Аҡ Барыҫ Арена
«Аҡ Барыҫ Арена» | |
---|---|
![]() | |
УЕФА-ның 4-се категориялы стадионы![]() ![]() ![]() ![]() |
|
Исеме | «Ак Барс Арена» АЙ |
Элекке исеме | «Ҡазан Арена» |
Урынлашыуы |
![]() |
Нигеҙләнгән | 5 май 2010 йыл[1][3] |
Төҙөлгән | май 2013 йыл[1] |
Асылған | 6 июль 2013 йыл[1][4] |
Төҙөлөш хаҡы | 14,4 млрд һум[5] |
Архитектор |
«Татинвестгражданпроект " ДУП-ы (генераль проектлаусы)[3], Американың «Populous» компанияһы В. В. Моторин |
Милексе | Татарстан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы |
Төҙөүсе |
«Интекс» ЯАО[2], «Казань» ПСО-һы(подрядсы)[2] |
Һыйҙырышлылығы | 45 379 кешек[1] |
Өйҙәге команда | «Рубин» |
Ялан үлсәме | 105 × 68 м |
Сайт | akbarsarena.com |
![]() |
«Аҡ Барыҫ Арена» (рус. Ак Барс Арена, 2019 йылдың 7 ноябренә тиклем — «Ҡазан Арена») — Ҡазан ҡалаһындағы универсаль футбол стадионы. Рәсәйҙең иң һыйҙырышлы стадиондарының береһе, 45 379 кешегә иҫәпләнгән[1]. Ҡазандың «Рубин» футбол клубының үҙ аренаһы. УЕФА-ның иң юғары дүртенсе категориялы стадионы.
Стадион — футбол матчтарын ғына түгел, башҡа спорт сараларын, шулай уҡ күңел асыу шоуҙары һәм концерттары, мәҙәни-күмәк саралар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән күп функциялы комплекс[1].
Стадион төҙөлөшө 2010 йылда башлана[3]; 2013 йылдың майында файҙаланыуға тапшырылған[1]. 2019 йылдың 7 ноябрендә «Аҡ Барс» банкы менән төҙөлгән оҙайлы партнерлыҡ килешеүе сиктәрендә стадион «Аҡ Барыҫ Арена» тип үҙгәртелә[6].
Стадионда Ҡазанда үткән XXVII йәйге Универсиаданы асыу һәм ябыу тантаналары[1] һәм WorldSkills 2019 донъя чемпионатын асыу тантанаһы үтә. Бынан тыш, стадионда һыу спорты буйынса 2015 йылда ФИНА донъя чемпионаты, 2017 йылда Конфедерациялар кубогы матчтары, 2018 йылда футбол буйынса донъя чемпионаты үткәрелә.
Урынлашыуы
Стадион Ҡазандың Яңы Савинов районында, Хөсәйен Ямашев проспекты менән Чистай урамы араһында, Казанка йылғаһының уң яры янында, «Ривьера» аквапаркынан һәм «Олимп» спорт комплексынан алыҫ түгел урынлашҡан.
Характеристикалары һәм үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Стадион майҙаны: 28 га[1]
- Һыйҙырышлылыҡ: 45 379 тамашасы
- Төҙөлөш майҙаны: 73 330 м²
- Дөйөм төҙөлөш майҙаны: 135 967 м²
- Футбол майҙаны: 9000 м², 105 м х 68 м
- Full HD медиафасады: 3700 м²
Тарихы
Проектлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һыу лилиәһы формаһындағы ҡоролманың архитектура концепцияһын Американың «Populous» компанияһы эшләгән[3].
Төҙөлөш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Футбол стадионы тәүҙә «2008—2015 йылдарға физик культураны һәм спортты үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы[7] сиктәрендә «Рубин» футбол клубы өсөн өй аренаһы булараҡ төҙөлә. Шулай уҡ объект төҙөлә башлауының сәбәбе[3] булып Халыҡ-ара университет спорты федерацияһы (ФИСУ) талаптарына ярашлы[8] 2013 йылғы Бөтә донъя йәйге Универсиадаһын үткәреү кәрәклеге тора.
2010 йылдың 5 майында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин, Ҡазанға эш сәфәре барышында, 2013 йылғы Бөтә донъя йәйге Универсиадаһының яңы футбол стадионына символик «беренсе таш» һала[9][1][3]. Объект 2013 йылдың майында файҙаланыуға тапшырыла[1].
Медиафасад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡ Барыҫ Арена стадионында урынлаштырылған медиафасад- Европала Full HD форматындағы иң ҙур экран. Ул социаль әһәмиәтле ваҡиғаларҙы тура эфирҙа күрһәтеү, фильмдар күрһәтеү мөмкинлеген биргән үҙенсәлекле реклама һәм мәғлүмәт сараһы булып тора. Медиа-фасадтың майҙаны — 3700 квадрат метр. Мәғлүмәтте ҡабул итеү диапазоны — 2 — 3 км, трафик — тәүлегенә 340 меңдән ашыу кеше[10].
Универсиада[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
45 меңдән ашыу тамашасы ҡатнашҡан асыу тантанаһы 2013 йылдың 6 июленән 7 июленә ҡараған төндә, ә ябыу тантанаһы 2013 йылдың 17 июленән 18 июленә ҡараған төндә үтә.
Футбол[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2014 йылдың 17 авгусында стадионда Рәсәй чемпионаты сиктәрендә беренсе футбол матчы үтә. Ҡазандың «„Рубин“» футбол клубы 4-се тур матчында Мәскәүҙең "Локомотив"ы менән тигеҙ иҫәпкә уйнай (1:1).
- 2017 йылдың 17 июненән 2 июленә тиклем "Аҡ Барыҫ Арена"ла ФИФА эгидаһы аҫтында йыйылма командалар араһында футбол буйынса һигеҙенсе турнир — 2017 йылғы ФИФА Конфедерациялар кубогының дүрт уйыны үтә.
- 18 июндә Португалия һәм Мексика йыйылма командалары тигеҙ иҫәпкә уйнай (2:2).
- 22 июндә "Аҡ Барс Арена"ла Германия менән Чили йыйылма командалары осраша (1:1).
- 24 июндә стадионда Мексика — Рәсәй осрашыуы үтә (2:1).
- 28 июндә Португалия һәм Чили йыйылма командалары уйнай (0:3) (пенальти буйынса).
- Конфедерациялар кубогының дүрт уйынына «Аҡ Барыҫ Арена» стадионына 150 меңдән ашыу көйәрмән килә.
Футбол буйынса 2018 йылғы донъя чемпионаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2018 йылдың 14 июненән 15 июленә тиклем «Аҡ Барыҫ Арена» стадионында 2018 йылғы футбол буйынса 21-се донъя чемпионатының алты уйыны үтә:
# | Дата | Дәғүәсе 1 | Һөҙөмтә | Дәғүәсе 2 | Турнир |
---|---|---|---|---|---|
1 | 16 июня | ![]() |
2—1 | ![]() |
Төркөм этабы |
2 | 20 июня | ![]() |
0—1 | ![]() |
Төркөм этабы |
3 | 24 июня | ![]() |
0—3 | ![]() |
Төркөм этабы |
4 | 27 июня | ![]() |
2—0 | ![]() |
Төркөм этабы |
5 | 30 июня | ![]() |
4—3 | ![]() |
1/8 финал |
6 | 6 июля | ![]() |
1—2 | ![]() |
1/4 финал |
- Бразилия, Аргентина һәм Германияның милли йыйылма командаларының уңышһыҙ сығыштары йомғаҡтары буйынса (улар 11 донъя чемпионатында еңеү яулай), ярыштарҙы яҡтыртыусы матбуғат "Ҡазан Арена"ны «Чемпиондар зыяраты» тип атай[11].
Һыу спорты буйынса XVI донъя чемпионаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һыу спорт төрҙәре буйынса чемпионатта синхрон йөҙөү буйынса ярыштар (2015 йылдың 25 июленән 1 авгусына тиклем) һәм йөҙөү буйынса ярыштар (2015 йылдың 2 авгусынан 9 авгусына тиклем) үткәрелә.
