УЕФА конференциялары лигаһы

УЕФА конференциялары лигаһы (рус. Лига конференций УЕФА, ингл. UEFA Europa Conference League; UECL) — УЕФА ағзаһы булған футбол клубтары араһында йыл һайын үткәрелгән ярыш. Клубтар был лигала ҡатнашыуға милли лигаларҙа һәм кубок ярыштарында сығыш яһау һөҙөмтәләре буйынса дәғүә итә. Был — чемпиондар лигаһынан һәм Европа лигаһынан һуң Европа клуб футболының өсөнсө кимәле. Тәүге этаптарҙа турнир «Европа лигаһы 2» тип атала, әммә 2019 йылдың сентябрендә УЕФА әһәмиәте буйынса өсөнсө европа клуб турнирын конференциялар лигаһы тип атай[1].

Ярыштар 2021/2022 йылдар миҙгеленән үткәрелә, һәм был турнир ғәмәлдә УЕФА-ның Европа лигаһының түбән кимәле, уның төркөм этабы, үҙ сиратында, 32 командаға тиклем ҡыҫҡартыла. Конференциялар лигаһында беренсе сиратта рейтинг буйынса түбән торған командалар ҡатнаша.

Тарих

Мәғлүмәттәр буйынса, УЕФА өсөнсө кимәлдәге ярышты өҫтәү мөмкинлеген 2015 йылда ҡарай. Турнир түбән рейтинглы клубтар өсөн юғарыраҡ лигаларға күсеү мөмкинлеге бирәсәк, тип иҫәпләнә[2]. 2018 йылдың уртаһында яңылыҡтар сығанаҡтары ярыштар башлау тураһында килешеүгә өлгәшелгән һәм 48 команданан торған Европа лигаһының төркөм этабы ике өлөшкә бүленәсәк, уларҙың аҫҡыһы яңы ярыштың нигеҙе буласаҡ, тип раҫлай[3].

2018 йылдың 2 декабрендә УЕФА турнир 2021—2024 йылдарҙа өс йыллыҡ цикл сиктәрендә башланырға тейешлеген иғлан итә, шулай уҡ яңы турнирҙа «күберәк клубтар һәм ассоциациялар өсөн күберәк матчтар» буласағын өҫтәй[4].

Турнирҙың рәсми исеме — УЕФА конференциялары лигаһы — 2019 йылдың 24 сентябрендә иғлан ителә[5].

2021 йылдың 24 майында УЕФА конкурстың трофейын һәм фирма стилен тәҡдим итә.

Форматы

Конференциялар лигаһын үткәреү форматы чемпиондар Лигаһынан һәм Европа Лигаһынан айырылмай (әммә Чемпиондар лигаһынан һәм Европа лигаһынан айырмалы рәүештә төркөм турнирында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла квалификация стадиялары һөҙөмтәләре буйынса билдәләнә). Һәр турнирҙа 32 команда уйнай, ул өс турнирҙа минималь гарантияланған вәкиллекте 26-нан 34 ассоциацияға тиклем арттырырға мөмкинлек бирә. Турнирҙың төп селтәре төркөм этабынан (4-әр клубтан 8 төркөм) һәм плей-офф — алдан раундтан (Конференциялар лигаһының төркөм этабында икенсе һәм Европа лигаһының төркөм этабында өсөнсө урын алған командалар ҡатнашлығында), 1/8, 1/4, 1/2 финал һәм финалдан торасаҡ[6]. Турнир сиктәрендә кесаҙна һайын 15 уйын аҙнаһында бөтәһе 141 матч үткәреләсәк, төркөм этабындағы командалар һаны 48-ҙән 32-гә тиклем ҡыҫҡартыласаҡ. Конференциялар лигаһының финал матчы шаршамбы көнө Европаның башҡа клуб турнирҙары финалдары менән бер аҙнала уйнала (Европа лигаһы финалы — кесаҙна, чемпиондар лигаһы — шәмбе). Конференциялар лигаһы еңеүсеһе киләһе миҙгелдә Европа лигаһына квалификация аласаҡ[7].

Еңеүселәр

Турнирҙа клубтар буйынса еңеүҙәр

Клуб Финалда еңеүҙәр Финалда еңелеүҙәр Финалда еңеү йылдары Финалда еңелеү йылдары
Италия флагы Рома 1 0 2022
Англия флагы Вест Хэм Юнайтед 1 0 [2023
Флаг Греции Олимпиакос 1 0 2024
Англия флагы Челси 1 0 2025
Италия флагы Фиорентина 0 2 2023, 2024
Нидерландтар Фейеноорд 0 1 2021/2022
Испания Реал Бетис 0 1 2024/2025

Турнирҙа илдәр буйынса еңеүҙәр

Ил Еңеүселәр Финалсылар Бөтәһе
Англия флагы Англия 2 0 2
Италия флагы Италия 1 2 3
Флаг Греции Греция 1 0 1
Нидерландтар Нидерланд 0 1 1
Испания Испания 0 1 1

Иң яҡшы бомбардирҙар

Иҫкәрмәләр

  1. УЕФА выбрал название для третьего еврокубкового турнира. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2019. Архивировано 14 сентябрь 2019 года.
  2. Uefa ponders third competition beneath Champions League and Europa League (ингл.). The Guardian (16 сентябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2018. Архивировано 30 ноябрь 2019 года.
  3. Uefa set to introduce third European club competition from 2021–22 (ингл.). The Guardian (11 сентябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2018. Архивировано 28 июнь 2019 года.
  4. UEFA Executive Committee approves new club competition (ингл.). UEFA.com. UEFA (2 декабрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2018. Архивировано 13 май 2019 года.
  5. Format change for 2020/21 UEFA Nations League (ингл.). UEFA.com. UEFA (24 сентябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2020. Архивировано 26 сентябрь 2019 года.
  6. УЕФА создал новый еврокубок. Что это значит для наших клубов? Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2018. Архивировано 3 декабрь 2018 года.
  7. UEFA Executive Committee approves new club competition. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2018. Архивировано 13 май 2019 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә