башҡарыусы булып эшләй (2021 йылдың 5 октябренән 10 октябренә тиклем)[14]. Маркус Гисдоль клубҡа килгәндән һуң, Лосков та уның төркөмөнә ҡушыла[15]. 2022 йылдың 2 мартынан 4 апреленә тиклем Дмитрий Лосков киткән Гисдоль урынына "Локомотив"тың баш тренеры вазифаһын башҡарыусы итеп ҡуйыла[16].
2022 йылдың июнендә "Локомотив"та йәштәр футболын үҫтереү етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[17].
2022 йылдың 5 апрелендә «Локомотив» Лосковтың төп команда тренерҙары штабынан китеүе тураһында иғлан итә. Быйыл 16 октябрҙә «Локомотив» Лосковтың команданың тренерҙар штабына ҡайтыуы тураһында хәбәр итә.
Ҡаҙаныштары
Командала уйынсы булараҡ
- Рәсәй чемпионы (2): 2002, 2004
- Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (3): 1999, 2000, 2001
- Рәсәй чемпионатының бронза призеры (3): 1998, 2005, 2006
- Рәсәй кубогы еңеүсеһе (3): 1999/00, 2000/01, 2006/07
- Финалсы: 1997/1998
- Футбол буйынса Рәсәй суперкубогы еңеүсеһе (2): 2003, 2005
- Берләшмә чемпиондары кубогы еңеүсеһе: 2005
Тренер булараҡ
- Рәсәй чемпионы (1): 2017/2018
- Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (1): 2018/2019
- Рәсәй кубогы еңеүсеһе (2): 2016/2017, 2018/2019
- Рәсәй суперкубогы еңеүсеһе (2): 2019
Шәхси
- Футболсыларҙан һорау алыуы буйынса Рәсәй чемпионатының иң яҡшы уйынсыһы (2): 2002, 2003[18]
- «Футбол» аҙналығы буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы уйынсыһы (2): 2002, 2003
- «Спорт-Экспресс» гәзите мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы уйынсыһы (2): 2002, 2003
- Рәсәй чемпионатының иң яҡшы 33 футболсыһы исемлегендә (10): № 1 — 2002—2004, 2006; 2-се һанлы — 1999—2001, 3-сө — 1996, 1997, 2005 йй.
- Рәсәйҙең 100 гол индереүсе клубы һәм Григорий Федотов клубы ағзаһы (152 гол)
- Рәсәй чемпионатының иң яҡшы бомбардиры (2): 2000, 2003
- Рәсәй чемпионаттарында голдар һаны буйынса уйынсылар араһында 4-се урын: 120
- Рәсәй чемпионаттары тарихында иң яҡшы ассистент: 155 һөҙөмтәле тапшырыу[19]
- «Гол+пас» системаһы буйынса Рәсәй чемпионаттары тарихында иң яҡшы уйынсы: 275 мәрәй (120+155)[19]
- «Гол+пас» системаһы буйынса Рәсәй чемпионатының иң яҡшы уйынсыһы (3): 2000, 2003, 2006
- Рәсәй чемпионаттарында уйындар һаны буйынса уйынсылар араһында 3-сө урын: 448
- Рәсәй премьер-лигаһында (юғары дивизион) миҙгелдәр һаны буйынса 1-се урын — 20[20]
Сығыштар статистикаһы
Миҙгелдәр буйынса клубтарҙа
| Клуб | Миҙгел | Лига | Куботар | Европа кубоктары | Бөтәһе | ||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | ||
| Ростсельмаш | 1991 | 2 | 0 | 0 | 0 | - | - | 2 | 0 |
| 1992 | 6 | 0 | 1 | 0 | - | - | 7 | 0 | |
| 1993 | 18 | 1 | 2 | 0 | - | - | 20 | 1 | |
| 1994 | 37 | 11 | 3 | 1 | - | - | 40 | 12 | |
| 1995 | 27 | 5 | 1 | 0 | - | - | 28 | 5 | |
| 1996 | 27 | 8 | 1 | 0 | - | - | 28 | 8 | |
| Бөтәһе | 117 | 25 | 8 | 1 | — | — | 125 | 26 | |
| Локомотив | 1997 | 23 | 6 | 0 | 0 | 4 | 2 | 27 | 8 |
| 1998 | 18 | 4 | 3 | 0 | 6 | 0 | 27 | 4 | |
| 1999 | 28 | 14 | 2 | 0 | 10 | 3 | 40 | 17 | |
| 2000 | 26 | 15 | 4 | 4 | 3 | 1 | 33 | 20 | |
| 2001 | 29 | 12 | 4 | 1 | 10 | 0 | 43 | 13 | |
| 2002 | 30 | 7 | 0 | 0 | 9 | 3 | 39 | 10 | |
| 2003 | 30 | 14 | 3 | 2 | 11 | 2 | 44 | 18 | |
| 2004 | 30 | 4 | 6 | 1 | 2 | 0 | 38 | 5 | |
| 2005 | 22 | 6 | 1 | 1 | 3 | 5 | 26 | 12 | |
| 2006 | 29 | 13 | 3 | 3 | 4 | 1 | 36 | 17 | |
| 2007 | 13 | 0 | 4 | 0 | 0 | 0 | 17 | 0 | |
| Бөтәһе | 278 | 95 | 30 | 12 | 62 | 17 | 370 | 124 | |
| Сатурн | 2007 | 15 | 1 | 1 | 0 | - | - | 16 | 1 |
| 2008 | 15 | 1 | 2 | 0 | 1 | 0 | 18 | 1 | |
| 2009 | 17 | 5 | 0 | 0 | - | - | 17 | 5 | |
| 2010 | 6 | 0 | 0 | 0 | - | - | 6 | 0 | |
| Бөтәһе | 53 | 7 | 3 | 0 | 1 | 0 | 57 | 7 | |
| Локомотив | 2010 | 13 | 1 | 0 | 0 | 2 | 0 | 15 | 1 |
| 2011-2012 | 30 | 3 | 2 | 0 | 3 | 0 | 35 | 3 | |
| 2012-2013 | 0 | 0 | 1 | 0 | - | - | 1 | 0 | |
| 2016-2017 | 1 | 0 | 0 | 0 | - | - | 1 | 0 | |
| Бөтәһе | 322 | 99 | 33 | 12 | 67 | 17 | 422 | 128 | |
| Карьерала | 492 | 131 | 44 | 13 | 67 | 17 | 604 | 161 | |
Рәсәй йыйылма командаһы өсөн матчтары
| Лоськовтың Рәсәй йыйылма командаһы өсөн матчтары | ||||||
|---|---|---|---|---|---|---|
| № | Дата | Дәғүәсе | Иҫәп | Лоськовтың голдары | Ярыш | |
| 1 | 31 май 2000 | 1:1 | - | Иптәштәрсә матч | ||
| 2 | 4 июнь 2000 | 1:0 | - | Иптәштәрсә матч | ||
| 3 | 16 август 2000 | 1:0 | - | Иптәштәрсә матч | ||
| 4 | 21 август 2002 | 1:1 | - | Иптәштәрсә матч | ||
| 5 | 7 сентябрь 2002 | 4:2 | - | 2004 йылғы Европа чемпионатына һайлап алыу | ||
| 6 | 16 октябрь 2002 | 4:1 | - | 2004 йылғы Европа чемпионатына һайлап алыу | ||
| 7 | 12 февраль 2003 | 1:0 | - | Иптәштәрсә матч | ||
| 8 | 13 февраль 2003 | 4:2 | - | Иптәштәрсә матч | ||
| 9 | 29 март 2003 | 1:3 | - | 2004 йылғы Европа чемпионатына һайлап алыу | ||
| 10 | 20 август 2003 | 1:2 | - | Иптәштәрсә матч | ||
| 11 | 15 ноябрь 2003 | 0:0 | - | 2004 йылғы Европа чемпионатына һайлап алыу | ||
| 12 | 31 март 2004 | 2:2 | - | Иптәштәрсә матч | ||
| 13 | 28 апрель 2004 | 2:3 | - | Иптәштәрсә матч | ||
| 14 | 16 июнь 2004 | 0:2 | - | Финал 2004 | ||
| 15 | 17 ноябрь 2004 | 4:0 | 1 | 2006 йылғы Европа чемпионатына һайлап алыу | ||
| 16 | 9 февраль 2005 | 0:2 | - | Иптәштәрсә матч | ||
| 17 | 26 марта 2005 | 2:1 | - | 2006 йылғы Европа чемпионатына һайлап алыу | ||
| 18 | 30 март 2005 | 1:1 | - | 2006 йылғы Европа чемпионатына һайлап алыу | ||
| 19 | 4 июнь 2005 | 2:0 | 1 | 2006 йылғы Европа чемпионатына һайлап алыу | ||
| 20 | 8 июнь 2005 | 2:2 | - | Товарищеский матч | ||
| 21 | 8 октября 2005 | 5:1 | - | 2006 йылғы Европа чемпионатына һайлап алыу | ||
| 22 | 12 октябрь 2005 | 0:0 | - | 2006 йылғы Европа чемпионатына һайлап алыу | ||
| 23 | 1 март 2006 | 0:1 | - | Иптәштәрсә матч | ||
| 24 | 27 май 2006 | 0:0 | - | Иптәштәрсә матч | ||
| 25 | 16 август 2006 | 1:0 | - | Иптәштәрсә матч | ||
Бөтәһе: 25 матч / 2 гол; 11 еңеү, 8 тигеҙ мҫәп, 6 еүелеү.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Dmitri Loskov // Transfermarkt (билдәһеҙ) — 2000.
- ↑ Дмитрий Лоськов — Человек и Паровоз!, lokomotiv.info. 8 май 2015 тикшерелгән.
- ↑ Лица Зауралья. ЛОСЬКОВ Дмитрий Вячеславович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2019. Архивировано из оригинала 25 март 2019 года.
- ↑ Лоськов дебютирует за Ростсельмаш. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 август 2013. Архивировано из оригинала 19 август 2017 года.
- ↑ Лоськов дебютирует за Ростсельмаш. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 август 2013. Архивировано из оригинала 3 июнь 2017 года.
- ↑ Лоськов дебютирует за Локомотив. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 август 2013. Архивировано 29 октябрь 2013 года.
- ↑ Лоськов покидает Сатурн. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2010. Архивировано 7 июль 2010 года.
- ↑ Лоськов вернулся в Локомотив. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2010. Архивировано из оригинала 30 июль 2010 года.
- ↑ Стальной рельс 2011/12. Итоги голосования :: Новости :: UnitedSouth - Объединённый сайт болельщиков ФК "Локомотив" Москва. unitedsouth.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2021. Архивировано 26 сентябрь 2021 года.
- ↑ Дмитрий Лоськов отказался работать в «Локомотиве». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июль 2013. Архивировано 1 август 2013 года.
- ↑ «Локомотив» заявил Лоськова под 10-м номером. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2017. Архивировано 24 февраль 2017 года.
- ↑ Дмитрий Лоськов получил тренерскую лицензию категории Pro. Как это было. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2021. Архивировано 28 ноябрь 2021 года.
- ↑ Sport24: Лоськов и Пашинин войдут в тренерский штаб Николича, если серб возглавит «Локомотив». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2021. Архивировано 28 ноябрь 2021 года.
- ↑ Дмитрий Лоськов назначен и. о. главного тренера «Локомотива». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 октябрь 2021. Архивировано 5 октябрь 2021 года.
- ↑ Дмитрий Лоськов подтвердил, что он и Пашинин войдут в тренерский штаб Гисдоля. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2021. Архивировано 28 ноябрь 2021 года.
- ↑ Лоськов назначен исполняющим обязанности главного тренера футбольного клуба «Локомотив». ТАСС (2 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2022. Архивировано 2 март 2022 года.
- ↑ Наумов о Лоськове и Пашинине: «Работа с молодежью — не уровень этих легенд».
- ↑ Таблица всех лауреатов чемпионатов России по годам Архивная копия от 13 декабрь 2007 на Wayback Machine «Спорт-Экспресс», 29 декабря 2006
- ↑ 1 2 Чемпионат мира - без двух лучших в премьер-лиге (рус.), Спорт-Экспресс. 8 июнь 2014 тикшерелгән.
- ↑ Лоськов догнал Яшина с Блохиным. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2011. Архивировано 16 март 2011 года.
Һылтанмалар
- Профиль на официальном сайте ФК «Локомотив»
- Профиль на официальном сайте ФК «Сатурн» Московская область
- Биография на сайте болельщиков ФК «Локомотив» Москва
- Лоськов: «Мне сказали, что родился в рубашке». «Спорт-Экспресс», 3 июня 2005
- Лоськов: «Дружу с такими, как Евсеев». «Спорт-Экспресс», 26 мая 2006
- Лоськов: «Уходить больно и обидно» «Спорт-Экспресс», 7 мая 2007
Ҡалып:Тренеры ФК Локомотив Москва Ҡалып:Футболист года в России (Спорт-Экспресс) Ҡалып:Футболист года в России (еженедельник «Футбол») Ҡалып:Лучшие бомбардиры чемпионата России по футболу