«Аҡ Барыҫ Арена» — донъяла йөҙөү буйынса 12 донъя рекорды ҡуйылған берҙән-бер футбол стадионы. Стадион яланына ике ваҡытлыса 50 метрлыҡ бассейн ҡуйыла: ярыштар өсөн төп һәм күнекмәләр өсөн бассейн. 2015 йылғы һыу спорты буйынса донъя чемпионатынан һуң бөтә ваҡытлыса ҡоролмалар һүтелә.
Майҙансыҡтың күп функциялылығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Аҡ Барс Арена» стадионында йыл һайын 1 миллионға тиклем кеше йөрөгән төрлө форматтағы 100-ҙән ашыу сара: федераль һәм республика масштабындағы мәҙәни һәм спорт саралары, дөйөм ҡала байрамдары, күңел асыу шоуҙары, концерттар һәм фестивалдәр үтә.
2013 йылдан 2016 йылға тиклем стадионға йәнәш территорияла «Халыҡ һырғалағы» эшләй, бер миҙгелдә 200 меңгә тиклем кеше килә.
2016 йылда «FINA» паркы урынында Рәсәйҙә иң ҙур хәрәкәт итеүсе динозаврҙар паркы «Юркин Парк Travel» урынлаша[12]. Паркта 500 000 самаһы кеше ҡунаҡта була.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 Футбольный стадион «Казань Арена» . Казань Арена. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2018. Архивировано 7 август 2017 года.
- ↑ 1 2 3 Казань Арена . ЧМ 2018 по футболу. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2018. Архивировано из оригинала 23 май 2018 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Председатель Правительства России Владимир Путин принял участие в церемонии закладки камня стадиона Универсиады . Правительство Республики Татарстан (5 май 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2018. Архивировано 12 июнь 2018 года.
- ↑ В Казани снова отложили открытие главного стадиона Универсиады-2013 . ИА REGNUM (13 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2018. Архивировано 12 июнь 2018 года.
- ↑ Мутко: стадионы к ЧМ-2018 не должны превышать по размеру «Казань Арену» . Новости Казани (16 апрель 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2018. Архивировано 12 июнь 2018 года.
- ↑ Стадион «Казань Арена» переименован в «Ак Барс Банк Арена» . Сайт банка «Ак Барс» (7 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2020. Архивировано 26 ноябрь 2020 года.
- ↑ В Казани заложили первый камень в основание нового футбольного стадиона . minsport.tatarstan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2019. Архивировано 20 июнь 2019 года.
- ↑ Казань 2013• За кулисами спортивной стройки . www.sport-express.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2019. Архивировано 20 июнь 2019 года.
- ↑ Путин заложил первый камень нового стадиона в Казани . Советский спорт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2019. Архивировано 20 июнь 2019 года.
- ↑ Медиафасад . Казань Арена. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2018. Архивировано 12 июнь 2018 года.
- ↑ Kazan confirmed as World Cup graveyard of champions . Reuters (7 июль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2019. Архивировано 20 июнь 2019 года.
- ↑ Парк движущихся динозавров откроется на стадионе "Казань Арена" | Казань Арена . Казань Арена (16 май 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2018. Архивировано 4 февраль 2017 года.
Һылтанмалар
- Официальный сайт стадиона «Казань Арена». // kazanarena.com
- Стадион «Казань Арена». Информация о стадионе и датах проведения матчей ЧМ-2018. Сайт о подготовке к Чемпионату мира по футболу 2018 года // ru2018.org
- Чемпионат мира по футболу 2018 в России. Стадион «Казань Арена». Информация о стадионе и матчах. // interfax.ru
Официальные страницы стадиона «Казань Арена» в социальных сетях:
- Официальная страница Аҡ Барыҫ Арена в социальной сети Facebook
- Аҡ Барыҫ Арена Twitter сайтта
- Казань Арена в Instagram
- Google +