Тарасов Анатолий Владимирович

Анатолий Владимирович Тарасов (10 декабрь 1918 йыл, Мәскәү, РСФСР, СССР — 23 июнь 1995 йыл, Мәскәү, Рәсәй) — совет хоккейсыһы, футболсы һәм ошо спорт төрҙәре буйынса тренер. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1949)[2], СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1956[3]; 1969 йылда исеменән мәхрүм ителә, шул уҡ йылда тергеҙелә[4]). Педагогия фәндәре кандидаты (1971), полковник.

Британ энциклопедияһына ярашлы, Тарасов — «рус хоккейының атаһы», ул СССР-ҙы «халыҡ-ара ярыштарҙа өҫтөнлөклө көскә әйләндерә»[5]. Аркадий Чернышёв (СССР йыйылма командаһының баш тренеры) һәм Анатолий Тарасов икеһе бергә тиңһеҙ рекорд ҡуя — 9 йыл рәттән (1963—1971) СССР йыйылма командаһы бөтә халыҡ-ара турнирҙарҙа чемпион була.

Фигуралы шыуыу буйынса тренер, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Татьяна Тарасованың атаһы.

Биографияһы

Атаһы ғаиләһен ташлап киткәндә Анатолийға 10 йәш тирәһе була[6]. Әсәһе, Екатерина Харитоновна, тегенсе булып эшләй. Анатолий, өлкән бала булараҡ, ҡустыһы Юрийҙы тәрбиәләүҙә ярҙамлаша.

Тарасовтар төҙөлөп ятҡан «Динамо» спорт комплексы эргәһендә йәшәй, һәм ағалы-ҡустылы «Йәш динамовсы» хоккей мәктәбенә яҙыла. Сәмле булған Анатолий тиҙ арала туплы хоккей буйынса «Динамо» үҫмерҙәр командаһының, ә һуңынан Мәскәү йыйылма командаһының лидеры һәм капитаны булып китә.

1937 йылда Анатолий Тарасов Мәскәү физик культура институты ҡарамағындағы юғары тренерҙар мәктәбенә уҡырға инә. 1938 йылда уҡыу менән бер рәттән Загорскиҙың эшсе коллективында күнекмәләр үткәрә башлай.

1939 йылда тренерҙар мәктәбен тамамлай һәм Одессаның «Динамо» клубына күсә. Ул һөжүм итеүсе уйынсы була. Команда СССР чемпионатында һуңғы урынды биләй, миҙгел тамамланғас, Тарасовты «Крылья Советов» командаһына саҡыралар, һәм ул Мәскәүгә ҡайта. Был команда өсөн туплы хоккей һәм футболда уйнарға ниәтләй, әммә 1940 йылдың февралендә Тарасовты хәрби хеҙмәткә саҡыралар; Тиҙҙән уны ЦДКА-ның футбол командаһына күсерәләр. 1940 йыл миҙгелендә команда 4-се урынды биләй, 1941 йылғы чемпионат Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле тамамланмай.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мәскәүҙә объекттар һаҡлай; 1941 йылдың аҙағында Арзамасҡа ҡыҫҡа ваҡытҡа эвакуациялана.

1942 йылда ҡыҫҡа ваҡытлы офицерҙар курстарында уҡый. Бынан һуң ул ҡыҙылармеецтарҙы ҡул һуғышына, атыуға һәм башҡа хәрби әҙерлек дәрестәре алып бара[6]. Бөйөк Ватан һуғышын майор дәрәжәһендә тамамлай.

1946 йылда армия футболы буйынса тренер Б. Аркадьев уны Мәскәү хәрби округының Хәрби-һауа көстәре футбол клубына остаз итеп тәҡдим итә. Һуңыраҡ, Хәрби-һауа көстәренең хоккей командаһы барлыҡҡа килгәс, Тарасов уны етәкләй; уйнаусы тренер була.

1947 йылдан ЦСКА хоккей клубының уйнаусы тренеры була. 1948—1950 йылдарҙа клуб менән бергә шайбалы хоккей буйынса СССР чемпионы була. 100 уйын үткәрә, 106 шайба индерә.

Уйын тамамланғандан һуң ЦДКА, ЦДСА, ЦСК МО, ЦСКА командаларының баш тренеры булып эшләүен дауам итә (1974 йылға тиклем 1961 йылдың ғинуар — ноябрь һәм 1970 йылдың июнь — ноябрь айҙарында ҡыҫҡа тәнәфестәр менән). Был вазифала уның етәкселегендә команда түбәндәге титулдар яулай:

  • СССР чемпионы (1948—1950, 1955—1956, 1958—1960, 1963—1966, 1968, 1970—1973);
  • СССР чемпионаттарының икенсе призеры (1952—1954, 1957, 1967, 1969 һәм 1974);
  • СССР чемпионатының өсөнсө призеры (1962);
  • СССР Кубогын яулаусы (1954—1956, 1966—1969, 1973);
  • СССР Кубогы финалсыһы (1953).

1957—1961 йылдарҙа — хоккей буйынса СССР йыйылма командаһының баш тренеры. 1962—1972 йылдарҙа СССР йыйылма командаһының икенсе тренеры була (баш тренеры — Чернышёв Аркадий Иванович).

1972 йылда Саппорола үткән Олимпия уйындарынан һуң[7][8][9] йыйылма командаһы тренеры вазифаһынан отставкаға китә[10]

Тарасов баш тренер булғанда СССР йыйылма командаһы:

  • Олимпия уйындарының өсөнсө призёры (1960);
  • Донъя чемпионатының икенсе призёры (1958, 1959);
  • Европа чемпионы (1958—1960) була.

Өлкән тренер Аркадий Иванович Чернышев һәм икенсе тренеры А. В. Тарасов хоккей буйынса СССР йыйылма командаһын түбәндәге ярыштарҙа еңеүгә килтерә:

1975 йылда, билдәле хоккей белгесе булараҡ, ЦСКА футбол командаһына тренер итеп тәғәйенләнә. Юғары лигала 13-сө урынды биләй, шунан һуң эштән сығарыла.

Анатолий Тарасов «Алтын шайба» турнирына нигеҙ һала.

1974 йылда Торонтола Хоккей даны залына[2], 1997 йылда беренселәрҙән булып Халыҡ-ара хоккей федерацияһының Дан залына индерелә[3].

Хоккей үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн МХЛ-дың Хоккей даны залы тарафынан тапшырылған Уэйн Гретцки халыҡ-ара премияһы лауреаты.

Тарасов исеме менән Континенталь хоккей лигаһы дивизиондарының береһе атала. «Анатолий Тарасов» исемен Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының Төньяҡ флоты буксиры йөрөтә[11].

Мәскәүҙә 1995 йылдың 23 июнендә 77-се йәшендә вафат була. Ваганьково зыяратында ерләнгән.

Ғаиләһе

  • Ҡатыны (1940—1995) — Тарасова Нина Григорьевна (1918—2010). Ире менән йәнәш Ваганьково зыяратында ерләнгән.
  • Ҡыҙы: Тарасова Галина Анатольевна (1941—2009), педагог. Атаһы менән йәнәш Ваганьково зыяратында ерләнгән.
  • Ейәне — Алексей.
  • Бүләләре — Федор һәм Матвей.
  • Ҡыҙы — Тарасова Татьяна Анатольевна (1947 йылда тыуған) — фигуралы шыуыу буйынса совет һәм Рәсәй тренеры. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1975).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

undefined
  • Мәскәүҙәге йортта мемориаль таҡтаташ (Ленинград проспекты, 75).
  • 2015 йылдан «Анатолий Тарасов» исемен Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының Ҡыҙыл Байраҡлы Төньяҡ флоты буксиры йөрөтә[13].
  • Анатолий Тарасов исемен Airbus A320-214 моделендәге «Аэрофлот VP-BLN» самолеты йөрөтә[14].
  • 2018 йылдың 10 декабрендә, тренерҙың 100 йыллыҡ юбилейы көнөндә, Мәскәүҙә ЦСКА-ның В. М. Бобров исемендәге спорт комплексы алдындағы майҙанда Анатолий Тарасовҡа һәйкәл асыла[15].
  • 2019 йылдың 10 декабрендә, тыуыуына 101 йыл тулыу көнөндә, Google Анатолий Тарасовты СССР йыйылма командаһы тренеры итеп һүрәтләгән иҫтәлекле интерфейс булдыра[16][17][18][19][20].
  • 2017 йылдан «Мегаспорт» спорт һарайы Анатолий Тарасов исемен йөрөтә[21].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Тарасов Анатолий Владимирович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 1 2 ингл. Russian and Soviet Hockey Hall of Fame
  3. 1 2 Данные о тренере Архивная копия от 20 сентябрь 2019 на Wayback Machine на сайте «International Games of National Ice Hockey Team of the Soviet Union from 1954 to 1991 Архивная копия от 29 май 2006 на Wayback Machine» (инг.)
  4. 90 мальчишеских лет: В день юбилея великого спортсмена и тренера Анатолия Тарасова о нём вспоминают журналисты «Советского спорта» и вдова Нина Григорьевна. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2019. Архивировано 11 ғинуар 2009 года.
  5. Anatoly Tarasov | Russian coach  (инг.), Encyclopedia Britannica. 1 декабрь 2018 тикшерелгән.
  6. 1 2 Горбунов А. А. Анатолий Тарасов. ЖЗЛ. — М.: «Молодая гвардия», 2015.
  7. Славин В. Александр Пашков: И тогда Харламов заплакал… (В прошлом голкипер «Локомотива», «Крыльев Советов», ЦСКА, «Динамо», «Химика» Александр Пашков — о Валерии Харламове). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2020. Архивировано 25 ноябрь 2020 года. // Советский спорт. — 2015. — 19 августа.
  8. Славин В. Александр Пашков: Овечкин очень похож на Харламова (Вторая часть интервью с заслуженным мастером спорта Александром Пашковым, который выиграл Олимпиаду-72 в Саппоро и ЧМ-78 в Праге). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2020. Архивировано 25 ноябрь 2020 года. // Советский спорт. — 2015. — 20 августа.
  9. Кружков А., Голышак Ю. Александр Пашков: «„Бей купчишку!“ — кричал Тарасов»: Знаменитому хоккейному вратарю, олимпийскому чемпиону Саппоро-1972 вчера исполнилось 70 лет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2020. Архивировано 15 апрель 2020 года. // Спорт-Экспресс. — 2014. — 29 августа.
  10. Как Анатолий Тарасов уходил из сборной Архивная копия от 20 февраль 2022 на Wayback Machine.
  11. На Северной верфи спущено на воду судно тылового обеспечения ледового класса «Всеволод Бобров» // Министерство обороны Российской Федерации. — 2016. — 14 ноября.
  12. Спортсмены-орденоносцы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2021. Архивировано 12 апрель 2018 года.
  13. Буксирные именины, 30.04.2015. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2018. Архивировано 5 март 2018 года.
  14. Фотографии борта VP-BLN на сайте flightradar24. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2018. Архивировано 28 май 2018 года.
  15. Открытие памятника хоккейному тренеру А.Тарасову / [[mskagency.ru]], 10.12.2018. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2018. Архивировано 10 декабрь 2018 года.
  16. Гугл опубликовал дудл в честь Анатолия Тарасова. Рамблер (10 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2019. Архивировано 10 декабрь 2019 года.
  17. Google выпустил дудл ко дню рождения легендарного тренера Анатолия Тарасова. Чемпионат (10 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2019. Архивировано 10 декабрь 2019 года.
  18. Google создал дудл в честь легендарного тренера Анатолия Тарасова. Аргументы и факты (10 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2019. Архивировано 10 декабрь 2019 года.
  19. Google выпустил дудл ко дню рождения легендарного Анатолия Тарасова. Life (10 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2019. Архивировано 10 декабрь 2019 года.
  20. Anatoly Tarasov’s 101st Birthday (101 год со дня рождения Анатолия Тарасова) (ингл.). Google Doodles > This day in history: Doodles Archive (10 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2019. Архивировано 11 декабрь 2019 года.
  21. Дворцу спорта "Мегаспорт" будет присвоено имя Анатолия Тарасова  (рус.), РИА Новости (20150213T1407+0300Z). 27 февраль 2018 тикшерелгән.

Әҙәбиәт

  • Акопян В. С. Тренер Анатолий Владимирович Тарасов. — М.: Рутена, 2001. — 288 с. — (Спорт. Личность). — 10 000 экз. — ISBN 5-8261-0009-5.
  • Тарасов А. В. Новый разговор на старую тему: Проблемы отечественного хоккея. — М., 1964. — № 10. — С. 12—16.
  • Тарасов А. В. Детям о хоккее. — М.: Советская Россия, 1986. — 208 с.
  • Тарасов А. В. Настоящие мужчины хоккея. — М.: Физкультура и спорт, 1987. — 126 с.
  • Тарасов А. В. Поточный метод тренировки в хоккее. — М.: Физкультура и спорт, 1966. — 67 с.
  • Тарасов А. В. Путь к себе. — М.: Физкультура и спорт, 1974. — 423 с.
  • Тарасов А. В. Совершеннолетие. Хоккей и хоккеисты. — М.: Молодая гвардия, 1968. — 320 с.
  • Тарасов А. В. Совершеннолетие. Хоккей и хоккеисты. — М.: Молодая гвардия, 1970. — 352 с.
  • Тарасов А. В. Тактика хоккея. — М.: Физкультура и спорт, 1963. — 272 с.
  • Тарасов А. В. Хоккей без тайн. — М.: Молодая гвардия, 1988. — 269 с. — ISBN 5-235-00041-2.
  • Тарасов А. В. Хоккей грядущего. — М.: Физкультура и спорт, 1969. — 336 с.
  • Тарасов А. В. Хоккей грядущего. — М.: Физкультура и спорт, 1971. — 359 с.
  • Тарасов А. В. Хоккей. Родоначальники и новички. — М.: Эксмо, 2015. — 408 с. — ISBN 978-5-699-68166-2.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар