Мордовия Арена
«Мордо́вия Аре́на»[3] — Саранскиҙағы футбол стадионы.
Проект авторы — «Спорт-Ин» ФДУП-ы. Төҙөлөш 2010 йылда башлана. Объект 2018 йылдың 9 апрелендә рәсми рәүештә сафҡа индерелә.
Стадионда 2018 йылғы футбол буйынса донъя чемпионатының төркөм этабының дүрт матчы үтә.
Төҙөлөш
2010 йылда Волгоград урамындағы Инсар йылғаһының һыубаҫарлығында урынлашҡан территорияны төҙөлөш майҙансығы өсөн таҙарталар. Саранскиҙа стадион төҙөү тураһында ҡарар Рәсәйҙә донъя чемпионаты үтеүе билдәле булғанға тиклем үк ҡабул ителә. Башта стадионды төҙөүҙе 2012 йылда тамамлау планлаштырыла, асыуҙы ике ваҡиғаға: мордва халҡының Рәсәй дәүләте халыҡтары менән берләшеүенең 1000 йыллығына һәм 2012 йылда бөтә Рәсәй спартакиадаһын үткәреүгә тура килтереү планлаштырыла. План яңынан ҡарала, сөнки ФИФА талаптары буйынса стадиондың һыйҙырышлылығы алдан планлаштырылғанса 28 000 түгел, ә 45 000 кеше булырға тейеш[4]. Стадионды асыу 2017 йылға кисектерелә. Мордовия Арена стадионын төҙөүгә сығымдар 16,5 миллиард һум тәшкил итер тип планлаштырыла, төҙөүсеһе — «Спорт-Инжиниринг» компанияһы[5].
Стадион төҙөлөшө бер нисә ғәйәт ҙур ҡала төҙөлөшө мәсьәләләрен хәл итергә мөмкинлек бирә: парк булдырыла, Инсар йылғаһының яры буйы төҙөкләндерелә, торлаҡ район ҡала үҙәге менән тоташтырыла. Ял итеү, байрам һәм күңел асыу саралары өсөн зона булдырыла[6].
Үҙенсәлектәре
Стадион футбол буйынса донъя 2018 йылғы чемпионаты өсөн махсус проектлана. Һыйҙырышлығы — 44 149 тамашасы. Стадиондың тышҡы ҡиәфәте нигеҙендә боронғо мифтарҙың һәм мордва халҡының легендаларының төп символы булған Ҡояш ята.
Стадиондың үҙенсәлеге уның бәләкәй үлсәмдәрендә. Ҡоролманың тышы сағыу ҡояш төҫөндә биҙәлгән[7].
Матчтар
Беренсе һынау футбол матчтары
Стадионда беренсе матч 2018 йылдың 21 апрелендә үтә, («Мордовия» ПФЛ беренселеге матчында «Зенит-Ижевск» клубы менән уйнай (0:0))[8]. 10 мең тамашасы килә[9], артабанғы матчтарҙа ПФЛ-ға килеү рекорды ике тапҡыр яңыра. 4 майҙа «Камаз» менән матчта (0:1) 22 834 тамашасы була, ә 16 майҙа «Сызрань−2003» футбол клубы менән матчта" (1:0) — 41 057 тамашасы[10].
Футбол буйынса 2018 йылғы донъя чемпионаты уйындары
Саранскиҙа 2018 йылғы футбол буйынса донъя чемпионатының төркөм этабының 4 матчы үткәрелә. Командалар 2017 йылдың 1 декабрендә үткәрелгән йәрәбәлә билдәле була[11][12]. Матчтар — мәскәү ваҡыты менән 15:00 сәғәттә ((UTC+3)) башлана.
| Башланыу дата һәм ваҡыты (UTC+3) |
Команда 1 | Иҫәп | Команда 2 | Этап | Тамашасылар |
|---|---|---|---|---|---|
| 16 июнь, 19:00 | 0:1 | C төркөмө | 40 502[13] | ||
| 19 июнь, 15:00 | 1:2 | H төркөмө | 40 842[14] | ||
| 25 июнь, 21:00 | 1:1 | B төркөмө | 41 685[15] | ||
| 28 июнь, 21:00 | 1:2 | G төркөмө | 37 168[16] |
Хәүефһеҙлек
2018 йылғы футбол буйынса донъя чемпионатына сигнализация һәм иҫкәртеү системалары, металл детекторҙары, хәүефле шыйыҡса һәм шартлатҡыстар индикаторҙары йыһазландырыла, тәүлек әйләнәһенә 30 һаҡ посы ойошторола[17].
