Футбол буйынса Рәсәй чемпионаты

Футбол буйынса Рәсәй чемпионаты (рус. Чемпиона́т Росси́и по футбо́лу) — Рәсәй футбол лигаһы системаһының юғары дивизионы.

Ярышта миҙгел башында РФС I лицензияһына эйә булған Рәсәй премьер-лигаһының 16 клубы ҡатнаша. Һәр миҙгелдән һуң 15-се һәм 16-сы урындарҙы биләгән клубтар Беренсе лигаға күсерелә, ә уларҙың урындарын был беренселектең иң көслө ике командаһы биләй. 13-сө һәм 14-се урындарҙы яулаған клубтар Беренсе лига командалары менән плей-офф уйындарын үткәрә (3-сө һәм 4-се урындар), еңеүсе командалар киләһе миҙгелдә РПЛ-да (Рәсәй премьер-лигаһы) ҡатнаша.

Беренсе Рәсәй чемпионаты 1992 йылда үткәрелә, 1997 йылға тиклем турнир юғары лига тип атала, 1998 йылда юғары дивизион тип үҙгәртелә[3]. 2001 йылға тиклем Рәсәй чемпионаты менән Профессиональ футбол лигаһы идара итһә, 2002 йылдан ярыштарҙы ойоштороу өсөн махсус рәүештә булдырылған Рәсәй футбол премьер-лигаһына йөкмәтелә, һәм 2002—2018 йылдарҙа ярыш РФПЛ — Рәсәй футбол премьер-лигаһы тип атала, 2018 йылда турнир Рәсәй премьер-лигаһы (РПЛ) тип үҙгәртелә.

РПЛ чемпионы һәм вице-чемпионы киләһе миҙгелдә УЕФА-ның чемпиондар лигаһында ҡатнаша. 3-сө һәм 4-се урындарҙы яулаған командалар УЕФА-ның конференциялар лигаһына үтә[4]. Рәсәй кубогын яулаған команда УЕФА-ның Европа лигаһына сыға.

Рәсәйгә ҡарата Европа кубогы урындарын бүлеү буйынса был схема 2021/2022 йылдар миҙгеленән илдең УЕФА коэффициент рейтингында һигеҙенсе урынға төшөүе, шулай уҡ Европа кубогы буйынса яңы турнир — конференциялар лигаһы индерелеүе арҡаһында ғәмәлдә.

1992—2010 йылдарҙа чемпионат «яҙ-көҙ» системаһы буйынса үткәрелә. 2010 йылда РФС-ның яңы етәкселеге чемпионат системаһын яңырта: 2011 йылдың яҙында башланған 20-се ил чемпионаты ике этапта (ике турҙан һуң ике «һигеҙгә» бүленеп) үтә һәм 2012 йылдың яҙында тамамлана. Шул уҡ йылдың йәйендә яңы чемпионат башлана. Шулай итеп, 2012 йылдан футбол буйынса Рәсәй чемпионаты «көҙгө-яҙғы» система буйынса үткәрелә.

Тарихы

Рәсәй футболының үҫеше 1896 йылда "Спорт һөйөүселәр клубы"ның (Рәсәйҙең тәүге футбол командаһы) уставы рәсми рәүештә раҫланғандан һуң башлана. 1897 йылдың 24 октябрендә (иҫке стиль буйынса 12 октябрь) Санкт-Петербургта «Спорт һөйөүселәр түңәрәге» һәм «Василеостровский футболсылар йәмғиәте» командалары араһында тәүге футбол матчы үтә. «Василеостровский футболсылар йәмғиәте» быға тиклем үк ойошторолған була[5].

Рәсәй империяһында

Рәсәй империяһында футбол буйынса даими турнирҙар башта Санкт-Петербургта ғына үткәрелә. 1901 йылға футбол клубтары һаны арта һәм уларҙы берләштереү кәрәк була. Беренсе чемпионат шул уҡ йылда үткәрелә.

1910 йылдар башынан империяның күп кенә ҡалаларында, шул иҫәптән Мәскәүҙә ҡала чемпионаттары үткәрелә башлай. Мәскәүҙә тәүге футбол ойошмаһы «Сокольники» футболсылар түңәрәге була. 1910 йылда Рәсәй футболсылары тәүге тапҡыр халыҡ-ара аренаға сыға, Праганың «Коринф» клубы командаһы[6] менән уйнай. 1911 йылда Бөтә Рәсәй футбол союзы ойошторола.

1912—1914 йылдарҙа футбол союзы ҡала командалары араһында чемпионаттар үткәрә. 1912 йылда союз ФИФА составына ингәс, Рәсәй футболсылары рәсми халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша башлай.

1920—1991. РСФСР, СССР

Революциянан һуң Совет Рәсәйендә 1920 һәм 1922 йылдарҙағы чемпионаттар үткәрелә. 1922 йылдың 30 декабрендә СССР барлыҡҡа килгәс, СССР чемпионаттары үткәрелә башлай. Шул уҡ йылда совет футболы тарихында йыйылма командалар өсөн тәүге чемпионат үтә. Бер йылдан һуң командаларҙың иң яҡшы уйынсыларынан йыйылма команда төҙөлә.

1935 йылда ҡала командалары араһында футбол буйынса һуңғы СССР чемпионаты үткәрелә. Мәскәү командаһы еңеү яулай.

1936 йылдан алып чемпионат йыл һайын үткәрелә, унда тәүге футбол клубтары ҡатнаша.

Хәҙерге осор (1991 йылдан)

1991 йылда СССР тарҡалғас, элекке совет республикаларында футбол буйынса үҙаллы чемпионаттар үткәрелә башлай. Совет премьер-лигаһында лига төҙөү өсөн Рәсәй клубтары етмәй. Шуға ла 1992 йылда Рәсәй юғары лигаһында СССР чемпионатының юғары (6 команда), беренсе (11) һәм икенсе (3) лигаһынан 20 Рәсәй клубы көс һынаша. Дөйөм осрашыуҙар һанын кәметеү өсөн командалар ике төркөмгә бүленде. Премьер-лигала командалар һаны яйлап кәмей: 1993 йылда 18, 1994 йылда 16. Шул ваҡыттан алып юғары дивизион (һәм премьер-лига) 16 клубтан тора, 1996 һәм 1997 йылдарҙағы экспериментты иҫәпкә алмағанда, тағы ике команда була.

1998—2001 йылдарҙа ярыш «Юғары дивизион» тип атала.

РФПЛ ойоштороу (2001)

Рәсәй футбол премьер-лигаһы 2001 йылда юғары дивизион базаһында ойошторола. Айырма шунда: юғары дивизион менән профессиональ футбол лигаһы идара итә, ә премьер-лиганы булдырыу клубтарға күберәк мөмкинлектәр бирә. Ике тапҡыр Рәсәй чемпионаты аҙағында иң көслө команданы билдәләү өсөн «Алтын матч» тәғәйенләргә тура килә, унда алтын миҙалдар өсөн миҙгелдә бер үк мәрәй йыйған иң яҡшы ике командаһы көрәшә. 1996 йылда Мәскәүҙең «Спартак» командаһы Владикавказдың «Алании»һынан көслөрәк була (2:1). Мәскәүҙең "Локомотив"ы 2002 йылғы «Алтын матчта» ЦСКА-ны еңеп, юғары лиганың беренсе чемпионы була. Һуңынан «Алтын матч» туҡтатыла.

Ребрендинг (2018)

2018/2019 йылдар миҙгеленә әҙерлек барышында, шулай уҡ «Росгосстрах» менән бағыусылыҡ килешеүе тамамланыуға бәйле, ребрендинг үткәрергә ҡарар ителә, унда яңы логотип тәҡдим ителә, һәм турнир Рәсәй премьер-лигаһы (РПЛ) тип атала башлай[7][8][9][10][11]. Яңы бренд стратегик мәсьәләне визуаль яҡтан хәл итергә, интуитив аңлайышлыраҡ һәм йәшерәк булырға тейеш[12]. Яңы логотип бишмөйөш эсендәге айыуҙан ғибәрәт, логотип Рәсәй флагы төҫтәрендә ҡыҙыл һәм зәңгәр төҫтәрҙә эшләнгән. Айыуҙың ҡыҙыл күҙҙәре артабан аҡ төҫкә алмаштырыла[13]}}

Үткәрелеү форматы

undefined

Футбол буйынса Рәсәй чемпионаты ике турҙа: үҙ яланында һәм дәғүәсе майҙанында уҙғарыла. Миҙгел дауамында командалар 30 уйын үткәрә — 15-е үҙ майҙанында һәм 15-е ситтә. Матчта еңеү клубҡа 3 мәрәй, тигеҙ иҫәп менән бер мәрәй килтерә, еңелгән өсөн командаға мәрәй бирелмәй алмай.

Бөтә күрһәтелгән күрһәткестәр абсолют тигеҙ булған осраҡта командаларҙың таблицалағы урындары был командалар араһында өҫтәмә матч үткәреү юлы менән билдәләнә.

Чемпионаттың финал турнир таблицаһында 15-се һәм 16-сы урындарҙы яулаған клубтар командалары туранан-тура беренсе лигаға төшә. һәм 14-се урындарҙы яулаған командалар командалар менән — ярашлы рәүештә дүртенсе һәм өсөнсө урындарҙы яулаған беренсе лига ҡатнашыусылары менән ике матч (өйҙә һәм ситтә) уйнай.

Стадиондары

2010 йылдың 2 декабрендә Рәсәй 2018 йылғы футбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итеү хоҡуғын яулай. Турнир өсөн ун бер футбол стадионы төҙөлә һәм реконструкциялана, быға яҡынса 170 миллиард һум аҡса тотонола.

Рубин (Казань) Зенит (Санкт-Петербург) Спартак (Мәскәү) Пари Түбәнге Новгород
«Аҡ Барыҫ Арена» «Газпром Арена» «Лукойл Арена» «Түбәнге Новгород»
Һыйҙырышлығы: 45 379 Һыйҙырышлығы: 64 468 Һыйҙырышлығы: 45 379 Һыйҙырышлығы: 45 253
Общий вид стадиона Казань Арена.jpg Spb 06-2017 img40 Krestovsky Stadium (cropped).jpg Stadium Otkrytiye Arena1.jpg Nizhny Novgorod Stadium asv2019-05.jpg
Динамо (Махачкала) Ростов (Дондағы Ростов) Крылья Советов (Һамар) Краснодар
«Анжи Арена» «Ростов Арена» «Һамар Арена» «Краснодар»
Һыйҙырышлығы: 24 173 Һыйҙырышлығы: 43 472 Һыйҙырышлығы: 41 970 Һыйҙырышлығы: 35 179
Anzhi-Arena-2014 (2).jpg Rostov Arena (2).jpg Samara Arena.jpg Park near the stadium in Krasnodar (3).jpg
Химки Факел (Воронеж) Ахмат (Грозный) ЦСКА (Мәскәү)
«Арена Химки» Профсоюздарҙың Үҙәк стадионы" «Ахмат Арена» «ВЭБ Арена»
Һыйҙырышлығы: 18 636 Һыйҙырышлығы: 32 750 Һыйҙырышлығы: 30 597 Һыйҙырышлығы: 30 457
16.09.2012 ЦСКА-АЛАНИЯ.JPG Центральный стадион профсоюзов. Июнь 2015.jpg Спорткомрлекс им. А,А - Х Кадырова.jpg Arena CSKA.jpg
Локомотив (Мәскәү) Динамо (Мәскәү) Акрон (Тольятти) Ырымбур
«РЖД Арена» «ВТБ Арена» «Кристалл» «Газовик»
Һыйҙырышлығы: 27 320 Һыйҙырышлығы: 25 716 Һыйҙырышлығы: 3010 Һыйҙырышлығы: 10 046
Lokomotiv Stadium.jpg VTB Arena8.jpg Orenburg Stadium.jpg

Ҡаҙаныштар

Миҙалдар

Клуб Алтын Көмөш Бронза Бөтә миҙалдар
1 Спартак (Мәскәү) 10 6 4 20
2 Зенит 10 3 4 17
3 ЦСКА 6 9 3 18
4 Локомотив (Мәскәү) 3 6 6 15
5 Рубин 2 - 2 4
6 Алания 1 2 - 3
7 Краснодар 1 1 3 4
8 Ротор - 2 1 3
9 Динамо (Мәскәү) - 1 6 7
10 Ростов - 1 - 1
Сочи - 1 - 1
12 Торпедо (Мәскәү) - - 1 1
Анжи - - 1 1
Крылья Советов - - 1 1

Клубтар буйынса

Еңеүҙәр Клуб Чемпион булған миҙгелдәр
10 Спартак (Мәскәү) 1992, 1993, 1994, 1996, 1997, 1998, 1999, 2000, 2001, 2016/2017
Зенит (СПб) 2007, 2010, 2011/12, 2014/15, 2018/19, 2019/20, 2020/21, 2021/22, 2022/23, 2023/24
6 ЦСКА (Мәскәү) 2003, 2005, 2006, 2012/13, 2013/14, 2015/16
3 Локомотив (Мәскәү) 2002, 2004, 2017/18
2 Рубин (Казань) 2008, 2009
1 Спартак-Алания (Владикавказ) 1995
1 Краснодар 2024/25

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Павел Булацкий о трансляциях на «Беларусь 5»: Зрители без мирового и белорусского спорта не останутся. Белтелерадиокомпания (17 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2022.
  2. 1 2 Где смотреть матчи Тинькофф РПЛ? premierliga.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июнь 2022.
  3. Теперь лиги будут называться дивизионами — Спорт-экспресс. 31 октября 1997
  4. Полина Куимова. «Спартак» – в ЛЧ, «Сочи» и «Рубин» начнут в новом турнире. Финальный расклад в РПЛ, Чемпионат (16 мая 2021 года, 17:30).
  5. 24 октября 1897 года состоялся первый в России футбольный матч
  6. Футбол России в 1910 году
  7. Футбол и сомбреро, они, если честно… Новые логотипы РФПЛ как прививка от скуки
  8. Новый логотип премьер лиги — просто Бомба!
  9. Медвежья услуга. С чем ассоциируется наш футбол
  10. Представлен рабочий вариант нового логотипа РФПЛ
  11. Создание логотипа Российской Премьер-Лиги
  12. РФПЛ провела ребрендинг. На лого — медведь с красными глазами
  13. Лицом не вышли: российский футбол начинает ребрендинг. sovsport.ru.

Тема буйынса өҫтәмә