Арарат (футбол клубы, Ереван)
Арарат | |
Дәүләт | |
---|---|
Спорт төрө | Футбол |
Нигеҙләү датаһы | 10 май 1935 |
Йорт стадионы | Республиканский стадион[d] |
Главный тренер | |
Рәсми сайт | fcararat.am (әрм.) (рус.) |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | |
Рәсми атамаһы |
әрм. «Արարատ» Ֆուտբոլային Ակումբ бел. Арарат (Ерэван) |
Лигала уйнай | Армянская футбольная Премьер-лига[d] |
Официальный цвет | күк[d] и аҡ |
Категория игроков команды | Категория:Игроки ФК «Арарат» Ереван[d] |
Ҡушамат | Λευκοί Αετοί |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
«Арарат» футбол клубы (әрм.әрм. Ֆուտբոլային Ակումբ „Արարատ“ Երևան) — постсовет киңлегендә иң билдәле әрмән футбол клубтарының береһе. 1935 йылда Ереванда ойошторола. СССР чемпионы, ике тапҡыр СССР Кубогын яулай, Әрмәнстан чемпионы, биш тапҡыр Әрмәнстан Кубогын ала, Әрмәнстан Суперкубогы эйәһе. Футбол буйынса беренселектә ҡатнаша (2003, 2010 йыл миҙгелдәренән башҡа).
Клуб хужаһы — Швейцария эшҡыуары әрмән сығышлы Грач Каприелян.
Командаһының генераль бағыусыһы булып Грач Каприелян етәкләгән «Арцахбанк» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте тора.
Элекке атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1935—1936: «Спартак» Эривань
- 1954—1962 һәм 1936—1937 йылдар: «Спартак» Ереван
- 1938—1953: «Динамо» Ереван
- 1963—2004 һәм 2004 йылдан: «Арарат» Ереван
- 2004 — «Лернагорц-Арарат» Капан
- 2004 — «Арарат» Капан
Уйынсылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Арарат» уйынсылары Аркадий Андриасян, Оганес Заназанян (1972 й.) һәм Хорен Оганесян (1980 й.) Мәскәү һәм Мюнхен Олимпиадаларның бронза призерһары була. Хорен Оганесян СССР йыйылма командаһында 35 уйын үткәрә һәм 6 туп индерә.
Клуб төҫтәре, формаһы һәм эмблемаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Стадион[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Раздан» 1970—1971 йылдарҙа 11 ай эсендә, стадионға исем биргән Раздан йылғаһы яры битләүендә төҙөлә. 1971 йылдың 19 майында асыла[2]. Совет заманында СССР-ҙың иң ҙур стадиондарының һәм ике яруслыларҙың береһе була. Нәҡ ошо стадионда "Арарат"тың футбол көйәрмәндәре клубтың 1973 йылда алтын миҙал яулауын һәм 1973, 1975 йылдарҙа Кубок яулауын күрә. СССР йыйылма командаһы стадионда ике генә уйын үткәрә һәм был саралар 1978 йылда була: апрелдә Фин йыйылма командаһына ҡаршы иптәштәрсә уйын (СССР файҙаһына 10:2), ә ярты йыл үткәс, грек командаһына ҡаршы Европа чемпионатының һайлап алыу матчы (совет йыйылма командаһы 2:0 иҫәбе менән еңә). Финляндия менән матчта тамашасылар һаны — 12 000, Греция менән уйнағанда 40 меңгә етә.
Союз тарҡалғандан һуң стадионда Әрмәнстан йыйылма командаһы, башҡа футбол клубтары үҙ уйындарын үткәрә. 1990 йылдарҙа футбол буйынса Әрмәнстан кубогына финал уйындары ойошторола. 2002 йылда ул реставрациялана, 2006—2008 яңыртыу эштәре дауам итә. Башта 75 000 тамашасыны һыйҙырған стадионда өлөшләтә реконструкциянан һуң урындар кәмей һәм 69000 ҡала. Тулыһынса реконструкция үткәрелеп, шәхси креслолар урынлаштырылыу тамашасылар күләмен 55 000 ҡалдыра. Әлеге ваҡытта стадион, рационаллек арҡаһында, милли йыйылма команда тарафынан ҡулланылмай. "Раздан"да йыйылма команданың һуңғы уйыны 2008 йылда 2010 йылғы Донъя чемпионатына һайлап алыу циклында төрөк йыйылма командаһына ҡаршы үтә. Нигеҙҙә стадион футбол һәм ҡайһы бер атлетика ярыштары өсөн файҙаланыла.
Сығыштар статистикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Еврокубоктар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Өйҙәге уйындар ҡалын шрифт менән бирелә
Турнир | Уйын | Еңеү | Бер яҡтың да еңмәүе | Еңелеү | Гол индерелгән | Гол кергән |
---|---|---|---|---|---|---|
Европа чемпиондары кубогы | 6 | 5 | 0 | 1 | 14 | 5 |
УЕФА кубогы | 14 | 5 | 2 | 7 | 15 | 21 |
Кубок эйәләре кубогы | 12 | 3 | 2 | 7 | 18 | 18 |
Интертото кубогы | 8 | 3 | 0 | 5 | 7 | 18 |
Йәмғеһе | 38 | 16 | 4 | 18 | 53 | 53 |
Иң ҙур еңеүҙәре һәм еңелеүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иң ҙур еңеүҙәре:
СССР чемпионатында:
- «Арарат» — «Торпедо» Мәскәү — 5:0 (1967 йыл)
- «Арарат» — «Торпедо» Мәскәү — 5:0 (1972 йыл)
- «Арарат» — «Нефтчи» Баҡы — 6:1 (1981 йыл)
- «Арарат» — «Черноморец» Одесса — 6:1 (1982 йыл)
Әрмәнстан чемпионатында:
- «Арарат» — «Ахтамар» Севан — 18:0 (1992 йыл)
Әрмәнстан кубогында:
- «Ачин» Нора-Ачина — «Арарат» — 1:12 (1992 йыл)
Европа кубоктарында:
- «Арарат» — «Анортосис» Фамагуста (Кипр) — 9:0 (1975/76 йыл)
Иң ҙур еңелеүҙәре:
СССР чемпионатында:
- «Динамо» Киев — «Арарат» — 7:0 (1984 йыл)
- «Динамо» Киев — «Арарат» — 7:0 (1987 йыл)
Әрмәнстан чемпионатында:
- «Арарат» — «Пюник» Ереван — 0:6 (2007 йыл)
- «Арарат» — «Бананца» Ереван — 0:6 (2007 йыл)
- «Пюник» Ереван — «Арарат» — 6:0 (2009 йыл)
Әрмәнстан кубогында:
- «Ширак» Гюмри — «Арарат» — 3:0 (2004 йыл)
Европа кубогында:
- «Ксамакс» (Швейцария) — «Арарат» — 6:0 (2005/06 йыл)
Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Милли чемпионаттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- СССР
- СССР чемпионы (1)
- 1973
- СССР чемпионатының көмөш призеры (2)
- 1971, 1976 (яҙ)
- СССР кубогы (2)
- 1973, 1975
- СССР кубогы финалисы (2)
- 1954, 1976
- «Ғәҙел уйын өсөн»
- 1960
- «Агрессив ҡунаҡҡа»
- 1972, 1973
- «Григорий Федотов исемендәге»
- 1973
- «Ҙур иҫәп призы»
- 1973
- «Туптар айырмаһы өсөн»
- 1973, 1976 (яҙ); «Еңеүгә ихтыяр өсөн»
- 1974
- «Ғәҙел уйын»
- 1989
- «Гроза авторитетов»
- 1990
- Әрмәнстан
- Әрмәнстан чемпионы (1)
- 1993
- Әрмәнстан чемпионатының көмөш призеры (4)
- 1996/97, 1999, 2000, 2008
- Әрмәнстан чемпионатының бронза призеры (1)
- 1994
- Әрмәнстан кубогы (5)
- 1993, 1994, 1995, 1996/97, 2008
- Әрмәнстан кубогы финалисы (2)
- 2001, 2007
- Әрмәнстан суперкубогы (1)
- 2009
- Әрмәнстан суперкубогы финалисы (1)
- 1997
- Һиндостан футбол ассоциацияһы кубогы (IFA Shield)
- 1978
Халыҡ-ара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Европа чемпиондары кубогының 1/4 : 1974/75
- УЕФА кубогының 1/8 финалы: 1972/73
- Кубоктар кубогының 1/8 финалы: 1975/76
Уйынсыларҙың ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- СССР-ҙа миҙгелдең иң яҡшы 33 футболсыһы исемлегендә:
- Хорен Оганесян — № 1 — 1980, 1982, 1983; № 2 — 1979; № 3 — 1981
- Левон Иштоян — № 1 — 1971, 1973; № 3 — 1974
- Аркадий Андриасян — № 1 — 1973, 1974; № 2 — 1971, 1975
- Оганес Заназанян — № 2 — 1971, 1973; № 3 — 1974
- Эдуард Маркаров — № 2 — 1973; № 3 — 1971, 1975
- Григорий Амбарцумян — № 2 — 1961
- Алёша Абрамян — № 2 — 1973
- Сурен Мартиросян — № 2 — 1973
- Ашот Хачатрян — № 2 — 1979
- Александр Коваленко — № 3 — 1971, 1973
- Норайр Месропян — № 3 — 1971, 1973
- Назар Петросян — № 3 — 1975, 1976
- Александр Мирзоян — № 3 — 1975
- Альберт Саркисян — № 3 — 1991
- Григорий Федотов клубы ағзалары:
- Эдуард Маркаров — 159 гол
- Хорен Оганесян — 118 гол
- Миҙгелдең иң яҡшы бомбардирҙары:
- Европа чемпиондары кубогының иң яҡшы бомбардиры, 1974/75 — Эдуард Маркаров
- 1976 (в) — Аркадий Андриасян (8)
- 1992 — Ваге Ягмурян (38)
- 2007 — Маркос Пиццелли (22)
- 2008 — Маркос Пиццелли (17)
- Миҙгелдең иң яҡшы дебютанттары:
- 1965 — Давид Паис
- 1966 — Алёша Абрамян
- 1966 — Александр Сёмин
- 1967 — Норик Демирчян
- 1973 — Арменак Саркисян
- 1975 — Хорен Оганесян
- «Миҙгелдең иң матур голы» призы:
- 1982 — Хорен Оганесян
- «Һөжүм рыцаре» призы:
- 1984 — Гамлет Мхитарян
- Йылдың иң яҡшы уйынсыһы:
- 1993 — Армен Шахгельдян
- 1999 — Арутюн Абраамян
Етәксе состав[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Президент — Грач Каприелян
- Вице-президент / Башҡарма директор — Аркадий Андриасян[3]
- Администратор — Араик Егян[4]
- Матбуғат-секретаре — Самвел Сукиасян
Клуб хеҙмәткәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баш тренер — Варужан Сукиасян
- Тренер — Эдгар Сафарян[5]
- Ҡапҡасылар тренеры — Феликс Акопян
- Балалар-үҫмерҙәр командалары тренеры — Тигран Гспеян
Клубтың баш тренерҙарыы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
|
|
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://www.transfermarkt.com/fc-ararat-erewan/mitarbeiterhistorie/verein/11912
- ↑ Aris Ghazinyan. Football diplomacy, Armenia-Turkey: From Ararat’s victory to Jorkaeff’s goal (ингл.). Analysis. ArmeniaNow.com (23 октябрь 2009). Дата обращения: 13 июнь 2013. Архивировано 14 июнь 2013 года. 2013 йылдың 30 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Альберт Сафарян покинул «Арарат»(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Информация клуба на фан-сайте (рус.)
- ↑ Альберт Сафарян временно заменит Аркадия Андреасяна 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған. (рус.)
- ↑ 1946 год. (рус.)(рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- www.fcararat.am (амх.) (рус.) (англ.)
- Профиль на Wildstat (Армения)
- Профиль на Wildstat (СССР)
- Профиль на int.soccerway.com (англ.)
- Профиль на www.football-lineups.com (англ.)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Арсен Какосян. «В ночь после футбола», Ереван, 1974
- Александр Григорян. «МАРКАРОВЫ „Бразильцы“ армянского футбола», Ереван, 2002
- Александр Григорян. «От Босфора до Каспия», Ереван, 2003
- Александр Григорян. «Арарат» — любовь моя", Ереван, 2006
- Александр Григорян. «Братья Андриасяны. Генералы футбольных полей», Ереван, 2011