ВТБ Арена

«ВТБ Арена» — Мәскәүҙәге күп функциялы спорт комплексы, шул иҫәптән футбол һәм хоккей аренаһы, һүтелгән «Динамо» стадионы урынында төҙөлә. Аэропорт районында, Мәскәүҙең Төньяҡ административ округында урынлашҡан.

Стадион бер ҡыйыҡ аҫтында ике аренаны берләштерә: Лев Яшин исемендәге «Динамо» үҙәк стадионы (футбол матчы ваҡытында һыйҙырышлылығы — 25 716 кеше, концерт ваҡытында һыйҙырышлылығы — 33 000-гә тиклем кеше)[2] һәм А. И. Чернышев исемендәге универсаль «Втб Арена». Стадиондың спорт бүлеге аҫтында «Арена Плаза» сауҙа үҙәге һәм 719-ҙан ашыу машинаға ер аҫты туҡталҡаһы урынлашҡан.

ВТБ Арена парк проектының бер өлөшө булараҡ төҙөлә, ул шулай уҡ торлаҡ комплексын, бизнес-үҙәкте һәм ҡунаҡхананы үҙ эсенә ала.

2023 йылдың сентябрендә комплекс янында 570 ҡатнашыусы һәм 1 500 тамашасы һыйҙырышлы Динамо спорт Академияһы асыла[3].

undefined

Төҙөлөш

Дизайн

undefined

Тәүге концепцияны башлыса Рәсәйҙә һәм Германияла проектлаусы голланд архитекторы Эрик Ван Эгераат эшләй. Конкурста шулай уҡ «Перкинс Истман», «Популус» һәм «Геркан», «Марг һәм Партнерс» компанияларының проекттары ла ҡатнаша. Был проекттарҙағы ҡайһы бер элементтар һуңғы версияла ҡулланыла ала[4]. Яңы стадиондың һуңғы проектын Америка архитекторы Дэвид Маника эшләй[4].

Тарихы

Стадион Рәсәйҙең 2018 йылғы футбол буйынса донъя чемпионатына ғаризаһына индерелә[5]. 2012 йылдың сентябрь аҙағында ФИФА ҡабул итеүсе ҡалалар һәм стадиондар исемлеген иғлан итә, уға ВТБ Арена индерелмәй[6]. Был аҙым көтөлмәгән хәл түгел, сөнки «Лукойл Арена» 2014 йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Хаҡы

2013 йылдың июнендә «Динамо»ның попечителдәр советының элекке етәксеһе [[Степашин Сергей Вадимович|Сергей Степашин] футбол стадионы төҙөү хаҡы 9 миллиард һум тирәһе буласаҡ, тип хәбәр итә, ә проекттың футбол стадионы, спорт Академияһы, ял-күңел асыу комплексы, метро станцияһынан спорт комплексына ер аҫты үткәүелдәре, 1500-ҙән ашыу машина — урынға паркинг һәм башҡа техник ҡоролмаларҙы үҙ эсенә алған спорт өлөшөнөң дөйөм хаҡы — 26 миллиард[7].

Төҙөлөштө финанслауҙы ВТБ Банк аҡсаһы һәм бер нисә сит ил банкылары инвестициялары иҫәбенә тәьмин итеү планлаштырыла[8].

Асылыуы

2018 йылдың 27 ноябрендә спорт объектын реконструкциялау тамамлана.

2018 йылдың 20 декабрендә стадион боҙ шоуы менән аса. Бәләкәй аренала беренсе матч 2019 йылдың 4 ғинуарында үтә, ә футбол буйынса тәүге матч 2019 йылдың 10 мартына билдәләнә[9]. 2019 йылдың февраль аҙағында футбол буйынса Рәсәй чемпионатының 2019 йылдың 10 мартына билдәләнгән 19-сы туры матчының икенсе аренаға күсеүе асыҡланды.

"ВТБ Арена"ның футбол секцияһын асыу 2019 йылдың 26 ​​майында, Рәсәй Премьер-лигаһының 30-сы туры уйыны сиктәрендә үтә[10][11].

Наградалары

2013 йылдың сентябрендә «ВТБ Арена Парк» комплексы проекты «European Property Awards» лауреаты була[12][* 1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Конфигурация арены. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2020. Архивировано 13 май 2020 года.
  2. Центральный стадион «Динамо» им. Льва Яшина. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2019. Архивировано 28 март 2022 года.
  3. Сергей Собянин открыл академию спорта «Динамо» в Петровском парке // mos.ru. mos.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2023.
  4. ВТБ ждет подходящего момента для выгодной продажи «Динамо». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ғинуар 2017. Архивировано 22 март 2012 года.
  5. "Russia’s VTB Arena to be the main venue for 2018 FIFA World Cup Архивная копия от 7 июль 2011 на Wayback Machine
  6. Russia: FIFA drops two cities ahead of 2018 World Cup — StadiumDB.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ғинуар 2017. Архивировано 13 сентябрь 2018 года.
  7. Строительство «ВТБ-Арены» обойдётся в 9 млрд рублей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2019. Архивировано 7 ғинуар 2019 года.
  8. Иностранные банки помогут в финансировании проекта «ВТБ Арена парк»(недоступная ссылка)
  9. Первые фото нового стадиона «Динамо», сданного в эксплуатацию. Футбол, хоккей и ТРЦ под одной крышей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2019. Архивировано 28 май 2019 года.
  10. На стадионе «Динамо» начали менять газон. Sports.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2019. Архивировано 28 май 2019 года.
  11. Поле стадиона "Динамо" допущено к проведению матчей РПЛ. www.sport-express.ru (16 май 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2019. Архивировано 21 май 2019 года.
  12. Проект «ВТБ Арена парк» стал лауреатом премии European Property Awards Архивная копия от 7 апрель 2014 на Wayback Machine // Спорт-Экспресс : газета. — 25.09.2013.
Комментарийҙар
  1. Проект ике номинацияла еңеүсе тип танылды: «Күп функциялы үҫеш проекты» һәм «Йәмәғәт киңлектәрен ойоштороу»

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар