Динамо (хоккей клубы, Мәскәү)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Динамо Мәскәү
OHK Dynamo logo.svg
Ил: Рәсәй флагы Рәсәй
Ҡала: Мәскәү Мәскәү
Нигеҙләнгән: 1946
Өй аренаһы: ВТБ Арена (10 900)
Төҫтәр:          
Хоккей лигаһы: КХЛ
Дивизионы: Бобров

Конференцияһы: Көнбайыш
Баш тренеры: Рәсәй флагы Владимир Крикунов
Эйә: Рәсәй флагы ВФСО «Динамо»
Капитан: Рәсәй флагы Вадим Шипачёв
Аффилир-клубы: Динамо Тверь (ЮХЛ)

Динамо Тверь
(ЙХЛ)

Трофейҙар: Рәсәй чемпионаты
2012, 2013
Гагарин кубогы



Континент кубогы
2014
Конференцияла еңеүҙәр: 1 (2013/14
Даими миҙгелдә еңеүҙәр: 1 (2013/14)
Дивизионда еңеүҙәр: 2 (2010/11, 2013/14)
Рәсми сайт: http://www.dynamo.ru/

Динамо Мәскәү — 1946 йылда Мәскәүҙә ойошторолған Рәсәй шайбалы хоккей клубы. 2008 йылдан Рәсәйҙең Континенталь хоккей лигаһы составында уйнай. Ике тапҡыр Гагарин кубогын яулаусы.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Динамо» тарихы Рәсәйҙә хоккейҙың барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше менән тығыҙ бәйләнгән. Мәскәү клубы — бөтә ил чемпионаттарында көслөләр класында ҡатнашҡан берҙән-бер команда. «Аҡлы-күклеләр» ун бер тапҡыр ил чемпиондары булалар, беренселек миҙалсылары араһында рекорд 48 тапҡыр була, Советтар Союзы, МХЛ, Гагарин һәм Европа чемпиондары кубоктарын яулай, күп халыҡ-ара турнирҙарҙа еңә.

«Динамо» Мәскәү хоккей клубы илдә һәм донъяла танылыу яулаған күп талатлы спортсыларҙы тәрбиәләп сығара. Виталий Давыдов, Владимир Юрзинов, Александр Мальцев, Валерий Васильев, Зинәтула Биләлетдинов, Василий Первухин, Владимир Мышкин, Анатолий Семёнов, Михаил Шталенков, Алексей Жамнов, Максим Афиногенов, Александр Овечкин һәм башҡаларҙың фамилияһы хоккей нимә икәнен белгән ерҙәрҙә билдәле. 2 тренер (Чернышёв һәм Юрзинов) һәм 3 уйынсы (Давыдов, Мальцев, Васильев) ХАХФ дан залы ағзалары була.

1946 йылдың декабрендә Советтар Союзының шайбалы хоккей буйынса тәүге чемпионатында «Динамо» Мәскәү беренсе урынды һәл алтын миҙалдарҙы яулай. Аркадий Чернышёв команданың уйнаған тренеры була, ул да клубтың ил чемпионаттарында тәүге шайбаһын керетә. Уның етәкселегендә «Динамо» 1954 йылда икенсе тапҡыр СССР чемпионатында еңеү яулайҙар. 1983 йылда Швейцарияла Шпенглер кубогын яулай. Киләһе тапҡыр клуб чемпион исемен тик 1990 йылда ғына яулай. «Динамо» Мәскәү Советтар Союзы беренселегенең һуңғы икәүһендә еңеү яулай, БДБ чемпионатында һәм ике тапҡыр МХЛ чемпионатында беренсе була. Тимәк, клуб 1990—1995 йылдарҙа биш тапҡыр илдә беренсе була. Чемпион исеменә команданы төрлө йылдарҙа Владимир Юрзинов, Пётр Воробьёв һәм Владимир Голубович килтерә.

1999/2000 йылдар миҙгелендә «Динамо» тәүге тапҡыр Зинәтула Биләлетдинов етәкселеге аҫтында Рәсәй чемпионатында еңеү яулай. 2004/2005 йылдар миҙгелендә «Динамо» даими миҙгелдә беренсе урынды яулай, плей-оффта бер тапҡыр ғына еңелә һәм Рәсәй чемпионы исемен яулай. Команданың баш тренеры — Владимир Крикунов. Киләһе йылда «Динамо» Санкт-Петербургта үткән Европа чемпиондары кубогында ҡатнаша. Финалда Финляндиянан «Кярпят» хоккей клубын ота һәм был кубокты яулай. 2008 йылда икенсе тапҡыр Шпенглер кубогында беренсе була.

2008 йылда КХЛ барлыҡҡа килә. 2011/2012 һәм 2012/2013 йылдар миҙгелдәрендә «Динамо» Гагарин кубогын яулай. Шул ваҡытта команданың баш тренеры Олег Знарок була.

КХЛ-да сығыш яһау һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

У — уҙғарған уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр, ЕО — өҫтәмә ваҡытта еңеүҙәр, ЕБ — булиттар серияһында еңеүҙәр, ОО — овертаймда отолоуҙар, ОБ — булиттар серияһында отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар, М — йыйған мәрәйҙәр һаны, Ш — кереткән-үткәргән шайбалар, РС — даими миҙгелдә юбилей. 2018/19 йылдар миҙгеленән алып төп ваҡытта еңеү өсөн өс түгел, ә ике мәрәй бирелә башлай

Миҙгел У Е ЕО ЕБ ОБ ОО О М Ш РС Плей-оффта сериялар иҫәбе Плей-оффта һөҙөмтә
2008/09 56 27 4 3 3 2 17 100 184-143 7 3-0 Динамо Р, 3-0 ЦСКА, 2-4 Аҡ Барс Конференция финалы
2009/10 56 28 2 3 4 3 16 101 166-151 5 1-3 Спартак Конференциялар сирекфиналы
2010/11 54 28 1 1 4 4 16 96 149-131 6 2-4 Динамо Р Конференциялар сирекфиналы
2011/12 54 31 1 3 3 1 15 105 144-115 3 4-0 Динамо Мн, 4-2 Торпедо, 4-0 СКА, 4-3 Авангард Гагарин кубогы
2012/13 52 27 3 6 1 1 14 101 150-115 4 4-0 Слован, 4-1 ЦСКА, 4-2 СКА, 4-2 Трактор Гагарин кубогы
2013/14 54 34 2 2 5 0 11 115 171-113 1 3-4 Локомотив Конференциялар сирекфиналы
2014/15 60 35 5 1 6 0 13 123 172-120 3 4-2 Локомотив, 1-4 СКА Конференциялар ярымфиналы
2015/16 60 27 3 5 6 2 17 105 167-126 5 4-0 Сочи, 2-4 СКА Конференциялар ярымфиналы
2016/17 60 29 5 5 5 0 16 112 164-111 4 4-1 Торпедо, 1-4 СКА Конференциялар ярымфиналы
2017/18 56 19 1 8 3 2 23 80 134-139 18 - Плей-оффҡа сыҡманылар
2018/19 62 27 5 1 0 6 23 72 153-139 10 4-2 Йокерит, 1-4 ЦСКА Конференциялар ярымфиналы
2019/20
Всего 562 285 27 37 40 13 158 1038 1601-1265 - Плей-оффта 10 тапҡыр ҡатнаштылар. Иҫәп (еңеүҙәр/еңелеүҙәр): 54-36.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Милли[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР / БДБ / Рәсәй чемпионаттары:

  • Gold medal icon.svg Чемпион (11) — 1947, 1954, 1990, 1991, 1992, 1993, 1995, 2000, 2005, 2012, 2013
  • Silver medal icon.svg Вице-чемпион (19) — 1950, 1951, 1959, 1960, 1962, 1963, 1964, 1971, 1972, 1977, 1978, 1979, 1980, 1985, 1986, 1987, 1994, 1996, 1999
  • Bronze medal icon.svg Бронза миҙалсы (19) — 1948, 1949, 1952, 1953, 1955, 1956, 1957, 1958, 1966, 1967, 1968, 1969, 1974, 1976, 1981, 1982, 1983, 1988, 2015

СССР / Рәсәй кубогы

  • Gold medal icon.svg Еңеүсе (3) — 1953, 1972, 1976
  • Silver medal icon.svg Финалсы (9) — 1955, 1956, 1966, 1969, 1970, 1974, 1979, 1988, 1998

Лига кубогы

  • Silver medal icon.svg Финалсы - 1989

Гагарин кубогы

  • Gold medal icon.svg Еңеүсе (2) - 2012, 2013

Континент кубогы

  • Gold medal icon.svg Еңеүсе - 2014

Көнбайыш конференцияһы кубогы

  • Gold medal icon.svg Еңеүсе (2) - 2012, 2013

Асыш кубогы

  • Gold medal icon.svg Еңеүсе (3) - 2010, 2012, 2013

МХЛ кубогы

  • Gold medal icon.svg Еңеүсе (3) - 1993, 1995, 1996
  • Silver medal icon.svg Финалсы - 1994

Европейские[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Европа чемпиондары кубогы

  • Gold medal icon.svg Еңеүсе - 2006
  • Silver medal icon.svg Финалсы (3) - 1990, 1992, 1993

Хоккей Евролигаһы

  • Silver medal icon.svg Икенсе миҙалсы (3) - 1997, 1998, 1999

Континенталь кубок

  • Silver medal icon.svg Икенсе миҙалсы - 2005

Халыҡ-ара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Gold medal icon.svg Шпенглер кубогы еңеүсеһе - 1983, 2008
  • Gold medal icon.svg Тампере кубогы еңеүсеһе - 1991, 1992
  • Gold medal icon.svg Ахерн кубогы еңеүсеһе - 1975, 1976
  • Gold medal icon.svg Альберт Бонакосс кубогы еңеүсеһе - 1966
  • Gold medal icon.svg «Торонто» кубогы еңеүсеһе - 1971, 1972
  • Gold medal icon.svg Берлин кубогы еңеүсеһе - 1970, 1971, 1972, 1974, 1976, 1977, 1979, 1980, 1981, 1982, 1983, 1984, 1985, 1986, 1987, 1988, 1989, 1990
  • Gold medal icon.svg Стеклодувтар кубогы еңеүсеһе - 1965, 1968, 1969, 1970
  • Gold medal icon.svg Лугано кубогы еңеүсеһе - 1991
  • Gold medal icon.svg «Эпсон Кап» еңеүсеһе - 1993
  • Gold medal icon.svg Греноблдә Олимпиада алдынан турнир еңеүсеһе - 1967
  • Gold medal icon.svg Пльзендә турнир еңеүсеһе - 1989
  • Gold medal icon.svg «Советский спорт» гәзитенең бүләктәренә турнир еңеүсеһе - 1964, 1975, 1976, 1977, 1978, 1980, 1982, 1983, 1984, 1985
  • Gold medal icon.svg «Динамо» командалары турнирында еңеүсеһе - 1962

Башҡалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Gold medal icon.svg «Динамо» командалары турниры еңеүсеһе - 1983, 1984, 1986, 1988, 1989, 1990
  • Gold medal icon.svg Киевта турнир еңеүсеһе - 1971
  • Gold medal icon.svg Түбәнге Новгородта турнир еңеүсеһе - 1992, 1993, 1994, 1997, 1999, 2019
  • Gold medal icon.svg Санкт-Петербургта турнир еңеүсеһе - 2003, 2006
  • Gold medal icon.svg Магнитогорскиҙа турнир еңеүсеһе - 1993, 1996
  • Gold medal icon.svg Хабаровскиҙа турнир еңеүсеһе - 2000
  • Gold medal icon.svg Мәскәү мэры кубогы - 2008, 2012, 2014, 2016, 2018
  • Gold medal icon.svg А. И. Чернышёв исемендәге кубок еңеүсеһе - 2016

Клуб етәкселеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Генераль директор — Евгений Анатольевич Кровопусков[1]
  • Генераль менеджер — Меркулов Виктор Андреевич
  • Генераль директор кәңәшсеһе — Овечкин Александр Михайлович
  • Спорт директоры — Бобков Роман Александрович

Клубтың бөтә президенттар исемлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Состав[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Динамо» Мәскәү хоккей клубының тулы һәм ғәмәлдәге составы рәсми сайтта ҡарарға була.

Клубтың бөтә баш тренерҙар исемлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Стадион[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2019 йылдың 4 ғинуарында «Автомобилист» хоккей клубына ҡаршы уйында Петровский паркындағы ВТБ Арена тантаналы асыла. Тап ошо ерҙә «Динамо» үҙенең тәүге уйындарын 1946 йылда үткәрә. Үҙ тарихында «Динамо» хоккей клубы «Лужники» БСА, «Олимпийский» СК, «Крылья Советов» УСҺ, «Мегаспорт» СҺ һәм ВТБ Боҙ һарайында үҙенең уйындарын үткәрә.

Тимәк, тулы хоҡуҡ менән, «Динамо» 60 йылдан һуң үҙенең тыуған еренә ҡайта, тип әйтеп була[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]