Волгоград Арена

«Волгогра́д Аре́на» — халыҡ-ара класлы футбол стадионы, 2018 йылғы футбол буйынса донъя чемпионаты өсөн Волгоградта төҙөлә. Арена Волга буйында элекке Үҙәк стадион урынында, Мамай ҡурғаны итәгендә урынлашҡан.

Стадионда донъя чемпионатының төркөм этабының дүрт осрашыуы үтә. Чемпионаттан һуң бина «Ротор» футбол клубының төп стадионы һәм төрлө йәмәғәт сараларын үткәреү өсөн күп функциялы комплексҡа әүерелә.

StadiumDB порталындағы сайтта халыҡ тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса «Волгоград Арена» донъяла 2018 йылдың иң яҡшы стадионы тип һайлана[2].

Тасуирлама

undefined

Аренаны проектлауҙы асыҡ конкурста еңеп сыҡҡан Мәскәүҙең «Спорт-Инжиниринг» ФДУП-ы башҡара[3].

Стадиондың архитектура концепцияһын һәм проектын «Арена» проект институты эшләй[4].

Проекттың дөйөм хаҡы урындағы властар тарафынан тәүҙә 10 миллиард һум тип баһалана[5]. 2014 йылдың октябрендә 2018 йылғы донъя чемпионаты өсөн Волгоград стадионын төҙөүгә алдан тотонолған хаҡ 17 миллиард һумға тиклем арта[6].

Volgograd. Mamayev Kurgan. Volgograd Arena P5150903 2200.jpg

Стадиондың һыйҙырышлылығы 45 мең урын тәшкил итә[7], шул иҫәптән матбуғат өсөн 2280 һәм VIP-урын — 640[8], мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн — 460 урын. Футбол майҙанының ҙурлығы — 105 м х 67 м. Ҡоролманың бейеклеге — 49,5 метр.

Төҙөлөш барышы

Construction of Volgograd Arena outside.jpg

Волгоград аренаһын төҙөү бер нисә этапта башҡарыла.

2015 йылда стадиондың терәк ҡоролмаларын төҙөү һәм урында коммуналь селтәрҙәр ҡуйыу башлана.

2016 йылда стадиондың һәм дөйөм күләме 120 мең м³-тән ашыу бетонлы трибуналарҙың монолит конструкцияларын төҙөү тамамлана. Генераль подрядсы белгестәре эске инженер системаларын урынлаштыра башлай. Төҙөүселәр айырым биналарҙан торған комплекс төҙөй башлай: подъездар, кассалар, тикшерелгән пункттар. Фасад өсөн металл конструкциялар ҡуйыуҙың төп күләме тамамлана.

Стадионды төҙөлөшҙө тамамлау 2017 йылдың декабренә планлаштырыла[5]. 2018 йылдың мартына стадион әлегә әҙер булмай, әммә ФИФА вәкилдәре уның майға эшләй башлауына өмөт белдерә[9]. 2018 йылдың 3 апрелендә файҙаланыуға тапшырыла[10]. Тәүге осрашыу 21 апрелдә үтә[11].

Футбол буйынса 2018 йылғы донъя чемпионаты матчтары

Дата Команда 1 Иҫәп Команда 2 Этап Уйынға килеүселәр Килеүселәр %
18 июнь 2018 Тунис Тунис 1:2 Англия Англия G төркөмө 41 064 93,94 %
22 июнь 2018 Нигерия Нигерия 2:0 Исландия Исландия D төркөмө 40 904 93,57 %
25 июнь 2018 Сәғүд Ғәрәбстаны Сәғүд Ғәрәбстаны 2:1 Мысыр Мысыр A төркөмө 36 823 84,23 %
28 июнь 2018 Япония Япония 0:1 Польша Польша H төркөмө 42 189 96,51 %
«Волгоград Арена» «Д» төркөмөндә Нигерия менән Исландия уйыны алдынан
«Волгоград Арена» «Д» төркөмөндә Нигерия менән Исландия уйыны алдынан

Хәүефһеҙлек

2018 йылғы футбол буйынса донъя чемпионаты өсөн стадион сигнализация һәм хәбәр итеү системалары, металл эҙләгестәр, хәүефле шыйыҡса һәм шартлатҡыстар күрһәткестәре менән йыһазландырыла. Чемпионат барышында тәүлек әйләнәһенә эшләгән 30 хәүефһеҙлек посы булдырыла[12].

