Тихонов Виктор Васильевич
| Викидата элементы тултырылмаған |
Тихонов Виктор Васильевич (4 июнь 1930 йыл, Мәскәү — 24 ноябрь 2014 йыл Мәскәү[1]) — совет хоккейсыһы һәм хоккей тренеры. Баш тренер сифатында өс тапҡыр СССР йыйылмаһын һәм Берләшкән команданы олимпия чемпионы (1984, 1988, 1992) һәм һигеҙ тапҡыр — донъя чемпионы, ә Мәскәүҙең ЦСКА-һын 12 тапҡыр СССР чемпионы титулына алып килә. СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1978). Рәсәй Федерацияның атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1993[2]). СССР-ҙың спорт мастеры, отставкалағы полковник.
Эшмәкәрлеге
Ҙур спортҡа ихата футболынан һәм хоккейынан сыға. Мәскәүҙә үҫә.
Виктор Тихонов 1942 йылда автобус паркында слесарь булып эшләй башлай[3]. 1943 йылда мәктәптә уҡыуын дауам итә, уны тамамлағандан һуң сауҙа мәктәбенә уҡырға инә. 1948 йылда армияға саҡырыла, унда Тихонов Мәскәү хәрби округының хәрби-һауа көстәре хоккей командаһына ҡабул итәләр.
1949—1953 йылдарҙа — Хәрби-һауа көстәре, 1953—1963 йылдарҙа «Динамо» (Мәскәү) һаҡсыһы позицияһында сығыш яһай, дүрт тапҡыр СССР чемпионы була. 1950 йылда спорт мастеры исеме бирелә. СССР чемпионаттарында 296 матч үткәрә, 35 шайба индерә.
Ҙур спортта сығыш яһауҙан туҡтағас, Тихонов Мәскәү хәрби округының Хәрби-һауа көстәрендә спорт буйынса инструктор булып эшләй. 1962 йылдан башлап тренерлыҡ эшендә: 1962—1965 йылдарҙа — «Динамо» балалар мәктәбе (Мәскәү) тренеры, 1965—1968 йылдарҙа — Мәскәүҙең «Динамо» командаһында тренер ассистенты.
Үҙ аллы тренерлыҡ эшен 1968 йылда Риганың «Динамо»һында башлай. Рига командаһын Тихонов икенсе лига командаһынан 1977 йылдағы СССР чемпионатында дүртенсе урынға тиклем күтәрә.
1976/1977 миҙгеле аҙағында Тихоновты ЦСКА-ға эшкә саҡыра башлайҙар. Ул, команда менән чемпионатта еңеүсе Константин Локтев урынын ала алмайым, тип иҫәпләп, баш тартта. Әммә Юрий Андропов менән һөйләшеүҙәрҙән һуң, Тихонов армия клубын ҡабул итә[4][5]. Бынан алда Тихонов Шайбалы хоккей буйынса СССР йыйылмаһын етәкләй. 1977 йылдан 1996 йылға тиклем һәм 2002—2004 йылдарҙа ЦСКА менән етәкселек итә. 1996 йылдан 2002 йылға тиклем, армия клубының бүленеү ваҡытында, «ХК ЦСКА»/«Мәскәү» хоккей клубының баш тренеры булып эшләй.
Тиҫтә ярым йыл эсендә ЦСКА Тихонов етәкселегендә 12 тапҡыр ил чемпионы була (Ә бер тапҡыр — 1983/1984 миҙгелендә, 44 матчта ике мәрәй генә юғалтып, хатта беренселек рекорды ҡуя[5]), 13 тапҡыр Европа чемпиондары кубогын яуланы, ике тапҡыр СССР кубогын яулай. Был ваҡыт эсендә ЦСКА уйынсылары Вячеслав Фетисов, Алексей Касатонов, Владимир Крутов, Игорь Ларионов, Сергей Макаров, Вячеслав Быков, Андрей Хомутов, Валерий Каменский, Сергей Федоров, Александр Могильный, Павел Буре бөтә донъяла билдәлелек ала.
1977 йылда Виктор Тихонов СССР йыйылма командаһын да етәкләй, ул 1978, 1979, 1981, 1982, 1983, 1986, 1989, 1990 йылдарҙа донъя чемпионаттарында, 1978—1979, 1981—1983, 1985—1987, 1989, 1991 йылдарҙа Европа чемпионаттарында даими еңеп сыға. Тихонов етәкселегендә йыйылма 1984, 1988 һәм 1992 йылдарҙағы Олимпия уйындарында өс тапҡыр еңеү яуланы. Тихонов 1980 йылғы Олимпиадала ла баш тренер була, ул саҡта СССР командаһы көтөлмәгәндә Америка Ҡушма Штаттары йыйылма командаһынан финал төркөм турнирында еңелә. Уның етәкселегендә 1981 йылда йыйылма команда Канада кубогын яуланы.
1994 йылда Рәсәй хоккейы тарихында беренсе тапҡыр Тихонов етәкселегендәге Рәсәй йыйылма командаһы олимпия миҙалы яулай алмай. Бынан һуң Тихонов йыйылма команданың баш тренеры вазифаһын ҡалдыра, әммә ЦСКА тренеры булып ҡала. 2003 йылдың йәйендә, йыйылма команда бер нисә тренерҙы алмаштырғандан һуң, уны көрсөктән сығарырға тырышып, 73 йәшлек Тихонов ҡабаттан Рәсәй йыйылма командаһы менән етәкселек итергә тәҡдим ала. Әммә 2004 йылдағы донъя чемпионатындағы уңышһыҙ сығышынан һуң Виктор Тихонов был вазифанан китә.
1995 йылда Дәүләт думаһына һайлауҙарҙа Тихонов — Туполев — Тихонов һайлау блогы ағзаһы. Блок 0,15 % йыя һәм Думаға үтмәй.
Оҙайлы ауырыуҙан һуң 2014 йылдың 24 ноябрендә 85-се йәшендә йөрәге туҡтауҙан вафат була[6].
Хәрби хөрмәт менән 27 ноябрҙә Ваганьков зыяратында (үҙәк аллея, 2-се участка), Изге Андрей Первозванный сиркәүенән алыҫ түгел, Анатолий Тарасов һәм Константин Бесков ҡәберҙәре урынлашҡан урында ерләнә[7][8][9][10][11][12] Алдан улы ла шул уҡ зыяратта ерләнгән була (43-се участка)[13].
Ленинград проспектындағы ЦСКА боҙ спорт комплексына 10 меңдән ашыу кеше тренер менән хушлашыуға килә.
Ҡаҙаныштары
Уйынсы булараҡ:
- 1951—1954 йылдарҙағы СССР чемпионы (өс тапҡыр Хәрби-һауа көстәре составында һәм бер тапҡыр — «Динамо» Мәскәү)
- 1959, 1960, 1962 һәм 1963 йылдарҙа икенсе призер
- 1955—1958 йылдарҙа өсөнсө призер
- 1952 йылда СССР Кубогын яулаусы
Тренер булараҡ:
Наградалары
- Ленин ордены (14 ғинуар 1983 йыл) — донъя һәм Европа чемпионаттарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[14]
- Октябрь Революцияһы ордены (15 июнь 1988 йыл) — XV Ҡышҡы Олимпия уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[15]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (7 июль 1978 йыл) — 1978 йылда хоккей буйынса донъя Һәм Европа чемпионатында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[16]
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (22 май 1981) — совет хоккейын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм 1981 йылда хоккей буйынса донъя Һәм Европа чемпионатында уңышлы сығыш яһағаны өсөн[17]
- "Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн"ордены III дәрәжә (1996 йылдың 20 декабре) — дәүләт алдындағы хеҙмәттәре һәм ватан хоккейын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн[18].
- Почет ордены (3 июнь 2000) — ватан хоккейын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн[19].
- Дуҫлыҡ Ордены (3 июнь 2010) — ватан спортын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн[20].
- "Хәрби ҡаҙаныштары өсөн"миҙалы[21].
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1993 йылдың 28 апреле) — физик культураны һәм спортты үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм армияның үҙәк спорт клубында күп йыллыҡ эше өсөн[22]
- илдә тәүгеләрҙән булып Рәсәй оборона министры тарафынан булдырылған I дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була.
- Олимпия ордены кавалеры
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең почет грамотаһы(4 июнь 2010) — ватан спортын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн[23].
Хәтер
1998 йылда ошо ИИХФ-тың Дан залына индерелә.
Виктор Тихоновтың исеме Лозанналағы Олимпия даны музейына индерелгән[24].
Тихоновтың 70 йәше тулыу айҡанлы Рәсәй Космонавтика федерацияһы уны тарихта тәүге космонавт Юрий Гагарин исемендәге миҙал менән бүләкләй[25].
2015 йылдың 4 апрелендә уның хөрмәтенә 1984 йылдың 24 октябрендә асылған астероидҡа Виктор Тихонов исеме бирелгән[26].
2016 йылдың 2 апрелендә Ригала Базница урамы, 41/43 адресы буйынса урынлашҡан йортта мемориаль таҡтаташ асыла[27][28], унда Виктор Васильевич ғаиләһе менән 1973 йылдан 1977 йылға тиклем йәшәй, ул Рига «Динамо»һының баш тренеры булып эшләй[29]. Таҡтаташ Латвия хоккей федерацияһы һәм Рига думаһы инициативаһы буйынса ҡуйылған. Уның авторы — архитектор Андрей Гелзис.
2015 йылдан «Виктор Тихонов» исемен Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының Төньяҡ флоты буксиры йөрөтә[30].
Иҫкәрмәләр
- ↑ РИА НОВОСТИ. Скончался трехкратный чемпион ОИ по хоккею тренер Виктор Тихонов - ХК ЦСКА (24 ноябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2014. Архивировано 27 ноябрь 2014 года.
- ↑ Тихонов Виктор Васильевич на сайте biograph.ru
- ↑ «Он был человеком в советской системе». 5 лет назад не стало Виктора Тихонова, Чемпионат (24 ноябрь 2019). 6 май 2021 тикшерелгән.
- ↑ Виктор Тихонов: «Фетисов просил сжечь мои блокноты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2011. Архивировано 15 декабрь 2009 года.
- ↑ 1 2 «Он был человеком в советской системе». 5 лет назад не стало Виктора Тихонова (24 ноябрь 2019). 6 май 2021 тикшерелгән.
- ↑ Знаменитый хоккейный тренер Виктор Тихонов умер в Москве. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2014. Архивировано из оригинала 28 ноябрь 2014 года.
- ↑ Пресс-служба храма Воскресения Словущего на Ваганьковском кладбище. Игумен Петр (Еремеев) совершил отпевание прославленного тренера по хоккею Виктора Тихонова. храм Воскресения Словущего на Ваганьковском кладбище (27 ноябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2014. Архивировано из оригинала 24 декабрь 2014 года.
- ↑ Виктор Тихонов похоронен на Ваганьковском кладбище (27 ноябрь 2014). 6 май 2021 тикшерелгән.
- ↑ Могилы знаменитостей. Некрополи Москвы. Ваганьковское кладбище. Тихонов Виктор Васильевич (1930-2014). www.m-necropol.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2022. Архивировано 22 март 2022 года.
- ↑ Памятник Виктору Тихонову, Москва (билдәһеҙ). Изготовление памятников. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2022. Архивировано 22 март 2022 года.
- ↑ Московские могилы. Тихонов В.В. www.moscow-tombs.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2022. Архивировано 22 март 2022 года.
- ↑ Московские могилы. Тихонов В.В._2. www.moscow-tombs.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2022. Архивировано 22 март 2022 года.
- ↑ Тихонов Василий Викторович | Спорт-страна.ру (билдәһеҙ). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2022. Архивировано 22 март 2022 года.
- ↑ Ведомости Верховного Совета СССР. — М.: Издание Верховного Совета СССР, 1983. — № 3 (19 января). — 49 — 72 с. — [Статьи 31 — 51]. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2018. Архивировано 20 февраль 2018 года.
- ↑ Ведомости Верховного Совета СССР. — М.: Издание Верховного Совета СССР, 1988. — № 25 (22 июня). — 473—484 с. — [Статьи 410—426]. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2018. Архивировано 20 февраль 2018 года.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 7 июля 1978 года № 7781—IX «О награждении орденами и медалями СССР спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта по итогам чемпионата мира и Европы 1978 года по хоккею». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2018. Архивировано 17 февраль 2018 года.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 22 мая 1981 года № 4920—X «О награждении орденами и медалями СССР спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2018. Архивировано 17 февраль 2018 года.
- ↑ Указ Российской Федерации от 20 декабря 1996 года № 1741 «O награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ III степени Тихонова В. В.»(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Российской Федерации от 3 июня 2000 года № 1015 «O награждении орденом Почёта Тихонова В. В.»(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Российской Федерации от 3 июня 2010 года № 667 «O награждении орденом Дружбы Тихонова В. В.»(недоступная ссылка)
- ↑ Тихонов Виктор Васильевич. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2018. Архивировано 20 февраль 2018 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 28 апреля 1993 года № 569 «О присвоении почётных званий Российской Федерации работникам Центрального Спортивного Клуба Армии»(недоступная ссылка)
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 4 июня 2010 года № 908-р «O награждении Почётной грамотой Правительства Российской Федерации Тихонова В. В.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2014. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Тихонов Виктор Васильевич. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2017. Архивировано 1 декабрь 2017 года.
- ↑ ТИХОНОВ Виктор Васильевич (1930—2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2015. Архивировано 20 май 2015 года.
- ↑ Циркуляры малых планет за 4 апреля 2015 года 2015 йылдың 20 апрель көнөндә архивланған. — в документе надо выполнить поиск Циркуляра № 93670 (M.P.C. 93670)
- ↑ Sputnik. Почему Виктор Тихонов именно в Риге стал самим собой. ru.sputniknewslv.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2016. Архивировано 14 апрель 2016 года.
- ↑ YouTube сайтында Жизнь сегодня (телеканал LTV7). В гостях Янис Квепс
- ↑ Портал Рижского самоуправления. www.riga.lv. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2016.
- ↑ На Северной верфи спущено на воду судно тылового обеспечения ледового класса «Всеволод Бобров» : Министерство обороны Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2016. Архивировано 15 ноябрь 2016 года.
Әҙәбиәт
- Тихонов В.В. Хоккей: надежды, разочарования, мечты. — М.: Физкультура и спорт, 1985. — 239 с. — (Сердца, отданные спорту).