Чернышёв Аркадий Иванович
Арка́дий Ива́нович Чернышё́в (16 март 1914 йыл — 17 апрель 1992 йыл) — совет хоккейсыһы һәм тренеры, шайбалы хоккей буйынса совет мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1948)[1], СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1957)[2][3][4][5][6][7], полковник.
Биографияһы
Чернышёв футбол буйынса СССР чемпионаттарында Динамоның Мәскәү (1936—1941) һәм Минск (1945—1948) клубтары составында уңышлы уйнай. Ул шулай уҡ Мәскәүҙең туплы хоккей буйынса «Динамо» командаһының төп уйынсыларының береһе һәм шайбалы хоккей буйынса «Динамо» командаһының тренеры була. Чернышёв — шайбалы хоккей буйынса тәүге СССР чемпионатының беренсе шайбаһы авторы (1946/1947).
Чернышев совет хоккейында рекорд ҡуя — 1946 йылдан 1974 йылға тиклем ул 28 йыл алмашһыҙ бер клубтың Динамо (Мәскәү) өлкән тренеры булып эшләй. Ошо йылдар эсендә клуб СССР чемпионаттарында еңеү яулай:
- 1946/1947 һәм 1953/1954 йылдар миҙгелендә — 1-се урын.
- 1949/1950, 1950/1951, 1958/1959, 1959/1960, 1961/1962, 1962/1963, 1963/1964, 1970/1971 һәм 1971/1972 миҙгелдәрендә — 2-се урын
- 1947/1948, 1948/1949, 1951/1952, 1952/1953, 1954/1955, 1955/1956, 1956/1957, 1957/1958, 1965/1966, 1966/1967,
1967/1968, 1968/1969, 1973/1974 миҙгелдәрендә — 3-сө урын
- СССР Кубогы 1952/1953 һәм 1971/1972 йылдар миҙгелендә яулана.
- 1954/1955, 1955/1956, 1965/1966, 1968/1969, 1969/1970 һәм 1973/1974 миҙгелендә — Кубок финалсыһы.
Чернышев 1954—1957 һәм 1961—1972 СССР йыйылма командаһының өлкән тренеры булып эшләй:
Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионатында
- 1-се урын — 1954, 1956, 1963, 1964, 1965, 1966, 1967, 1968, 1969, 1970 һәм 1971
- 2-се урын — 1955, 1957
- 3-сө урын — 1961
Шайбалы хоккей буйынса Европа чемпионатында
- 1-се урын 1954, 1955, 1956, 1963, 1964, 1965, 1966, 1967, 1968, 1969 һәм 1970
- 2-се урын — 1961 һәм 1971 йылдарҙа
Йыйылма командала Аркадий Ивановичҡа тренерҙар В. К. Егоров (1954—1957), А. Н. Виноградов һәм А. М. Кострюков (1961), А. В. Тарасов (1962—1972) ярҙам итә.
Тренерлыҡ карьераһы тамамланғас, «Динамо» мәктәбе директоры (1974—1983), шулай уҡ СССР хоккей федерацияһының тренерҙар советы рәйесе булып эшләй.
Чернышёв А. И. 1937, 1940 йылдарҙа футбол буйынса СССР чемпионы, шайбалы хоккей буйынса СССР чемпионы (1947), шулай уҡ туплы хоккей буйынса биш тапҡыр СССР Кубогын яулаусы була (1937, 1938, 1940, 1941, 1948).
Чернышев етәкселегендә СССР йыйылма командаһы 11 тапҡыр донъя чемпионы (1954, 1956, 1963—1971), ун бер тапҡыр Европа чемпионы (1954—1956, 1963—1970) һәм 4 тапҡыр олимпия чемпионы (1956, 1964, 1968, 1972) титулын яулай.
А. И. Чернышевтың уҡыусыларының тиҫтәнән ашыуы — атҡаҙанған спорт мастерҙары, олимпия чемпиондары, донъя һәм Европа чемпионаттары еңеүселәре[8][9]. Улар араһында бер нисә тапҡыр Олимпия уйындары, донъя һәм Европа чемпионаттары еңеүселәре Александр Мальцев, Валерий Васильев һәм Виталия Давыдованы, ә уның тренерҙар мәктәбен үткән Виктор Тихонов һәм Владимир Юрзиновты айырып күрһәтергә мөмкин, улар үҙҙәре лә Олимпия уйындарында, донъя һәм Европа чемпионаттарында бер нисә тапҡыр еңеү яулаған СССР йыйылма командаһының данлыҡлы тренерҙары булып китә[2][3][4][5][6][10][11].
1992 йылдың 17 апрелендә вафат була, Мәскәүҙә Ваганьково зыяратында ерләнгән[12][13][14][15].
1999 йылда Халыҡ-ара хоккей федерацияһының Дан залына индерелә[1][7].
