Екатеринбург Арена

Sight symbol black.svg архитектура ҡомартҡыһы (төбәк)

undefined

«Екатеринбу́рг Аре́на»[6] (2018 йылға тиклем — Үҙәк стадион) — Екатеринбургтың иң ҙур спорт объекты; 2015 йылға тиклем — күп функциялы; һуңғы реконструкциянан һуң — тик футбол стадионы.

Стадион 1953—1957 йылдарҙа төҙөлгән һәм 2006—2011 йылдарҙа реконструкциялана[7]. 2015 йылдың 7 октябренән 2017 йылдың 29 декабренә тиклем[2] яңы реконструкция үткәрелә, стадион ФИФА-ның донъя чемпионаттары талаптарына ярашлаштырыла[2][8].

Стадионда футбол буйынса 2018 йылғы донъя чемпионатының төркөм этабының дүрт уйыны үтә[9]. Чемпионат барышында стадиондың һыйҙырышлылығы 35 мең урын тәшкил итә, шул иҫәпкә йыйылмалы трибуналарҙағы урындар ҙа инә. Чемпионаттан һуң уларҙы һүтергә уйлайҙар[10], әммә улар 2023 йылғы Универсиадаға тиклем ҡала[11]. Стадион мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә һәм төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни ҡомартҡылар исемлегенә индерелгән.

Урынлашыуы

Стадион Екатеринбург ҡалаһының Үрге Иҫәт районында, ҡала үҙәгенән көнбайыштараҡ, Репин, Пирогов һәм Татищев урамдары араһында, Репин урамы, 5 адресы буйынса урынлашҡан[12].

Техник характеристикалары

2015—2017 йылдарҙа спорт комплексын реконструкциялауға ярашлы, тарихи диуарҙарға ФИФА талаптарына ярашлаштырып проектланған яңы арена өҫтәлә[4][13]. Хәрәкәтсәнлеге сикләнгән кешеләр ҙә биналарҙы ҡулланыу мөмкинлегенә эйә.

  • асыҡ уйын яланы майҙаны — 10,6 мең м²;
  • стадион майҙаны — 31 мең м²;
  • дөйөм стадион бейеклеге: 45,5 м;
  • ҡаттар һаны — 1—7 ҡат (шул иҫәптән техник ҡат);
  • матбуғат конференциялары өсөн залы булған матбуғат үҙәге;
  • футбол бүлеге: команда уйынсыларының кейенеү бүлмәләре, тренерҙар, судьялар, ФИФА делегаттары өсөн офис бүлмәләре, уйынсылар өсөн медицина бүлмәләре, допинг контроле бүлмәләре, конференц-зал һ.б.;
  • туҡланыу урындары.

Аренаның классификацияһы

РФС классификацияһы буйынса стадион «А» төркөмөнөң беренсе категорияһына тура килә[14]. УЕФА классификацияһы буйынса стадион иң юғары дүртенсе категорияға ҡарай.

Тарихы

Велодром

Стадион урынында тәүге спорт ҡоролмаһы 1900 йылда барлыҡҡа килә, Екатеринбург сауҙагәре һәм меценат Камалетдин Ағафуров Мәскәү шоссеһы янындағы буш участкала велодром төҙөй[15]. Екатеринбургта беренсе күп функциялы спорт объектын тантаналы асыу 1900 йылдың 3 (16) сентябрендә була, был көндө велосипед һәм еңел атлетика буйынса ярыш үткәрелә.

Велодромдың асылыуы Екатеринбургта спорттың башҡа төрҙәрен — еңел атлетиканы, гимнастиканы, крокетты, теннисты үҫтереүгә ярҙам итә. 1913 йылда бында футбол буйынса тәүге ярыштар — ҡала беренселеге, шулай уҡ футбол буйынса беренсе Урал чемпионаты үткәрелә[16].

Velodrom Ekaterinburg.jpg
Tennis Yekaterinburg 1913.jpg
Fußballmannschaft 1913.jpg
Corner Ekaterinburg 1913.jpg
Екатеринбург ситендәге велодром, XX быуат башы Велодромда теннис корты, 1913 Екатеринбургтың тәүге футбол командаларының береһе, 1913 Футбол матчы ваҡытында, 1913

Ленин исемендәге стадион, «Көнсығыш металлургы»

Велодром 1925 йылда ябыла, уның урынында В. И. Ленин исемендәге Урал өлкә стадионын проектлау башлана. 1928 йылдың 22 июлендә футбол яланы һәм йүгереү майҙансыҡтары булған стадион тантаналы рәүештә асыла[17]. Яңы стадиондың ағас трибуналары майҙандың көньяҡ яғында урынлаша һәм 5 мең тамашасыға иҫәпләнә[17].

1932 йылдың башында эргәләге медицина ҡаласығынын киңәйтеү өсөн стадионды һүтергә уйлайҙар[17]. Урал өлкә физкультура советы етәкселегендәге бөтә спорт йәмәғәтселеге быға ҡаршы сығыш яһауы һөҙөмтәһендә стадион урынында ҡала.

1950-се йылдар башында ҙурыраҡ стадион төҙөү ихтыяжы тыуа. Иҫке биналарҙы һүтеүҙең рәсми сәбәбе: ағас трибуналар янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәй[17].

Үҙәк стадион

Яңы стадиондың проектын Бөтә Союз проектлау институты "Промстройпроект"тың Свердловск филиалы авторҙар командаһы эшләй[18].Төҙөлөш 1953 йылда башлана һәм 1957 йылдың 26 ​​июнендә тамамлана[19].

