УЕФА-ның Европа лигаһы

УЕФА-ның Европа лигаһы (рус. Ли́га Евро́пы УЕФА, ингл. UEFA Europa League) — клубтар араһында йыл һайын үткәрелгән футбол буйынса халыҡ-ара турнир, 1971 йылда УЕФА кубогы (ингл. UEFA Cup) исеме аҫтында ойошторола[1]. Ул УЕФА (Европа футбол ассоциациялары союзы) ағзаһы булған футбол клубтары өсөн УЕФА чемпиондары лигаһынан һуң икенсе мөһим турнир тип иҫәпләнә. Европа лигаһында, УЕФА рейтингына ҡарап милли чемпионат миҙгеле аҙағында турнир таблицаһында билдәле урындарҙы алған клубтар уйнай, шулай уҡ милли кубоктар еңеүселәре, әгәр улар ниндәй ҙә булһа шарттарҙа милли чемпионат һөҙөмтәләре буйынса чемпиондар лигаһында ҡатнашыу хоҡуғын яуламаған булһа[2]).

1971/72 — 2008/09 йылдар миҙгеленә тиклем турнир УЕФА кубогы булараҡ билдәле була. 1998/99 йылдар миҙгеленә тиклем был турнирға милли кубоктарҙы үткәргән клубтар инмәй, сөнки ул ваҡытта ул УЕФА чемпиондары лигаһынан һуң икенсе әһәмиәтле турнир тип иҫәпләнгән УЕФА кубогын еңеүселәр кубогы була, әммә УЕФА кубогын һәм УЕФА кубогы еңеүселәре кубогын берләштереү һөҙөмтәһендә иҫке исеме менән берҙәм турнир — УЕФА кубогы барлыҡҡа килә[3]. 2009/10 йылдар миҙгеленән ул УЕФА-ның Европа лигаһы исемен ала, турнир форматы чемпиондар лигаһына оҡшаш төҙөлә[4][5].

УЕФА Кубогының алдағыһы булып Йәрминкәләр кубогы һанала, әммә УЕФА был турнирҙы рәсми танымай, һәм, тимәк, был турнирҙағы еңеүҙәр УЕФА кубогында еңеүҙәр тип танылмай[6].

2004/05 йылдар миҙгеленән турнирҙа плей-офф этабы алдынан уйындар төркөм этабында үтә. 2009 йылдан Европа кубоктарының ребрендингы һөҙөмтәһендә УЕФА кубогы Интертото кубогы менән берләштерелә, ә ярыштың форматы киңәйтелә, унда Интертото кубогынан командалар өҫтәлә, улар ярышты дүрт һайлап алыу туры менән башлай. Европа лигаһы еңеүсеһе киләһе миҙгелдә УЕФА суперкубогында һәм чемпиондар лигаһында ҡатнашыу хоҡуғы ала.

Турнирҙа беренсе еңеүсе — Лондондың "Тоттенхэм Хотспур"ы, ул 1972 йылда 3:2 иҫәбе менән икенсе инглиз клубы "Вулверхэмптон Уондерерс"ты еңә[7]. Дөйөм алғанда, был турнир еңеүсеһе титулын 26 клуб яулай, шуларҙың 11-е уны бер тапҡырҙан да күберәк. Турнирҙа еңеүҙәр һаны буйынса рекорд Испанияның «Севилья» командаһында, бөтәһе 6 тапҡыр яулай: 2006, 2007 һәм 2014, 2015, 2016, 2020 йылдарҙа (шул уҡ ваҡытта ҡатнашҡан бер финалда ла еңелмәй). Испания клубтары турнирҙа 13 тапҡыр еңә[8].

Тарихы

УЕФА Кубогының алдағыһы булып 1955 йылдың 18 апрелендә ойошторолған Йәрминкәләр кубогы тора. Турнир 1955 йылдан 1971 йылға тиклем үткәрелә. Был турнирҙы ойоштороу идеяһын күтәреп сығыусылар — Отторино Барраси, Стэнли Роуз һәм Эрнст Томмен[9]. Беренсе уйындарҙа «Бер ҡала — бер команда» принцибы буйынса үткәрелә. Унда Барселона, Базель, Бирмингем, Копенгаген, Майндағы Франкфурт, Лозанна, Лейпциг, Лондон, Милан һәм Загреб командалары ҡатнаша[10]. Первый розыгрыш длился три года с 1955 по 1958 год, поскольку матчи проводились во время ярмарок[10]. Бындай уйнатыу 1955 йылдан 1958 йылға тиклем өс йыл дауам итә, сөнки матчтар йәрминкәләр ваҡытында үткәрелә[10]. 1955/58 йылдар миҙгелендәге Йәрминкәләр кубогында 10 команда ҡатнаша, улар араһында 23 матч уйнала[10]. Барселона йыйылма командаһы был кубокты беренсе тапҡыр яулай.

1958/60 йылдар миҙгелендә ойоштороусылар Йәрминкәләр кубогының икенсе тапҡыр үткәреүгә тик профессиональ клубтарҙы ғына йәлеп итергә ҡарар итә, командаларға әле лә йәрминкәләр үткән ҡалалар исеменән сығыш яһарға тейеш[11]. Командалар һаны 16-ға етә, унан һуң турнир йыл һайын үткәрелә башлай. 1962 йылға ҡатнашыусылар һаны 32-гә тиклем арта[12], ә 1968—69 йылдар миҙгелендә ярышта 64 команда ҡатнаша[13].

Тәүҙә Йәрминкәләр кубогында Европаның көньяғы командалары өҫтөнлөк итә. «Барселона» өс, «Валенсия» ике тапҡыр еңеү яулай. 1968 йылда «Лидс Юнайтед» трофейҙы яулаған беренсе төньяҡ Европа клубы була, унан һуң кубокты биш йыл дауамында инглиз командалары яулай[14]. Турнир Европала популярлыҡ яулағас, уны УЕФА үҙ ҡулына ала һәм киләһе миҙгелдә УЕФА кубогы тип үҙгәртелә[15]. УЕФА Йәрминкәләр кубогын турнирын үҙҙәре ойоштормағанға рәсми рәүештә танымай.

Беренсе тапҡыр УЕФА кубогы 1971/72 йылдар миҙгелендә үткәрелә[7]. Турнир үҙенең исемен үҙгәртә, сөнки хәҙер ул УЕФА эгидаһы аҫтында үтә һәм йәрминкәләр менән бәйләнмәй башлай.

Гимны

2009 йылдың мартынан майға тиклем Париж операһында композитор Йохан Цвейг етәкселегендә УЕФА-ның Европа лигаһы гимны яҙҙырыла.

Гимн стадионда лигаһының һәр уйыны алдынан, шулай уҡ Европа лигаһы матчтарының һәр телевизион трансляцияһы алдынан турнирҙы асыуҙың музыкаль элементы булараҡ яңғырай.

Йохан Цвейг үҙе үҙенең гимны УЕФА чемпиондары лигаһы гимны кеүек үк уңыштарға өлгәшер, тип өмөтләнә[16][17].

Турнир компетенцияһының ребрендингы арҡаһында 2015—2016 йылдар миҙгеленән Берлинда Михаэль Кадельбах тарафынан яҙылған яңы гимн ҡулланыла.

Еңеүселәр

Клубтар буйынса

Клуб Финалда
еңеүҙәр
Финалда
еңелеүҙәр
Еңгән йылдар Еңелгән йылдар
Испания «Севилья» 7 0 2006, 2007, 2014, 2015, 2016, 2020, 2023
Италия флагы «Интернационале» (Милан) 3 2 1991, 1994, 1998 1997, 2020
Италия флагы «Ювентус» (Турин) 3 1 1977, 1990, 1993]] 1995
Англия флагы «Ливерпуль» 3 1 1973, 1976, 2001 2016
Англия флагы «Тоттенхэм Хотспур» (Лондон) 3 1 1972, 1984, 2025 1974
Испания «Атлетико» (Мадрид) 3 0 2010, 2012, 2018
Германия флагы «Боруссия» (Мёнхенгладбах) 2 2 1975, 1979 1973, 1980
Испания «Реал Мадрид» 2 0 1985, 1986
Швеция флагы «Гётеборг» 2 0 1982, 1987
Италия флагы «Парма» 2 0 1995, 1999
Нидерландтар «Фейеноорд» (Роттердам) 2 0 1974, 2002
Португалия «Порту» 2 0 2003, 2011
Англия флагы «Челси» (Лондон) 2 0 2013, 2019
Германия флагы «Айнтрахт» (Майндағы Франкфурт) 2 0 1980, 2022
Англия флагы «Манчестер Юнайтед» 1 2 2017 2021, 2025
Флаг Бельгии «Андерлехт» (Брюссель) 1 1 1983 1984
Нидерландтар «Аякс» (Амстердам) 1 1 1992 2017
Германия флагы «Байер 04» (Леверкузен) 1 1 1988 2024
Нидерландтар ПСВ (Эйндховен) 1 0 1978
Англия флагы «Ипсвич Таун» 1 0 1981
Италия флагы «Наполи» (Неаполь) 1 0 1989
Германия флагы «Бавария» (Мюнхен) 1 0 1996
Германия флагы «Шальке 04» (Гельзенкирхен) 1 0 1997
Төркиә флагы «Галатасарай» (Стамбул) 1 0 2000
Испания «Валенсия» 1 0 2004
Рәсәй флагы ЦСКА (Мәскәү) 1 0 2005
Рәсәй флагы «Зенит» (Санкт-Петербург) 1 0 2008
Украина «Шахтёр» (Донецк) 1 0 2009
Испания «Вильярреал» 1 0 2021
Италия флагы «Аталанта» (Бергамо) 1 0 2024
Португалия «Бенфика» (Лиссабон) 0 3 1983, 2013, 2014
Франция флагы «Олимпик» (Марсель) 0 3 1999, 2004, 2018
Германия флагы «Боруссия» (Дортмунд) 0 2 1993, 2002
Испания «Эспаньол» (Барселона) 0 2 1988, 2007
Испания «Атлетик» (Бильбао) 0 2 1977, 2012
Англия флагы «Арсенал» (Лондон) 0 2 2000, 2019
Шотландия флагы «Рейнджерс» (Глазго) 0 2 2008, 2022
Италия флагы «Рома» (Рим) 0 2 1991, 2023
Англия флагы «Вулверхэмптон Уондерерс» 0 1 1972
Нидерландтар «Твенте» (Энсхеде) 0 1 1975
Флаг Бельгии «Брюгге» 0 1 1976
Франция флагы «Бастия» 0 1 1978
Флаг Сербии «Црвена звезда» (Белград) 0 1 1979
Нидерландтар АЗ (Алкмар) 0 1 1981
Германия флагы «Гамбург» 0 1 1982
Венгрия «Видеотон» (Секешфехервар) 0 1 1985
Германия флагы «Кёльн» 0 1 1986
Шотландия флагы «Данди Юнайтед» 0 1 1987
Германия флагы «Штутгарт» 0 1 1989
Италия флагы «Фиорентина» (Флоренция) 0 1 1990
Италия флагы «Торино» (Турин) 0 1 1992
Австрия «Аустрия» (Зальцбург) 0 1 1994
Франция флагы «Бордо» 0 1 1996
Италия флагы «Лацио» (Рим) 0 1 1998
Испания «Алавес» (Витория-Гастейс) 0 1 2001
Шотландия флагы «Селтик» (Глазго) 0 1 2003
Португалия «Спортинг» (Лиссабон) 0 1 [2005
Англия флагы «Мидлсбро» 0 1 2006
Германия флагы «Вердер» (Бремен) 0 1 2009
Англия флагы «Фулхэм» (Лондон) 0 1 2010
Португалия «Брага» 0 1 2011
Украина «Днепр» 0 1 2015

Илдәр буйынса

Ил Финалда еңеүҙәр Финалда еңелеүҙәр
Испания Испания 14 5
Англия флагы Англия 10 9
Италия флагы Италия 10 8
Германия флагы Германия 7 9
Нидерландтар Нидерланд 4 3
Португалия Португалия 2 5
Швеция флагы Швеция 2 0
Рәсәй флагы Рәсәй 2 0
Флаг Бельгии Бельгия 1 2
Украина Украина 1 1
Төркиә флагы Төркиә 1 0
Франция флагы Франция 0 5
Шотландия флагы Шотландия 0 4
Флаг Сербии Сербия 0 1
Венгрия Венгрия 0 1
Австрия Австрия 0 1

Иҫкәрмәләр

  1. История Лиги Европы на официальном сайте УЕФА. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июль 2011. Архивировано 19 март 2012 года.
  2. Финалисты кубков не будут играть в Лиге Европы
  3. UEFA Europa League History (ингл.). UEFA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2008. Архивировано 19 март 2012 года.
  4. UEFA Cup gets new name in revamp (ингл.). BBC Sport (26 август 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2008. Архивировано 19 март 2012 года.
  5. UEFA Inter-Cities Fairs Cup to become UEFA Cup. UEFA (26 август 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2008. Архивировано 29 сентябрь 2008 года.
  6. UEFA Cup: All-time finals (ингл.). UEFA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2009. Архивировано 14 август 2002 года.
  7. 1 2 Spurs keep Wolves at bay (ингл.). UEFA (21 февраль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2011. Архивировано 19 март 2012 года.
  8. Spain join Italy at top of all-time rankings (ингл.). News. UEFA (27 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 февраль 2016. Архивировано 2 апрель 2019 года.
  9. Новое время, новый формат. UEFA (8 июль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2011. Архивировано 19 март 2012 года.
  10. 1 2 3 4 Inter-Cities Fairs Cup 1955-58 (ингл.). RSSSF (8 июль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2011. Архивировано 19 март 2012 года.
  11. Inter-Cities Fairs Cup 1958-60 (ингл.). RSSSF (8 июль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2011. Архивировано 19 март 2012 года.
  12. Inter-Cities Fairs Cup 1961-62 (ингл.). RSSSF (8 июль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2011. Архивировано 19 март 2012 года.
  13. Inter-Cities Fairs Cup 1968-69 (ингл.). RSSSF (8 июль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2011. Архивировано 19 март 2012 года.
  14. Inter-Cities Fairs Cup (ингл.). RSSSF (8 июль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2011. Архивировано 19 март 2012 года.
  15. UEFA Cup. RSSSF. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июль 2011. Архивировано 3 март 2016 года.
  16. UEFA Europa League anthem makes debut (ингл.). UEFA (8 июль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2011. Архивировано 19 март 2012 года.
  17. Yohann ZVEIG on MySpace Music (ингл.) (недоступная ссылка — история). myspace.com (8 июль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2011.

Һылтанмалар

Ҡалып:Сезоны Лиги Европы УЕФА

Ҡалып:Победители Лиги Европы УЕФА Ҡалып:Составы команд розыгрышей Лиги Европы УЕФА

Тема буйынса өҫтәмә