Мегаспорт (спорт һарайы)

Мегаспорт (спорт һарайы) (рус. Мегаспорт (дворец спорта), тулы атамаһы — А. В. Тарасов исемендәге «Мегаспорт» спорт һарайы — Мәскәүҙә Ходынка бульварындағы 3-сө йортта урынлашҡан ябыҡ спорт ҡоролмаһы.

Тарихы

undefined

Яңы Боҙ һарайы 2005 йылдың 2 ноябрендә төҙөлә башлай, Мәскәү мэры Юрий Лужков яңы бинаның нигеҙенә иҫтәлекле капсула һала[1]. Төҙөлөш 2006 йылдың декабрендә тамамлана һәм баш ҡала ҡаҙнаһына 2,7 млрд һумға төшә[2]; рәсми асылыу 15 декабрҙә үтә[3]һәм асылыу тантанаһы ошо аренала үткән Евротурҙың өсөнсө этабына тура килтерелә[4].

Ходынска яланының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан арена 13 926 тамашасыны һыйҙыра. Формаһы буйынса түңәрәк бинаның диаметры 140 метр, бейеклеге 50 метрҙан ашыу. Конструкция ике ҡеүәтле спираль пандус менән уратып алынған, ә аҫылмалы һәм ике өлөшкә бүленгән япма һыуҙы һәм ҡарҙы ситкә сығарыуға ярҙам итә[5]. Яңы спорт объектының дөйөм майҙаны 57,5 ​​мең квадрат метр тәшкил итә. Һарайҙа 60-30 метр ҙурлыҡтағы ике боҙ аренаһы урынлашҡан.[6]. Бында күнекмәләр залдары, спортсылар һәм тамашасылар өсөн ял итеү урындары, кафелар һәм башҡа уңайлыҡтар бар. «Боҙ һарайы хоккей өсөн генә файҙаланылмаясаҡ. Ул Мәскәүҙә күп аспектлы, күп функциялы комплекс булараҡ эшләйәсәк», — ти Лужков[7].

2007 йылда Мәскәү һәм Мытищи шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионатын ҡабул итә; "Мегаспорт"та «А» һәм «Д» төркөмдәренең һәм һайлап алыу турының «Е» төркөмөнөң тәүге матчтары үтә. Шулай уҡ бында плей-оффтың барлыҡ матчтары, шул иҫәптән финал һәм бронза миҙал өсөн матч үтә.

2011 йылда конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса донъя чемпионаты Японияла үтергә тейеш була, ер тетрәүҙән һуң ул Мәскәүгә күсерелә[8]. 24 мартта донъя чемпионатын үткәреү өсөн арена итеп "Мегаспорт"ты һайларға ҡарар ителә[9]. Турнир 2011 йылдың 25 апреленән 1 майына тиклем бара.

2013 йылдың ғинуарынан 2015 йылдың декабренә тиклем ул яңыртыу өсөн ябыла, сөнки бинаның терәк конструкциялары нығытыуҙы талап итә[10].

2014 йылға тиклем ЦСКА[11] и «Динамо» (Мәскәү)[12] (Мәскәү) хоккей клубтары ваҡыт-ваҡыт "Мегаспорт"та КХЛ чемпионатының шәхси өй уйындарын үткәрә, ә 2018/2019 йылдарҙа «Динамо» (Мәскәү) хоккей клубы миҙгелдең яртыһын унда үткәрә.

2012 йылдан алып "Мегаспорт"та «ЦСКА» баскетбол клубы Евролиганың өй уйындарын үткәрә[13].

2017 йылдан һарай бөйөк совет тренеры Анатолий Тарасовтың исемен йөрөтә[14].

Мәскәүҙең «Спартак» хоккей клубы 2021/22 йылдар миҙгеленән «Мегаспорт» аренаһында уйнай[15][16].

Фильмдар

Кинофильмы и сериалы, снятые в Дворце спорта:

Фотогалерея

Иҫкәрмәләр

  1. Лужков пообещал, что Москва примет ЧМ-2007 по хоккею Архивная копия от 1 май 2009 на Wayback Machine // NEWSru.com, 2 ноя 2005
  2. «Мегаспорт» дал трещину Архивная копия от 15 июнь 2013 на Wayback Machine // Коммерсантъ
  3. ПЕРВЫЙ ЛЕД ХОДЫНКИ // Спорт-ЭкспрессАрхивная копия от 27 ғинуар 2007 на Wayback Machine
  4. Хоккейная арена на Ходынке. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2007. Архивировано из оригинала 28 февраль 2007 года.
  5. Гейдор Т., Казусь И. Стили Московской архитектуры // . — М: Искусство-XXI век, 2014. — С. 616—611. — ISBN 978-5-98051-113-5.
  6. Хоккейную арену на Ходынском поле сдадут в ноябре // Советский спорт Архивная копия от 29 сентябрь 2007 на Wayback Machine
  7. Лужков заложил на Ходынке новый Ледовый дворец Архивная копия от 6 октябрь 2006 на Wayback Machine // Лента. Ру, 2 ноя 2011
  8. ISU World Figure Skating Championships 2011 2011 йылдың 23 апрель көнөндә архивланған.
  9. Чемпионат мира пройдет в «Мегаспорте». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2013. Архивировано 8 апрель 2011 года.
  10. «Мегаспорт» обновит Плющенко. Газета.Ru (3 декабрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2022. Архивировано 5 ғинуар 2016 года.
  11. Есмантович: ЦСКА точно проведёт четыре матча в «Мегаспорте». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 май 2013. Архивировано 6 август 2012 года.
  12. Московское «Динамо» проведёт восемь матчей КХЛ в «Мегаспорте». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 май 2013. Архивировано 28 июнь 2012 года.
  13. В новом сезоне ПБК ЦСКА будет проводить домашние матчи Евролиги в «Мегаспорте» Архивная копия от 23 июнь 2012 на Wayback Machine // Championat.com
  14. Дворцу спорта "Мегаспорт" будет присвоено имя Анатолия Тарасова  (рус.), РИА Новости (20150213T1407+0300Z). 27 февраль 2018 тикшерелгән.
  15. "Спартак" будет проводить домашние матчи КХЛ сезона-2021/22 на арене "Мегаспорт". https://tass.ru. ТАСС (16 апрель 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2021. Архивировано 16 апрель 2021 года.
  16. «Мегаспорт» стал домашней ареной «Спартака». https://spartak.ru. «Спартак» (4 июнь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июнь 2021. Архивировано 4 июнь 2021 года.

Тема буйынса өҫтәмә