Раменки (спорт комплексы)
Тарихы
Мәскәүҙең Раменки спорт-һауыҡтырыу комплексы 1989 йылда асыла. Спорт комплексында районда йәшәүселәр өсөн спорт дисциплиналары буйынса һайлап шөғөлләнеү мөмкинлектәре асылған: төркөм программаһы бүлмәһе үҙ эсенә аэробиканы, пилатесты, йоганы ала, һуғыш сәнғәте бүлмәһе — каратэ-до, тхэквондо, хапкидо, тай боксы, теннис майҙаны һәм тренажёр залы бар[2].
1992 йылда Чак Норрис «Раменки» клубының почетлы ҡунағы була. Уны Мәскәүгә чемпион Ричард Хилл менән уның дәғүәсеһе Вадим Украинцев араһындағы кикбоксинг матчына судья роленә саҡыралар[3].
Спорт комплексы 2020 йылға тиклем эшләй. Һуңынан, 2020 йылдың 23 июненән, реконструкциялау өсөн ябырға ҡарар ителә[4]. Ремонт эштәре 2022 йылдың июнендә башлана һәм 2024 йылдың февраленә тиклем дауам итә. 29 мартта Мәскәү мэры Сергей Собянин «Раменки» спорт комплексын асыуҙа ҡатнаша; яңыртылған объекттың үҙенсәлеге булып 2 бассейн тора[1][5].
Тасуирламаһы
Физкультура-һауыҡтырыу комплексының яңыртылған фасады аҡ ламель, архитектура яҡтыртыуы һәм витражлы быяла менән биҙәлгән. Интерьеры — заманса стилдә[5].
Спорт комплексы составында[5][1]:
— 2 һауыҡтырыу йөҙөү бассейны (25 × 8,5 метр) һәм 7 йәшкә тиклемге балаларҙы йөҙөргә өйрәтеү өсөн (6 × 4 метр);
— 200 м2 майҙанлы тренажер залы;
— бокс залы (15 × 12 метр);
— 2 көрәш залы (һәр береһе 12 × 9 метр);
— баскетбол, волейбол, мини-футбол һәм теннис буйынса күнекмәләр үткәреү өсөн күп тармаҡлы уйын залы;
— махсус физкультура залы (9 х 9 метр);
— 2 хореография, йога, пилатес, художестволы һәм сәләмәтлек гимнастикаһы өсөн зал (һәр береһе 9 х 9 метр);
— административ-техник биналар[5].
Спортсылар душ һәм бәҙрәф менән йыһазландырылған уңайлы кейем алмаштырыу бүлмәләрен файҙалана ала. Шулай уҡ тренерҙар өсөн айырым бүлмәләр, табип кабинеты булған медицина блогы, дауаланыу бүлмәһе, көтөү урыны, гардероб, буфет бар[1].
Бинала хәрәкәтсәнлеге сикләнгән кешеләр өсөн уңайлыҡтар булдырылған: тактиль мәғлүмәт билдәләре, тотҡолар, махсус көҙгөләр, ярҙам саҡырыу системаһы һәм унда йөрөүҙе уңайлығы өсөн башҡа саралар бар[1].
Спорт комплексында бер юлы 184 кеше шөғөлләнә ала, улар өсөн йөҙөү, аквааэробика, көрәш, бокс, хореография, художестволы һәм сәләмәтлек гимнастикаһы буйынса дәрестәр ойошторолаref name="Собянин открыл спорткомплекс с бассейном для жителей района Раменки" />.
Объекттың техник мөмкинлектәре[5]:
- тәүлегенә яҡынса 1500 кешене ҡабул итеү мөмкинлеге;
- 4 ҡат, подвал һәм техник ҡат;
- майҙаны участкаһы — 0,295 га;
- төҙөлөш майҙаны — 1731 м2;
- объекттың дөйөм майҙаны 6075 м2;
- дөйөм төҙөлөш күләме — 39792 м3[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Собянин открыл спорткомплекс с бассейном для жителей района Раменки. Комплекс градостроительной политики и строительства города Москвы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2024.
- ↑ Спортклуб Раменки. spk-ramenki.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2024.
- ↑ Спорт клуб Раменки. spk-ramenki.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2024.
- ↑ Закрываемся на реконструкцию. spk-ramenki.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2024.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Спорткомплекс «Раменки». АНО «Развитие спортивных и инфраструктурных объектов». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2024.
Һылтанмалар
- Прошлая версия вебсайта. Спортклуб Раменки. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2024.