Неаполь

Неа́поль (бор. грек. Νεάπολις, от бор. грек. νέα πόλις, букв. — «яңы ҡала»; лат. Neapolis, итал. Napoli, неоп. Napule) — Италиялағы ҡала. Кампания өлкәһенең һәм провинцияға тиңләштерелгән шул уҡ исемле территориаль берәмектең административ үҙәге. Неаполитан ҡултығының төньяҡ ярында урынлашҡан.

Италияла ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡала (Рим һәм Миландан һуң). Көньяҡ Италияның иң ҙур ҡалаһы, халҡы бер миллион самаһы (метрополия менән бергә яҡынса өс миллион). Эре транспорт үҙәге (халыҡ-ара аэропорт, диңгеҙ порты). Рәсми итальян теле менән бер рәттән неаполитан теле таралған.

Географияһы

Ҡала сейсмик хәүефле зонала (тарихи өлөшө Везувийҙың көнбайыш битләүендә) урынлашҡан.

Тарихы

Неаполгә б.э.т. VIII быуатта грек күскенселәре нигеҙ һала һәм уға Партенопа (мифологик сирена исеме) исеме бирәләр. Б.э.т. IV быуатта Партенопа италиктар тарафынан емерелә, әммә тиҙҙән уның янында яңы ҡала барлыҡҡа килә, ул грекса Неаполис тип йөрөтөлә[3]. Һуңынан Ул Рим республикаһының, ә һуңынан Рим империяһының бер өлөшө була.

VI быуатта император Юстиниан I Рим империяһын яңынан тергеҙеү барышында Неаполде византиялылар яулап ала.

638—1137 йылдарҙа нормандтар баҫып алғанға тиклем бойондороҡһоҙ Неаполь герцоглығының баш ҡалаһы була. 1139 йылда король Роджер II Сицилия короллегенә ҡуша[4].

1224 йылда Неаполь университетына нигеҙ һалына.

1266 йылда ҡала бөтә Сицилия короллеге менән бергә папа Карл I Анжуйскийға тапшырыла, ул баш ҡаланы Палермонан Неаполгә күсерә.

1284 йылда короллек ике өлөшкә бүленә, һәр береһе «Сицилия короллеге» тип аталыу хоҡуғына дәғүә итә.

1504 йылдан ҡала Испанияға ҡарай һәм габсбургтар династияһының валуаларға ҡаршы көрәшендә төп хәрби база булып хеҙмәт итә[5].

XVII быуатта Неаполдә 300 мең кеше иҫәпләнә һәм ҙурлығы буйынса Париждан Европала икенсе урында тора һәм үҙенең ул ваҡытта донъяла иң ҙуры иҫәпләнгән Сан-Карло театры менән дан тота. 1647 йылда ҡалала Мазаньелло етәкселегендә ҙур халыҡ ихтилалы була[6].

Испан мираҫы өсөн һуғыш барышында Австрияға бойһона. 1734 Йылда Бурбондар, ә 1799 йылдың ғинуарында — Наполеон баҫып ала[5], шунан Һуң ҡалала Партенопей республикаһы иғлан ителә[6].

1860 йылдың сентябрендә ҡалаға Гарибальди Джузеппеҙың революцион армияһы инә[6] һәм, референдум үткәрелеп, короллектең бөтөүе һәм Италия дәүләтенә нигеҙ һалыныуы тураһында иғлан ителә[4].

1942—1943 йылдарҙа ҡаланы американдар интенсив бомбаға тота. Ул саҡта 1900 самаһы кеше һәләк була[7]. Сәнәғәт объекттарынан тыш, вокзал, порт, опера театры, сиркәүҙәр, күп кенә торлаҡ йорттар юҡ ителә. 1943 йылдың сентябрендә немец ғәскәрҙәре оккупациялаған ҡалала ихтилал башлана, уның һөҙөмтәһендә 1943 йылдың октябрь башында Неаполь союздаштар контроле аҫтына күсә[4].

Хәҙерге Неаполь шулай уҡ каморра һәм коррупция менән бәйле. 2007—2008 йылдарҙа ҡала сүп-сарҙы утилләштереү һәм ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса ауырлыҡтар кисерә.

Климаты

Неаполдә Урта диңгеҙ климаты.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек
Абсолют максимум, °C 21,5 24,3 27,0 31,0 34,1 37,0 39,0 39,5 36,0 31,0 29,4 22,3
Уртаса максимум, °C 13,4 13,8 16,4 19,3 23,6 27,9 30,5 31,2 27,0 23,1 18,5 14,3
Уртаса температура, °C 9,3 9,6 12,0 14,8 19,0 23,2 25,7 26,2 22,1 18,2 14,0 10,2
Уртаса минимум, °C 5,5 5,6 7,8 10,4 14,4 18,5 20,9 21,4 17,7 14,0 10,2 6,5
Абсолют минимум, °C −5,7 −5 −3 −1 3,9 7,8 12,2 11,1 6,8 3,9 −2 −4,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 158,6 63,7 84,3 73,3 44,5 48,1 21,4 12,4 81,3 72,1 137,9 105,9
Сығанаҡ: Погода и Климат

Транспорт

undefined

Хәҙерге Неаполь — халыҡ-ара аэропорты, диңгеҙ порты һәм метро системаһы булған, халыҡ тығыҙ йәшәгән ҡала. Неаполь метроһының 1-се линияһы хәҙерге сәнғәттең йәмәғәт ер аҫты музейы өсөн өлгө булып тора. Метроның 25 станцияһын художестволы биҙәү 2005 йылда тамамлана.

Европалағы иң матур метро станцияһы Неаполдә урынлашҡан, уны архитекторҙар Массимилиано Фуксас һәм Дориан Мадрелли проектлаған. Мам (Метро музейы) проектының бер өлөшө булған станция «йыһанда йөрөү»ҙе хәтерләтә[8][9].

Спорт

Ҡалала «Наполи» футбол командаһы бар, ул ике тапҡыр А серияһы чемпионы, алты тапҡыр Италия кубогы еңеүсеһе һәм 1988—89 йылдарҙа УЕФА кубогы еңеүсеһе.

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. Il Comune (итал.). Comune di Napoli. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025. Архивировано 18 август 2019 года.
  2. Popolazione residente al 30 aprile 2019. Statistiche demografiche ISTAT. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025. Архивировано из оригинала 30 июнь 2019 года.
  3. Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь. / отв. ред. Р. А. Агеева. — М.: Русские словари, 1998. — 503 с. — 3000 экз. — ISBN 5-89216-029-7.
  4. 1 2 3 Неаполь // Советская историческая энциклопедия : в 16 т. / под ред. Е. М. Жукова. — М. : Большая российская энциклопедия (издательство), 1967. — Т. 10 : Нахимсон — Пергам. — 1038 стб.
  5. 1 2 Джадж, Гарри. Неаполь // Всемирная история. Оксфордская иллюстрированная энциклопедия. — М.: Весь мир, 2003.
  6. 1 2 3 Неаполь / О. Д. Дашевская. // Моршин — Никиш. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 17).
  7. Данные предоставлены «Istituto di Studi Storici Economici e Sociali» (I.S.S.E.S), см. www.isses.it Архивная копия от 2 март 2012 на Wayback Machine (PDF).
  8. La Redazione. Napoli. La stazione della Metro più bella del mondo. “Sarà come camminare nello spazio” (итал.). Cronacacaserta.it (15 ноябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2025. Архивировано 14 декабрь 2018 года.
  9. Nasce il progetto Mam per la metropolitana di Napoli | InItalia (итал.). initalia.virgilio.it. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2025. Архивировано 14 декабрь 2018 года.
  10. Sister City — Budapest 2008 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.
  11. Sister cities of Budapest 2005 йылдың 9 март көнөндә архивланған.
  12. Fraternity cities on Sarajevo Official Web Site. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2025. Архивировано 1 декабрь 2008 года.

Һылтанмалар