Бобров Всеволод Михайлович

Aprove.svg

РФА экспертизаһы

Arrow-Right.png
Logo-ran.png
Рәсәй Фәндәр академияһы
экспертизаһын үткән

Все́волод Миха́йлович Бобро́в (1 декабрь 1922, Моршанск, Тамбов губернаһы, РСФСР, СССР — 1 июль 1979, Мәскәү, РСФСР, СССР) — совет футболсыһы, хоккейсы, футбол һәм хоккей буйынса тренер. Олимпия чемпионы (1956). СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1948), СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1967). 1952 йылдан КПСС ағзаһы. Полковник. Тарихта йәйге (1952) һәм ҡышҡы (1956) Олимпия уйындарында йыйылма команда капитаны булараҡ сығыш яһаусы берҙән-бер спортсы.

Биографияһы

1925 йылдан 1941 йылға тиклем Бобровтар ғаиләһе Сестрорецк ҡалаһында йәшәй. 1938 йылдан Ленинградтың «Динамо» футбол командаһы өсөн сығыш яһай.

Ете йыллыҡ мәктәпте, һуңынан фабрика-завод уҡыусылыҡ мәктәбен тамамлай, 4-се разрядлы слесарь һөнәрен ала[4]. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Бобров Омскиҙа эвакуацияланған Восков исемендәге Сестрорецк заводында артиллерия прицелдарын эшләү оҫтаханаһында монтажсы-механик булып эшләй[5]. 1942 йылдың авгусында Омск интендант училищеһына уҡырға инә һәм уны 1943 йылдың аҙағында уңышлы тамамлай[6]. Бала саҡтан атаһы йоғонтоһо аҫтында Всеволод футбол һәм хоккей менән мауығыуы уның артабанғы яҙмышын билдәләй, Омск футбол һәм хоккей командалары өсөн уйнай.

Футболсы һәм хоккейсы карьераһы

1944 йылда хәрби звание алғас, Бобров ЦДКА-ға эләгә (команда шул осорҙа «лейтенанттар командаһы» тип атала). 1945 йылдың майында армия командаһы өсөн беренсе тапҡыр футбол яланына сыға һәм Всеволод Мәскәү "Локомотив"ы ҡапҡаһына ике туп индерә. Чемпионаттың икенсе әйләнешендә Бобров һәр матчта туп индерә һәм уникаль һөҙөмтәгә өлгәшә: 21 матчта һөжүмсе дәғүәселәрҙең ҡапҡаһына 24 тапҡыр индерә һәм СССР чемпионатының иң яҡшы бомбардиры тип таныла (әммә ЦДКА миҙгелде икенсе урында ғына тамамлай, әммә СССР Кубогын яулай.

Мәскәүҙең «Динамо» командаһы тренеры Михаил Якушин һөжүмсене үҙенең командаһы составында Бөйөк Британия буйлап турнеға саҡыра. «Динамо» лайыҡлы сығыш яһай: ике матчта еңеү яулай һәм ике тапҡыр тигеҙ иҫәпкә уйнай (иң сағыу уйынды Лондондың "Арсенал"ына ҡаршы үткәрә, уны 4:3 иҫәбе менән еңә). Всеволод бөтә матчтарҙа ла ҡатнаша һәм алты гол индереп, команданың иң яҡшы бомбардиры тип таныла.

Футбол менән параллель рәүештә Бобров туплы хоккей (йәки урыҫ хоккейы) уйнай, был миҙгел араһында уйынсыларға яҡшы формала булырға мөмкинлек бирә. Туплы хоккей буйынса ЦДКА командаһы составында Бобров ике финалда ла хәл иткес шайбалар индереп, ике тапҡыр СССР Кубогын яулай. Әммә бынан һуң ул иғтибарын футболға һәм шайбалы хоккейға йүнәлтә.

Футбол буйынса ЦДКА командаһы өсөн СССР чемпионаттарында Бобров 79 матч үткәрә, уларҙа 82 гол индерә. 1947 йылда ул үҙенең партнеры Валентин Николаев менән бергә карьераһында икенсе тапҡыр СССР чемпионатының иң яҡшы бомбардиры була (ике форвард та 14-әр гол индерә). 1948 йылда ул Мәскәү «Динамоһы» ҡапҡаһына хәл иткес гол индерә, был ЦДКА-ға СССР чемпионы булырға мөмкинлек бирә. Был осорҙа ЦДКА өс тапҡыр СССР чемпионы була, шулай уҡ ике тапҡыр СССР Кубогын яулай. 1950 йылдан 1952 йылға тиклем Бобров футбол буйынса Хәрби-һауа көстәре командаһы өсөн сығыш яһай, ә 1953 йылда Мәскәүҙең «Спартак» клубы өсөн 4 матч үткәрә. Күп һанлы йәрәхәттәре Бобровты иғтибарын хоккейға йүнәлтергә мәжбүр итә һәм футболсы карьераһын тамамлай. Әммә быға тиклем, 1952 йылда, Бобров Олимпиадала СССР йыйылма командаһы составында (капитан сифатында) ҡатнаша һәм өс матчта биш гол индерә. Югославия йыйылма командаһы менән уйын ысын мәғәнәһендә драматик була: беренсе матчта совет йыйылма командаһы 1:5 иҫәбе менән еңелә, әммә Бобровтың хет-тригы арҡаһында иҫәпте тигеҙләй ала, ә ҡабаттан уйнау, Бобровтың 6-сы минутта уҡ иҫәпте асыуына ҡарамаҫтан, 3:1 иҫәбе менән югославтар файҙаһына тамамлана.

Бобров ЦСKA хоккей клубында тәүге тапҡыр 1946 йылдың 29 декабрендә Хәрби-һауа көстәренә ҡаршы уйында уйнай, хет-трик эшләй һәм командаға 5:3 иҫәбе менән еңеү яуларға ярҙам итә. Команда составында ике тапҡыр СССР чемпионатында еңеү яулай (1948 йылда чемпионаттың иң яҡшы бомбардиры була, 52 гол индерә), 1949 йылда Василий Сталин саҡырыуы буйынса Хәрби-һауа көстәре командаһына килә. Свердловск авиаһәләкәтенән һуң Бобров яңы ойошторолған команданың лидеры, капитаны һәм тренерҙар советы ағзаһы була. Бында һөжүмсе тағы ла ике чемпионатта еңеү яулай һәм өс тапҡыр турнирҙың иң яҡшы бомбардиры була. Василий Сталин Бобровҡа ныҡ ышана, уны үҙенең дуҫы тип һанай, һәм 1952 йылда уны футбол командаһының уйнаусы-тренер итеп тәғәйенләй.

Бобровты шәхсән белгән ауыр атлетика буйынса олимпия чемпионы Юрий Власовтың мәғлүмәттәре буйынса, 1940 йылдар аҙағында хоккей матчында бортҡа бәрелә һәм шуның арҡаһында ғүмере буйы йөрәк өйәнәге менән яфалана[7] [8].

Всеволод Бобров хоккей буйынса СССР йыйылма командаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, тип иҫәпләнә, уның составында 1954 йылда беренсе тапҡыр донъя чемпионы титулын яулай һәм турнирҙың иң яҡшы һөжүмсеһе итеп иғлан ителә. Был команданың иң юғары ҡаҙанышы булып 1956 йылда донъя чемпионатында һәм Олимпиадала еңеү тора, совет хоккейсылары ете матчта туптар айырмаһы 40:9 иҫәбе менән ете еңеү яулай, ә команда капитаны Всеволод Бобров команданың иң һөҙөмтәле уйынсыһы була. Бынан тыш, Бобров тарихта футбол һәм хоккей командаларының капитаны булған берҙән-бер уйынсы була. 1957 йылғы донъя чемпионатында СССР йыйылма командаһы көмөш миҙал яулай, ә Бобров,13 гол индереп, турнирҙың иң яҡшы бомбардиры тип таныла.

1953 йылда Хәрби-һауа көстәре тарҡалғандан һуң Всеволод тыуған армия клубына ҡайта, ул ваҡытта ЦДСА тип атала. Бында 1957 йылға тиклем сығыш яһай (тағы ике титул яулай), шунан һуң уйынсы карьераһын тамамлай.

Григорий Федотов бомбардирҙар клубы ағзаһы (124 шайба). Хоккейҙа ул СССР чемпионатының бер матчында ун гол индергән ике уйынсының береһе (Беляй Бекяшев менән бер үк) (Бобров голдарҙы Ленинградтың «Динамо»һына ҡаршы уйында индерә).

Тренер карьераһы

Тиҙҙән Бобров тренерлыҡ эшенә тотона, өҫтәүенә, уйынсы булараҡ та, хоккей һәм футбол командаларында эшләй. Всеволод етәкселегендәге ЦСКА футбол командаһы күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр СССР Кубогы финалына тиклем барып етә, әммә 0:3 иҫәбе менән Мәскәү динамовсыларына еңелә. Был Бобров-тренерҙың футболдағы юғары ҡаҙанышы була.

