ЦСКА (футбол клубы, Мәскәү)
ЦСКА — Рәсәй футбол клубы (Мәскәү), элек Армияның Үҙәк спорт клубынына ҡарай. Рәсәй футболының совет осоронан һуңғы тарихында иң боронғо һәм титуллы[1] клубтарҙың береһе, уның тарихы 1911 йылда нигеҙләнгән ОЛЛС командаһынан (саңғы спортын яратыусылар йәмғиәте) башлана. РСФСР чемпионы, ете тапҡыр СССР чемпионы[2], биш тапҡыр СССР кубогы[2], алты тапҡыр Рәсәй[2], чемпионы, туғыҙ тапҡыр Рәсәй кубогы[3] һәм ете тапҡыр Рәсәй суперкубогы еңеүсеһе. Беренсе Рәсәй һәм беренсе СССР-ҙан һуңғы осор клубы, Европа клуб турнирында УЕФА кубогында еңеү яулай (2004/05)[2].
2014 йылда ЦСКА бишенсе тапҡыр беренселекте яулай һәм шуның менән Рәсәй тарихында бөтә трофейҙарҙың төп нөсхәләрен йыйған беренсе клуб[4].
Атамалары
- 1911—1923 — Саңғы спортын яратыусылар йәмғиәте (ОЛЛС).
- 1923—1928 — Всевобухтың тәжрибә-демонстрация майҙансығы (ОППВ).
- 1928—1951 — Ҡыҙыл Армияның Үҙәк йорто (ЦДКА).
- 1951—1957 — Совет Армияһының Үҙәк йорто (СДА).
- 1957—1960 — Оборона министрлығының Үҙәк спорт клубы (ЦСК МО).
- 1960—1994 — Армияның Үҙәк спорт клубы (ЦСКА).
- 1994 йылдан — ЦСКА профессиональ футбол клубы (ПФК ЦСКА).
Клуб тарихы
ЦСКА футбол клубының тарихы 1911 йылда, саңғы спорты һөйөүселәр йәмғиәтендә (ОЛЛС) футбол секцияһы ойошторолғандан башлана[5]. Был секция нигеҙендә өс команда төҙөлә, улар шул уҡ йылда тәүге тапҡыр Мәскәү ҡалаһының Мәскәү футбол лигаһы чемпионатында «Б» класы (Мусси кубогы) буйынса ҡатнаша. 1911 йылдың 14 (27) авгусында «Вега» клубы менән беренсе рәсми матч үткәрелә, ул ОЛЛС футболсыларының 6:2 иҫәбе менән еңеүе менән тамамлана[5].
Клубтың төҫтәре һәм формаһы
1911 йылдың 14 (27) авгусында «Вега» командаһы менән үткән тәүге рәсми матчта ОЛЛС футболсылары ҡара күк майка һәм аҡ шортикта уйнай[6]. Шул ваҡыттан алып 1938 йылға тиклем был төҫтәр схемаһы команданың рәсми төҫө була. 1939 йылдың миҙгелендә клубтың рәсми төҫтәре ҡыҙыл һәм күк төҫтәргә үҙгәрә, шунан бирле улар үҙгәрмәй. Ҡыҙыл төҫ футбол клубының Совет Армияһы составына ҡарауын белдерә[6]. Армия командаһы формаһында күк төҫтөң барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәт юҡ, шулай ҙа был төҫ армия командаһының футболында һәм футболға бәйле әйберҙәрендә — футбол формаһында, эмблемаларында, флагтарҙа киң ҡулланыла[6].
Команда киләсәктә гел төп төҫтәргә йәбешмәне. Бесков етәкселегендә (1961—1962) команда йыш ҡына аҡ кейемдә уйнай, ә 60-сы йылдар уртаһында бер нисә осрашыуҙы ҡара кейемдә үткәрә. 1977 йылда Всеволод Бобров клубты үҙ ҡулына алғас, форма яңынан ҡыҙыл һәм зәңгәр төҫкә инә[6].
1970-се йылдар аҙағынан 1990-сы йылдар башына тиклем ЦСКА футболсылары башлыса ҡыҙыл һәм аҡ төҫтәрҙә уйнай[6]. Унан һуң да уйынсылар формаһы күп тапҡыр үҙгәрә[7][8][9][10][11].
Форма
Сығыштар статистикаһы

Ҡушаматтарының килеп сығышы
Команданың ҡушаматының килеп сығышы тураһында бер нисә версия бар. Уларҙың береһе буйынса, команданың «аттар» ҡушаматы Мәскәү ипподромының ат һарайының быға тиклем Песчаний стадионы урынында урынлашыуына бурыслы[12]. Икенсе версия буйынса, ҡушамат команданың базаһы кенәз Йосоповтарҙың элекке ат һарайы урынында урынлашҡанлыҡтан барлыҡҡа килгән[13].
Армияларҙың традицион ҡушаматы — «кони», ҡасандыр ул мыҫҡыллы булған, әммә хәҙер уны йөрөтөүселәрҙә кире хис-тойғолар тыуҙырмай[14]. 2008 йыл аҙағында клуб ат һүрәтен рәсми рәүештә тәҡдим итә, ул атрибутиканың төп элементтарының береһе булып тора.
Ҡаҙаныштары
- Футбол буйынса Мәскәү чемпионаты
- Чемпион (4): 1922 (яҙ), 1926, 1933 (яҙ), 1935 (о)
- Көмөш призер (4): 1921 (көҙ), 1922 (көҙ), 1927 (в), 1930 (көҙ)
- Бронза призер (7): 1918 (көҙ), 1919 (яҙ), 1920 (яҙ), 1920 (көҙ), 1924 (яҙ), 1934 (көҙ), 1935 (яҙ)
- СССР чемпионаты / Рәсәй чемпионаты
- Чемпион (13): 1946, 1947, 1948, 1950, 1951 , 1970, 1991 / 2003, 2005, 2006 , 2012/13, 2013/14, 2015/16
- Көмөш призер (13): 1938, 1945, 1949, 1990 / 1998, 2002, 2004, 2008, 2010, 2014/15, 2016/17, 2017/18, 2022/23
- Бронза призер (10): 1939, 1955, 1956, 1958, 1964, 1965 / 1999, 2007, 2011/12, 2024/25
- СССР кубогы / Рәсәй Кубогы
- Яулаусы (14): 1945, 1948, 1951, 1955, 1990/91 / 2001/02, 2004/05, 2005/06, 2007/08, 2008/09, 2010/11, 2012/13, 2022/23, 2024/25
- Финалсы (7): 1944, 1966/67, 1991/92 / 1992/93, 1993/94, 1999/2000, 2015/16
- Рәсәй суперкубогы
- Яулаусыһы (7): 2004, 2006, 2007, 2009, 2013, 2014, 2018
- Финалсы (5): 2003, 2010, 2011, 2016, 2023
- СССР-ҙың беренсе лигаһы
- Чемпион (2): 1986, 1989
- Көмөш призер: 1985
- Бронза призер: 1988
Главные тренеры
Павел Халкиопов (1936—1936)
Михаил Рущинский (1937—1939)
Сергей Бухтеев (1940—1941)
Пётр Ежов (1941—1941)
Евгений Никишин (1942—1944)
Борис Аркадьев (1944—1952)
Григорий Пиначиев (1954—1957)
Борис Аркадьев (1958—1959)
Григорий Пиначиев (1959—1960)
Константин Бесков (1961—1962)
Вячеслав Соловьёв (1963—1964)
Валентин Николаев (1964—1965)
Сергей Шапошников (1966—1967)
Всеволод Бобров (1967—1969)
Валентин Николаев 1969—1973
Владимир Агапов (1974)
Анатолий Тарасов (1975)
Алексей Мамыкин (1976—1977)
Всеволод Бобров (1977—1978)
Сергей Шапошников (1979—1979)
Олег Базилевич (1980—1982)
Альберт Шестернёв (1982—1983)
Сергей Шапошников (1983—1983)
Юрий Морозов (1984—1987)
Сергей Шапошников (1987—1988)
Павел Садырин (1989—1992)
Геннадий Костылев (1992—август 1993)
Борис Копейкин (август 1993—май 1994)
Александр Тарханов (июнь 1994—ғинуар 1997)
Павел Садырин (декабрь 1996—2 июль 1998)
Олег Долматов (4 июль 1998— 29 май 2000)
Павел Садырин (4 июнь 2000—2 октябрь 2001)
(в.б.) Александр Кузнецов (2 октябрь 2001—8 ноябрь 2001)
Валерий Газзаев (10 ноябрь 2001—13 ноябрь 2003)
Артур Жорже (23 ноябрь 2003—12 июль 2004)
Валерий Газзаев (14 июль 2004—4 декабрь 2008)
Зико (9 ғинуар 2009—10 сентябрь 2009)
Хуанде Рамос (10 сентябрь 2009—26 октябрь 2009)
Леонид Слуцкий (26 октябрь 2009—8 декабрь 2016)
Виктор Гончаренко (12 декабрь 2016—22 март 2021)
Ивица Олич (23 марта 2021—15 июнь 2021)
Алексей Березуцкий (15 июнь 2021—15 июнь 2022)
Владимир Федотов (15 июнь 2022—3 июнь 2024))
Марко Николич (6 июнь—х. в.)
Дәүләт наградалары
- Ленин ордены: 1973 йыл (ЦСКА спорт йәмғиәтенең 50 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә бирелә).
- Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың Рәхмәт хаты һәм клубтың 100 йыллығы хөрмәтенә уйынсыларға һәм тренерҙарға дәүләт наградалары.
Иҫкәрмәләр
- ↑ ЦСКА: 13-й Титул! — Футбол. Кубок России-2008/09. Финал. «Рубин»—ЦСКА — 0:1. sport-express.ru. Спорт-Экспресс (1 июнь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2011. Архивировано 28 октябрь 2012 года.
- ↑ 1 2 3 4 ЦСКА (Москва). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2016. Архивировано из оригинала 4 март 2013 года.
- ↑ ЦСКА выиграл свой второй трофей в сезоне — Кубок России. runews24.ru (1 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июнь 2013. Архивировано 6 июнь 2013 года.
- ↑ bat-marat. Чемпионский кубок передан ЦСКА на вечное хранение (16 май 2014). 5 май 2021 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Футболисты, стр. 2. Pfc-cska.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2011. Архивировано 22 ғинуар 2012 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 Почему ЦСКА играл в форме гандболистов? Sport-express.ru (18 май 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2011. Архивировано 17 декабрь 2008 года.
- ↑ ПФК ЦСКА и Reebok подписали договор (недоступная ссылка — история). Pfc-cska.com (16 декабрь 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2011. Архивировано 22 ғинуар 2012 года.
- ↑ Состоялась презентация новой формы ЦСКА. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2010. Архивировано 6 апрель 2010 года.
- ↑ ЦСКА подписал с Umbro соглашение о сотрудничестве. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2018. Архивировано 2 август 2018 года.
- ↑ ЦСКА не будет продлевать контракт с техническим спонсором Umbro. Sports.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2021.
- ↑ Михаил Рождественский. ЦСКА объявил о сотрудничестве с испанским производителем формы Joma. www.championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2021. Архивировано 30 июнь 2020 года.
- ↑ Статья ЗАО ПФК ЦСКА на «Лентопедии». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 май 2020. Архивировано 21 апрель 2020 года.
- ↑ Анонс материалов еженедельника «Советский Спорт Футбол» (24-30 апреля). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2010. Архивировано 15 апрель 2012 года.
- ↑ Code by Andrey Morozov. Кони. Red-army.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2011. Архивировано 18 октябрь 2011 года.
Һылтанмалар
- Официальный сайт клуба (рус.) (инг.)
- Подробная статистика ПФК ЦСКА