Футбол буйынса Рәсәй кубогы
Футбол буйынса Рәсәй кубогы (рус. Ку́бок Росси́и по футбо́лу) — Рәсәй футбол союзы тарафынан йыл һайын үткәрелгән Рәсәйҙең футбол клубтары ярышы.
Кубокта профессиональ футбол клубтары, шулай уҡ өсөнсө һәм дүртенсе дивизиондарҙың һәүәҫкәр футбол клубтары (2022/23 миҙгелдән медиакомандалар ҙа) ҡатнаша ала.
Кубокта еңеүсе киләһе миҙгел башланыр алдынан суперкубокта Рәсәй чемпионы менән уйнай[1] һәм Европа лигаһында уйнау хоҡуғын ала[2].
Файл:Futball Cup-Rossia-2010.jpg
2010 йылдан алып Рәсәй кубогы (2020 йылда финал уйынынан һуң кубоктың ҡапҡасы ватыла)
Тарихы
Кубокты беренсе булып Мәскәүҙең «Торпедо» командаһы яулай. Ул — күсмә приз. Күсмә приз урынына уның күсермәһе тапшырыла. Әгәр ҙә клуб 3 тапҡыр рәттән йәки күсмә призды дөйөм алғанда 5 тапҡыр яулаһа, приз шул клубта мәңгелеккә ҡала. Быға тиклем бер команда ла өс тапҡыр рәттән кубок яулауға өлгәшә алмай.
Кубок 2000 йылда Рәсәй футбол союзы заказы буйынса эшләнә. Уның гәлсәр өлөшөн баш рәссам Вячеслав Сергеевич Зайцев проекты буйынса Гусев хрусталь фабрикаһы оҫталары эшләй.
Үткән ике тиҫтә йыл эсендә трофей байтаҡ зыян күрә һәм бер нисә тапҡыр реставрациялана.
Файл:Futball Cup-Rossia-From2010.jpg
Рәсәй кубогын яулаусылар. 2010—2014 йылдар
Хәҙерге футбол буйынса Рәсәй кубогы 2010 йылда Рәсәй футбол союзы заказы буйынса эшләнгән. Сынаяҡ көмөш тотҡалы гәлсәр һауыттан, нигеҙҙән һәм гәлсәр ҡапҡастан тора. Награданың дөйөм ауырлығы — 17 килограмм самаһы. Гәлсәр өлөшө Дятково хрусталь фабрикаһында эшләнгән, ә көмөш элементтарын «Город Н» компанияһы ювелирҙары эшләй[3]. Көмөш пластиналарға был почетлы трофейға эйә булған клубтарҙың исемдәре уйып яҙыла[4]. Ҡағиҙә булараҡ, кубок Рәсәй флагы төҫөндәге өс таҫма менән биҙәлә.
Уйнау тәртибе
Уйын төшөп ҡалыу системаһы буйынса үткәрелә. Һәүәҫкәр клубтар һәм икенсе дивизион клубтары (ПФЛ) ярышҡа дивизиондың тейешле зонаһындағы командалар һаны буйынса 1/512, 1/256 йәки 1/128 финал этабынан инә, ә түбәнге дивизион командалары өсөн турнир селтәрендә парҙар төҙөгәндә территориаль-географик принцип иҫәпкә алына. 2020/21 йылдар миҙгеленә тиклем беренсе дивизион (ФНЛ) клубтары күпселек ярыштарҙа ярышҡа 1/32 финал этабынан, ә премьер-лига клубтары 1/16 финал этабынан инә, был этаптарҙа уйындар түбәнге дивизиондан майҙандарында үтә.
Төп ваҡыт тигеҙ тамамланһа, 15 минуттан ике өҫтәмә тайм тәғәйенләнә, әгәр уларҙан һуң да еңеүсе билдәләнмәһә, матчтан һуңғы пенальти серияһы үткәрелә.
Май—июнь айҙарында үткәрелгән Кубок финалы 2008 йылға тиклем Мәскәүҙә, 2009 йылдан 2021 йылға тиклем Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында, 2022 йылдан Мәскәүҙә, Лужники стадионында уйнала.
Турнир «көҙ—яҙ»схемаһы буйынса үткәрелә.
- «Лужники», Мәскәү — 11: 1993, 1994, 1995, 1998, 1999, 2002, 2006, 2007, 2022, 2023, 2024
- «Локомотив», Москва — 4: 2003, 2004, 2005, 2008
- «Динамо», Мәскәү — 3: 1996, 2000, 2001
- «Екатеринбург Арена», Екатеринбург — 2: 2012, 2020
- «Торпедо», Мәскәү — 1: 1997
- «Арена Химки», Химки — 1: 2009
- «Олимп-2», Дондағы Ростов — 1: 2010
- «Шинник», Ярославль — 1: 2011
- «Ахмат-Арена», Грозный — 1: 2013
- «Анжи-Арена», Каспийск — 1: 2014
- «Үҙәк», Әстерхан — 1: 2015
- «Ҡазан Арена», Ҡазан — 1: 2016
- «Фишт», Сочи — 1: 2017
- «Волгоград Арена», Волгоград — 1: 2018
- «Һамар Арена», Һамар — 1: 2019
- «Түбәнге Новгород», Түбәнге Новгород — 1: 2021
Ҡаҙаныштар
| Клуб | Еңеүсе | Йылдар | Финалсы | Йылдар |
|---|---|---|---|---|
| Локомотив (Мәскәү) | 9 | 1996, 1997, 2000, 2001, 2007, 2015, 2017, 2019, 2021 | 1 | 1998 |
| ЦСКА (Мәскәү) | 9 | 2002, 2005, 2006, 2008, 2009, 2011, 2013, 2023, 2025 | 4 | 1993, 1994, 2000, 2016 |
| Зенит (Санкт-Петербург) | 5 | 1999, 2010, 2016, 2020, 2024 | 1 | 2002 |
| Спартак (Мәскәү) | 4 | 1994, 1998, 2003, 2022 | 2 | 1996, 2006 |
| Динамо (Мәскәү) | 1 | 1995 | 4 | 1997, 1999, 2012, 2022 |
| Рубин (Ҡазан) | 1 | 2012 | 1 | 2009 |
| Ростов (Дондағы Ростов) | 1 | 2014 | 1 | 2003 |
| Торпедо (Мәскәү) | 1 | 1993 | — | — |
| Терек (Грозный) | 1 | 2004 | — | — |
| Тосно (Ленинград өлкәһе) | 1 | 2018 | — | — |
| Анжи (Махачкала) | — | — | 2 | 2001, 2013 |
| Урал (Екатеринбург) | — | — | 2 | 2017, 2019 |
| Химки (Мәскәү өлкәһе) | — | — | 2 | 2005, 2020 |
| Крылья Советов (Һамар) | — | — | 2 | 2004, 2021 |
| Ротор (Волгоград) | — | — | 1 | 1995 |
| Мәскәү | — | — | 1 | 2007 |
| Амкар (Пермь) | — | — | 1 | 2008 |
| Себер (Новосибирск) | — | — | 1 | 2010 |
| Алания (Владикавказ) | — | — | 1 | 2011 |
| Краснодар | — | — | 1 | 2014 |
| Кубань (Краснодар) | — | — | 1 | 2015 |
| Авангард (Курск) | — | — | 1 | 2018 |
Бер нисә тапҡыр (2022 йылға ҡарата 16 тапҡыр) трофей эйәһе киләһе уйнатыуҙың беренсе стадияһында уҡ төшөп ҡала, тағы бер осраҡта, 2018 йылда, кубок эйәһе киләһе уйнатыу стартына сыҡмай, сөнки бүтәнсә сығыш яһамай[5][6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Бер команда беренселекте лә, Рәсәй кубогын да яулаһа, суперкубокта ҡатнашыусы икенсе команда чемпионаттың көмөш призеры буласаҡ.
- ↑ Әгәр кубок еңеүсеһе Чемпиондар лигаһының һайлап алыу йәки төркөм этабында уйнау хоҡуғын яулап өлгөрһә, Европа лигаһында уйнау хоҡуғы Рәсәй кубогы финалсыһына күсмәй
- ↑ На счастье! Почему Кубок России разбивают чаще других трофеев. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2014. Архивировано из оригинала 23 май 2014 года.
- ↑ Из чего сделан кубок. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2014. Архивировано 4 июль 2014 года.
- ↑ Загадка триумфатора Архивная копия от 11 ноябрь 2019 на Wayback Machine, sportbox, 19 июля 2011
- ↑ Сработала кубковая традиция — «Советский спорт», № 178 (20 767) от 27 сентября 2019 года, стр. 3
Ҡалып:Кубки России по футболу Ҡалып:Обладатели Кубка России по футболу Ҡалып:Национальные футбольные кубки Европы (УЕФА)