Апаһы Раиса Чернышёва (1903—1984) — СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (фехтование).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- 2 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957; 03.03.1972)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (16.03.1984)
- 2 «Почёт Билдәһе» ордены (1965; 1968)
- Миҙалдар
Хәтер
- Континенталь хоккей лигаһы дивизиондарының береһе Чернышев исемен йөрөтә.
- 2014 йылдың 16 мартында, Чернышевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, Мәскәүҙә Чернышев 1942 йылдан 1992 йылға тиклем йәшәгән Ленинград шоссеһындағы 8/2 йорт фасадына мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
- 2012 йылда Новогорскиҙа «Динамо» хоккей клубы базаһы территорияһында А. И. Чернышевҡа һәйкәл ҡуйыла. Һәйкәлдең авторы — скульптор О. В. Марьяновскаяref>В память о великом тренере. petrovka-38.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 декабрь 2017.</ref>.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 ингл. Russian and Soviet Hockey Hall of Fame
- ↑ 1 2 Наставники. — Часть 1. «Аркадий Чернышёв» : Его имя высечено золотыми буквами в ряду выдающихся тренеров мира // Портал «Чемпионат.com» : электронное издание. — 2011. — 16 июня.
- ↑ 1 2 Карпенко А. Неизвестный Чернышёв : О легендарном тренере сборной СССР и московского «Динамо» Аркадии Ивановиче Чернышёве рассказывает его сын // «Территория „Динамо“» : клубный журнал ХК «Динамо». — 2010. — № 0 (01). — С. 38—45.
- ↑ 1 2 Мемориальная доска Чернышёва : Через 100 лет после рождения Аркадия Чернышёва на доме, где жил легендарный тренер, появилась мемориальная доска // «Территория „Динамо“» : специальный выпуск «Легенда из легенд» клубного журнала ХК «Динамо». — 2014. — № 2 (23). — С. 6—7.
- ↑ 1 2 Чуев С. Сто лет тренеру столетия : 16 марта исполнилось 100 лет со дня рождения великого тренера «Динамо» и сборной СССР Аркадия Чернышёва // «Территория „Динамо“» : специальный выпуск «Легенда из легенд» клубного журнала ХК «Динамо». — 2014. — № 2 (23). — С. 8—14. — С. 14.
- ↑ 1 2 История «Динамо» в лицах : Аркадий Иванович Чернышёв // ХК «Динамо» Москва. — Сезон 2016/17 : Официальная программа к матчу с омским «Авангардом». — 2016. — № 2 (4 сентября). — С. 42—43.
- ↑ 1 2 Данные о тренере на сайте «International Games of National Ice Hockey Team of the Soviet Union from 1954 to 1991» (инг.)
- ↑ Россошик Л. В. «Вратарь, который умел терпеть боль»: 20 лет без Коноваленко : Виктор Коноваленко — один из лучших вратарей в истории мирового хоккея // Портал «Чемпионат.com» : электронное издание. — 2016. — 20 февраля.
- ↑ Домрачев В. «Человечище. Талантище. Необыкновенное. Медвединое…» : Сегодня знаменитому вратарю Виктору Коноваленко исполнилось бы 80 лет // Континентальная хоккейная лига (КХЛ) : официальный сайт. — 2018. — 11 марта.
- ↑ Самохвалов С. Что нам канадцы!: «Будь я помягче, всё бы прощал таланту: и капризы, и высокое самомнение» // «Российская газета», федеральный выпуск. — 1991. — № 82 (128). — 16 апреля.
- ↑ Петухов Н. Советский хоккей создавал не Тарасов: Этот миф придумал он сам // «Sports.ru», российский спортивный интернет-портал. — 2018. — 16 октября.
- ↑ Памятник Аркадию Чернышёву, Москва (билдәһеҙ). Изготовление памятников. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2022.
- ↑ Могилы знаменитостей. Некрополи Москвы. Ваганьковское кладбище. Чернышев Аркадий Иванович (1914-1992). www.m-necropol.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2022.
- ↑ Чернышев Аркадий Иванович - найти могилу в городе Москва. frumkin.su. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2022.
- ↑ Московские могилы. Чернышёв А.И. www.moscow-tombs.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2022.
Әҙәбиәт
- Александров М. Н. Призвание — тренер: Документальная повесть о А. И. Чернышёве. — М.: Физкультура и спорт, 1979. — 190 с. — (Сердца, отданные спорту). — 50 000 экз.
- Рейзер Л. Аркадий Чернышёв. — М.: Молодая гвардия, 2016. — 336 с. — (Жизнь замечательных людей). — 5000 экз. — ISBN 978-5-235-03861-5.
- Чуев С. Эпоха Аркадия Чернышёва. — М.: Продюсерский центр «Динамо», 2016. — 408 с. — (Легенды и судьбы). — 3000 экз. — ISBN 978-5-9907258-1-2.