Хоккейҙа хәл башҡаса була: 1964 йылда Мәскәүҙең «Спартак» командаһын етәкләп, Бобров ике тапҡыр клубты СССР чемпионатының көмөш миҙалдарына килтерә, ә 1967 йылда Анатолий Тарасов етәкселек иткән ЦСКА-ны уҙып, СССР чемпионатында еңә. 1972 йылда Бобров СССР йыйылма командаһын етәкләй, уны ике тапҡыр донъя чемпионатында алтын миҙалға килтерә, шулай уҡ 1972 йылда Канада йыйылма командаһына ҡаршы суперсерияла етәкләй. 1974 йылда йыйылма команданан киткәндән һуң Бобров тренер булараҡ уңыштарға өлгәшә алмай.

1979 йылдың 1 июлендә 57 йәшендә үпкә эмболияһынан вафат була.

Ғаиләһе

Беренсе ҡатыны — Татьяна Леонидовна Санина (2.12.1923—28.1.2011), оперетта театры солисы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1978). Бобров уны дауаханала осрата. Никах оҙаҡҡа һуҙылмай, тиҙҙән парҙар айырылыша.

Икенсе ҡатыны (1963 йылдан) — Елена Николаевна Боброва (1937 йылда тыуған), Киевта йәшәй, 1962 йылда танышҡан мәлдә ул кейәүҙә була һәм уның Светлана исемле өс йәшлек ҡыҙы була (һуңыраҡ ул Вениамин Александровтың улына кейәүгә сыға)[9]).

Ҡаҙаныштары

Футбол

Уйынсы булараҡ:

  • СССР чемпионаты
    • чемпион (3): 1946, 1947, 1948
    • икенсе урын (2): 1945, 1949
  • СССР Кубогы
    • еңеүсе (2): 1945, 1948
  • Бөтә Союз комитеты премияһы
    • икенсе урын: 1952

Тренер булараҡ:

  • СССР Кубогы
    • финалға алып сыға: 1967

Шайбалы хоккей

Уйынсы булараҡ:

  • СССР чемпионаты
    • чемпион (6): 1948, 1949, 1951, 1952, 1955, 1956
    • көмөш призер (3): 1947, 1954, 1957
  • Олимпия уйындары
    • чемпион: 1956
  • Донъя чемпионаты[комм. 1]
    • чемпион (2): 1954, 1956
    • көмөш призер (2): 1955, 1957
  • Европа чемпионаты[комм. 2]
    • чемпион (3): 1954, 1955, 1956
    • көмөш призер: 1957

Тренер булараҡ:

  • СССР чемпионаты
    • чемпион: 1967
    • көмөш призер (2): 1965, 1966
  • Донъя чемпионаты
    • чемпион (2): 1973, 1974
    • көмөш призер: 1972
  • Европа чемпионаты
    • чемпион (2): 1973, 1974
    • көмөш призер: 1972

Туплы хоккей

  • СССР кубогы
    • еңеүсе (2): 1945, 1946

Шәхси

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

undefined

Мәскәүҙең Кунцево зыяратында ерләнгән[13].

  • 1997 йылда ул беренселәрҙән булып Халыҡ-ара хоккей федерацияһының Дан залына индерелә.
  • Всеволод Бобров исемендә символик бомбардирҙар клубы (рәсми матчтарҙа 250-нән кәм булмаған шайба индергәндәр) һәм хоккей буйынса Рәсәй чемпионатының иң һөҙөмтәле командаһына тапшырылған приз бар. Шулай уҡ уның исемен Континенталь хоккей лигаһы дивизиондарының береһе һәм Мәскәүҙең Ленинград проспектында ЦСКА-ның һауыҡтырыу комплексы, Ступинола төҙөлгән Боҙ һарайы йөрөтә. 2015 йылдың мартында Моршанск ҡалаһында Бобров исемен йөрөткән Боҙ аренаһы асыла.
  • 2005 йылдың 15 декабрендә 1982 йылдың 25 октябрендә Л.В Журавлева тарафынан Ҡырым астрофизика обсерваторияһында асылған астероидҡа 18321 Bobrov[14] исеме бирелә.
  • 2009 йылдың 30 октябрендә Рәсәй Банкы «Рәсәйҙең күренекле спортсылары» серияһынан Всеволод Бобров портреты төшөрөлгән 2 һумлыҡ иҫтәлекле көмөш тәңкә әйләнешкә сығарылыуы тураһында иғлан итә. Бобровтан тыш Александр Мальцев һәм Валерий Харламов портреттары төшөрөлгән тағы ике тәңкә сығарыла.
  • «Всеволод Бобров» исеме 23120 проекты боҙ класлы логистика судноһына бирелгән. 2016 йылдың ноябрендә һыуға төшөрөлә, Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының Төньяҡ флоты составына инә[15].
  • Всеволод Бобров исеме менән Санкт-Петербургтың Сестрорецк ҡалаһының Курорт районында урам аталған.
  • 2022 йылдың 13 октябрендә Мәскәүҙә Всеволод Бобров 1944 йылдан алып 1979 йылға тиклем йәшәгән йорт фасадында мемориаль таҡтаташ асыла (Ленинград проспекты, 75, 1-се йорт)[16].

