Африка футбол конфедерацияһы
Африка футбол конфедерацияһы[1] (рус. Африканская конфедерация футбола, франц. Confédération Africaine de Football; ингл. Confederation of African Football (CAF)) — Африка ҡитғаһында футбол менән идара итеүсе ойошма. Уның 56 ағзаһы бар. Донъя чемпионатына һайлап алыуҙы ойоштора. Шулай уҡ элек УЕФА менән берлектә йәштәр араһында «Меридиан кубогы» турнирын үткәргән.
1957 йылда нигеҙ һалына, беренсе тапҡыр донъя чемпионатында ҡатнашыуға квотаны 1970 йылда ала. Штаб-фатиры Мысырҙың 6 октябрь исемендәге ҡалаһында.
Йыл һайын «Африка футболсыһы» премияһын тапшыра.
Африка төбәктәре федерациялары
Донъя кубогының финалында ҡатнашҡан илдәр
Марокко командаһы Футбол буйынса 2002 йылғы донъя чемпионатында 1/2 финалда ҡатнашыуы — Африка футбол командарының иң юғары ҡаҙанышы.
- 1934 —
Мысыр - 1938 — 1966 — Ҡатнашыусылар булмай.
- 1970 —
Марокко - 1974 —
Заир - 1978 —
Тунис - 1982 —
Алжир,
Камерун - 1986 —
Алжир,
Марокко - 1990 —
Мысыр,
Камерун - 1994 —
Камерун,
Марокко,
Нигерия - 1998 —
Камерун,
Марокко,
Нигерия,
Тунис,
КАР - 2002 —
Камерун,
Нигерия,
Сенегал,
Тунис,
КАР - 2006 —
Ангола,
Гана,
Кот-д’Ивуар,
Того,
Тунис - 2010 —
КАР,
Гана,
Камерун,
Нигерия,
Кот-д’Ивуар,
Алжир - 2014 —
Нигерия,
Кот-д’Ивуар,
Камерун,
Гана,
Алжир - 2018 —
Нигерия,
Мысыр,
Марокко,
Тунис,
Сенегал - 2022 —
Марокко,
Тунис,
Камерун,
Гана,
Сенегал
Иҫкәрмәләр
- ↑ АФК тип ҡыҫҡартылмай, сөнки АФК аббревиатураһы Азия футбол конфедерацияһын аңлата