Свердловск үҙәк стадионы файҙаланыуға тапшырылғандан һуң Советтар Союзында иң яҡшы ун спорт объекты иҫәбенә инә[20].

2018 йылғы донъя чемпионатына реконструкциялау

Тарихи диуарҙарҙы һаҡлауҙы үҙ эсенә алған проектты Финляндияның «Ханса Строй» компанияһы эшләй[21], 2006 йылдың октябрендә тәҡдим итә[22].

2011 йылдың август башына реконструкция тулыһынса тамамлана, һыйҙырышлылығы: 27 мең кеше[23].

Фотогалерея

Иҫкәрмәләр

  1. «Синара–Девелопмент» приступила к монтажно-строительным работам на Центральном стадионе Екатеринбурга. https://sinara-development.ru/. Компания «Синара-Девелопмент» — дивизиональный холдинг Группы Синара (7 октябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2018. Архивировано 4 июль 2018 года.
  2. 1 2 3 Стадион в Екатеринбурге построен. http://sportin.su/. ФГУП «Спорт-Инжиниринг» (ФГУП «Спорт-Ин») (29 декабрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2018. Архивировано 8 июль 2018 года.
  3. Стадион Екатеринбург Арена. https://rfpl.org/. Российская футбольная Премьер-Лига. РОСГОССТРАХ Чемпионат России по футболу. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2018. Архивировано из оригинала 4 июль 2018 года.
  4. 1 2 Design: Tsentralnyj Stadion – StadiumDB.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2017. Архивировано 6 сентябрь 2017 года.
  5. FIFA.com. Чемпионат мира по футболу FIFA 2018 в России™ - Место проведения - Екатеринбург. FIFA.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июнь 2018. Архивировано 10 декабрь 2017 года.
  6. Прощай, Центральный стадион: временное название «Екатеринбург Арены» решили сделать постоянным — E1.RU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2018. Архивировано 26 март 2020 года.
  7. Стадион мирового значения. «Эксперт Урал» №32 (295) (3 сентябрь 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2013. Архивировано 3 июль 2013 года.
  8. Андрей Анфиногентов. Здравствуй, Азия! Спорт-Экспресс (10 декабрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2013. Архивировано из оригинала 17 апрель 2013 года.
  9. Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2017. Архивировано из оригинала 22 ноябрь 2018 года.
  10. «Екатеринбург Арена» готовится к новой жизни. Обзор стадионов ЧМ-2018. FIFA.com (3 сентябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2017. Архивировано из оригинала 17 апрель 2017 года.
  11. Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2020. Архивировано из оригинала 26 март 2020 года.
  12. Стадионы ЧМ-2018: «Екатеринбург Арена». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2017. Архивировано 1 февраль 2019 года.
  13. Реконструкция Центрального стадиона Екатеринбурга к Чемпионату мира по футболу-2018. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2017. Архивировано 6 сентябрь 2017 года.
  14. Инвесторам — Проекты — Реконструкция Центрального стадиона (недоступная ссылка — история). Группа Синара. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2013. Архивировано 29 август 2013 года.
  15. В.П. Микитюк. Агафуров Камалетдин Хисаметдинович. Хроника. События. Люди. Спорт на Урале. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2013. Архивировано 18 июнь 2013 года.
  16. Футбол: первую сборную Екатеринбурга тренировал английский консул. Официальный портал Екатеринбурга (29 август 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2013.(недоступная ссылка)
  17. 1 2 3 4 Алексей Кокорин. Стадионы команд ФНЛ. Всё начиналось с велодрома (недоступная ссылка — история). OneDivision.ru (29 март 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2013. Архивировано 18 июнь 2013 года.
  18. Свод памятников истории и культуры Свердловской области, 2007, с. 403
  19. История: 55 лет назад в Свердловске было завершено строительство Центрального стадиона. Официальный портал Екатеринбурга (26 июнь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2013. Архивировано 18 июнь 2013 года.
  20. Спортивные сооружения в СССР, 1970
  21. Владимир Терлецкий. С футбольного поля России удаляют иностранцев. РусБизнесНьюс (27 май 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2013. Архивировано 18 июнь 2013 года.
  22. Рябова Ольга. «Синара» представила новый проект реконструкции Центрального стадиона. Екатеринбург: Деловой Квартал (9 октябрь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2013. Архивировано 7 апрель 2014 года.
  23. ФУТБОЛ. ПЕРВЕНСТВО РОССИИ. ФНЛ. 22-й тур. СВЫШЕ 25 ТЫСЯЧ ЗРИТЕЛЕЙ В ЕКАТЕРИНБУРГЕ. Газета «Спорт-Экспресс» (20 август 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 май 2013. Архивировано 13 июль 2015 года.

Әҙәбиәт

  • Свод памятников истории и культуры Свердловской области / Звагельская В. Е. — Екатеринбург: Издательский дом «Сократ», 2007. — Т. 1. — 536 с. — 7000 экз. — ISBN 978-5-88664-313-3.
  • Н. Э. Шмидт, А. С. Полеев. Спортивные сооружения в СССР. — М: «Знание», 1970. — С. 79.

Ҡалып:Чемпионат мира по футболу 2018 Ҡалып:Спортивно-концертные комплексы Екатеринбурга

Тема буйынса өҫтәмә