Атамаһы

Проектлау һәм төҙөлөш башланғандан алып стадион «Еңеү» исемен йөрөтә. 2018 йылғы донъя чемпионаты тамамланғандан һуң, стадион «Волгоград Арена» исемен йөрөтә, стадионға «Еңеү» исеме кире ҡайтарылыуы планлаштырыла[13][14]. 2019 йылдың октябрендә "Волгоград арена"ның исемен «Үҙәк стадион» тип үҙгәртеү ихтималлығы тураһында билдәле була[15].

Стадионды чемпионаттан һуң файҙаланыу

Донъя чемпионатынан һуң арена урындағы «Ротор-Волгоград» футбол клубына тапшырыла[16].

2024 йылдың 13 июлендә «Волгоград Арена» стадионында тәүге тапҡыр «Зенит» һәм «Краснодар» командалары араһында Рәсәй суперкубогы матчы үтә[17]. Осрашыу «Зенит» файҙаһына 4:2 иҫәбе менән тамамлана[18].

Иҫкәрмәләр

  1. Стадион «Волгоград Арена». premierliga.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2024.
  2. Stadium of the Year: Popular Vote – WINNER Volgograd Arena! (ингл.). StadiumDB (7 март 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2021. Архивировано 15 май 2021 года.
  3. Спорт-Инжиниринг - Строительство и управление спортивными объектами. sportin.su. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2019. Архивировано 25 февраль 2019 года.
  4. ПИАРЕНА|проекты. piarena.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2019. Архивировано из оригинала 3 ғинуар 2019 года.
  5. Сергей Лебедев. Волгоградский стадион к ЧМ-2018 спроектируют за 1 млрд рублей. Известия (19 октябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2012. Архивировано 22 ноябрь 2012 года.
  6. Предварительная стоимость возведения волгоградского стадиона к ЧМ-2018 оценивается в 17 млрд рублей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 октябрь 2014. Архивировано 29 октябрь 2014 года.
  7. Волгоградский стадион будет больше «Динамо». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2010. Архивировано из оригинала 29 апрель 2018 года.
  8. Fédération internationale de Football Association. Stadiums // 2010 FIFA World CupTM Bid Evaluation Report: Russia. — 36 с. Архивная копия от 18 апрель 2020 на Wayback Machine
  9. ФИФА довольна ходом подготовки стадиона «Волгоград-Арена» к ЧМ-2018. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2018. Архивировано 28 март 2018 года.
  10. Стадион ЧМ-2018 по футболу в Волгограде введен в эксплуатацию. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2018. Архивировано 3 апрель 2018 года.
  11. 19 тысяч болельщиков посетили первый матч на «Волгоград Арене». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 май 2018. Архивировано 9 май 2018 года.
  12. Объявлены конкурсы на охрану семи стадионов ЧМ-2018 на 385 млн руб. rsport.ria.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2018. Архивировано 13 июнь 2018 года.
  13. «Волгоград-Арене» вернут название «Победа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 май 2020. Архивировано 21 июль 2018 года.
  14. Стадион «Волгоград Арена» могут переименовать после ЧМ-2018
  15. Жители Волгограда одобрили переименование нового стадиона. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 май 2020. Архивировано 20 май 2022 года.
  16. "Волгоград Арена" после ЧМ-2018 станет домашним стадионом "Ротора". rsport.ria.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2018. Архивировано 17 июль 2018 года.
  17. Волгоград примет матч за OLIMPBET Суперкубок России. Российский футбольный союз (12 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2024.
  18. Ерин, Алексей «Зенит» в пятый раз подряд стал победителем Суперкубка России. www.championat.com (13 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2024.

Тема буйынса өҫтәмә