Урынлашыуы
Стадион Яңы «Юбилейный» биҫтәһендә, Инсар йылғаһының уң ярында, үҙәктән йәйәүлеләр өсөн уңайлы урында урынлашҡан. Тамашасылар стадионға шәхси һәм йәмәғәт транспорты, аэропорттан, тимер юл вокзалынан һәм ҡала ҡунаҡханаларынан махсус автобустар менән барып етә ала[18]. Стадион аэропорттан 5 км, тимер юл вокзалынан 1,8 км һәм автовокзалдан 4,8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала инфраструктураһының башҡа төп объекттары, мәҫәлән, ҡунаҡханалар, фан-зона һәм иҫтәлекле урындар, шулай уҡ аренаға яҡын урынлашҡан[19].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Стадион Мордовия Арена. ВКонтакте. Официальная группа стадиона Мордовия Арена. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2018.
- ↑ Стадион «Мордовия Арена». Информация о стадионе. Официальный сайт ФК «Мордовия (футбольный клуб)» // fc-mordovia.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июль 2018. Архивировано из оригинала 26 июль 2018 года.
- ↑ Утверждены официальные названия стадионов, на которых пройдут матчи Чемпионата мира по футболу FIFA 2018 года и Кубка конфедераций 2017 года. Министерство спорта Российской Федерации (8 октябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2018. Архивировано 17 ғинуар 2018 года.
- ↑ Мордовия Арена, Саранск. ru2018.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2018. Архивировано из оригинала 17 июль 2018 года.
- ↑ Стоимость строительства стадиона в Саранске составит 16,5 млрд рублей. Sports.ru (19 декабрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2015. Архивировано 10 март 2020 года.
- ↑ «Мордовия Арена» (Mordovia Arena). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2018. Архивировано 10 октябрь 2018 года.
- ↑ «Мордовия Арена» будет яркого солнечного цвета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2017. Архивировано 24 май 2017 года.
- ↑ Тестовый матч на стадионе "Мордовия-Арена" посетило больше зрителей, чем ожидалось. ТАСС (21 апрель 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2018. Архивировано 10 май 2018 года.
- ↑ На аренах ЧМ-2018 в Волгограде и Саранске прошли первые тестовые матчи. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2018. Архивировано 27 февраль 2020 года.
- ↑ «Мордовия» обновила рекорд посещаемости матча ПФЛ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2018. Архивировано 18 май 2018 года.
- ↑ Жеребьёвка ЧМ-2018: Россия сыграет с Саудовской Аравией, Египтом, Уругваем. — В Кремле определился состав групп чемпионата мира 2018 года. У России посильные соперники. Архивная копия от 13 июнь 2018 на Wayback Machine // Чемпионат.com|championat.com (1 декабря 2017 года)
- ↑ Итоги жеребьевки ЧМ-2018. Обобщение. — Вице-премьер РФ Виталий Мутко и главный тренер сборной России Станислав Черчесов прокомментировали результат жребия. Архивная копия от 13 июнь 2018 на Wayback Machine // interfax.ru
- ↑ Перу — Дания на myscore.com
- ↑ Колумбия — Япония на myscore.com
- ↑ Иран — Португалия на myscore.com
- ↑ Панама — Тунис на myscore.com
- ↑ Объявлены конкурсы на охрану семи стадионов ЧМ-2018 на 385 млн руб. rsport.ria.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2018. Архивировано 13 июнь 2018 года.
- ↑ Саранск-2018. saransk-2018.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2018. Архивировано из оригинала 12 июнь 2018 года.
- ↑ «Мордовия Арена»: готовность 75% — Сделано в Мордовии. madeinmordovia.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2018. Архивировано 19 май 2018 года.