Иҫкәрмәләр

Комментарийҙар
  1. 1920 йылдан алып 1968 йылға тиклем, Олимпия уйындары үткәрелгән йылдарҙа, шайбалы хоккей буйынса олимпия турниры шулай уҡ донъя чемпионаты тип һанала
  2. Европа чемпионаты миҙалдары 1930, 1931, 1933—1991 йылдарҙағы донъя чемпионаттарында йәки 1928, 1936—1968 йылдарҙағы Олимпия уйындарында Европаның иң яҡшы ҡатнашыусыларына тапшырыла
Сығанаҡтар
  1. 1 2 3 Бобров Всеволод Михайлович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. К-да з-да им. Воскова (Сестрорецк)
  3. Данные согласно энциклопедии «Весь „Спартак“: История в именах» (М., 2005).
  4. Всеволод Бобров — гений прорыва, 2002, с. 18
  5. Всеволод Бобров — гений прорыва, 2002, с. 20
  6. Всеволод Бобров — гений прорыва, 2002, с. 21
  7. Заслуженный мастер спорта Юрий Власов. Встреча в Концертной студии Останкино (1986). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 февраль 2021. Архивировано 19 февраль 2021 года.
  8. Всеволод Бобров: "бессмертный" герой целого поколения. Р-Спорт (1 декабрь 2011).
  9. Откровения вдовы Всеволода Боброва. «Муж и сын снятся до сих пор…» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2016. Архивировано 1 июль 2016 года.
  10. Чемпионат.com «Во славу ИИХФ. Часть 3: Всеволод Бобров». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2016. Архивировано 19 сентябрь 2016 года.
  11. Бобров Всеволод Михайлович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2021. Архивировано 5 март 2021 года.
  12. Награждён в соответствии с Указом Президиума Верховного Совета СССР от 04.06.1944 «О награждении орденами и медалями за выслугу лет в Красной Армии»
  13. «Просто его боженька поцеловал…». Первого декабря исполнилось бы 90 лет Всеволоду Боброву
  14. Циркуляры малых планет за 15 декабря 2005 года Архивная копия от 4 март 2016 на Wayback Machine — в документе надо выполнить поиск Циркуляра № 55722 (M.P.C. 55722)
  15. На Северной верфи спущено на воду судно тылового обеспечения ледового класса «Всеволод Бобров». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2016. Архивировано 15 ноябрь 2016 года.
  16. В Москве открыли мемориальную доску в честь Всеволода Боброва. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2022. Архивировано 14 октябрь 2022 года.

Әҙәбиәт

  • Васильев П. А., Лыткин О. Ю. Гвардия советского футбола / Павел Васильев, Олег Лыткин. — М.: Молодая гвардия, 2015. — С. 157—182. — 382[2] с. — (Жизнь замечательных людей: Малая серия: сер. биогр.; вып. 90). — 3000 экз. — ISBN 978-5-235-03818-9.
  • Викторов В. Я. Три пятёрки. — М.: «Молодая гвардия», 1957. — 57 с.
  • Суханов В. Всеволод Бобров. — М. : «Молодая гвардия», 1980. — Вып. 4(600), кн. Советские олимпийцы. Сборник. — С. 72—110. — 256 с. — (Жизнь замечательных людей). — 150 000 экз.
  • Салуцкий А. С. Всеволод Бобров. — М.: Физкультура и спорт, 1984. — 336 с. — (Сердца, отданные спорту). — 50 000 экз.
  • Салуцкий А. С. Всеволод Бобров. — 2-е изд. — М.: Физкультура и спорт, 1987. — 223 с. — (Сердца, отданные спорту). — 100 000 экз.
  • Пахомов В. Н. Всеволод Бобров — гений прорыва. — М.: Олма-Пресс, 2002. — 318 с. — 3000 экз. — ISBN 5-224-03824-3.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар