Футбол буйынса Япония йыйылма командаһы
Йыйылма команданың ҡушаматтары
Ғәҙәттә милли йыйылма команданы Сакка Ниппон Дайхё (япон. サッカー日本代表), Ниппон Дайхё (япон. 日本代表) йәки ябайлаштырып Дайхё (япон. 代表) тип атайҙар. Команданың рәсми ҡушаматы булмаһа ла, йыш ҡына баш тренерының исеме менән дә атала. Мәҫәлән, Такэси Окада етәкселегендә команда Okada Japan (япон. 岡田ジャパン, Окада Япония) исеме менән билдәләнә. Һуңғы ваҡытта команда шулай уҡ «Күк самурай» ҡушаматы ала (ингл. Samurai Blue, япон. サムライ・ブルー), әммә матбуғатта команда һаман да баш тренер исеме менән йөрөтөлә — Moriyasu Japan (япон. 森保ジャパン, Мориясу Япония).
Япония — Азияның иң титуллы милли йыйылма командаһы, Уның активында Азия кубогы уйындарында 4 еңеү һәм 2002, 2010 һәм 2018 йылдарҙағы донъя чемпионаттарында 1/8 финалға сыға. Япония шулай уҡ 2001 йылда Конфедерациялар кубогы финалында уйнай.
Тарихы
Японияның халыҡ-ара футболда беренсе әһәмиәтле ҡаҙанышы 1968 йылда Мехикола үткән Олимпиада була, унда команда бронза миҙал яулай. Әммә профессиональ лиганың булмауы уның үҫешенә ныҡ ҡамасаулай һәм Японияға тәүге донъя чемпионатын тағы ла 30 йыл көтөргә тура килә.
1991 йылда ярымпрофессиональ Япония футбол лигаһы хужалары спорттың абруйын күтәреү һәм йыйылма команданы нығытыу маҡсатында уны таратырға һәм профессиональ Япония профессиональ футбол лигаһы итеп үҙгәртеп ойошторорға килешә. 1993 йылда яңы лига барлыҡҡа килгәс, футболға һәм йыйылма командаға ҡыҙыҡһыныу бермә-бер арта.
Японияның беренсе донъя чемпионаты 1998 йылда Францияла үткән футбол буйынса донъя чемпионаты була, унда ул өс матчта ла отола.
Дүрт йылдан һуң Япония Корея Республикаһы менән бергә 2002 йылғы донъя чемпионатын ҡабул итә. Бельгия менән тәүге уйында 2:2 иҫәбе менән тигеҙ иҫәп менән уйнауға ҡарамаҫтан, команда Рәсәйҙе 1:0, Тунисты 2:0 иҫәбе менән еңеп, киләһе турға сыға. Әммә улар 1/8 финалда Төркиәгә 0:1 иҫәбе менән отола.
Япония Азия кубогында күпкә ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшә, унда ҡатнашҡан 7 турнирҙан 4 турнирҙа (1992, 2000, 2004, 2011) еңеп сыға. Японияның Азиялағы төп көнәркәштәре — Корея Республикаһы һәм Сәғүд Ғәрәбстаны, шулай уҡ, Азия зонаһына ҡушылғандан һуң, Австралия.
Халыҡ-ара турнирҙарҙа сығыш яһау тарихы
Донъя чемпионаттарында сығыштары
Япония йыйылма командаһы 7 тапҡыр донъя чемпионатында ҡатнашҡан. Ул тәүге тапҡыр 1998 йылда квалификация үтә һәм шул ваҡыттан алып һәр саҡ квалификациялана. 1992—1998 йылдарҙа Япония йыйылма командаһы үҙенең уйынын һиҙелерлек яҡшырта, был ФИФА рейтингында 66-сы урындан 9-сы урынға күсә.
| Финал стадияһы | Квалификация | ||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Йыл | Раунд | Урын | И | В | Н | П | Туптар | И | В | Н | П | Туптар | |
| Уйнамай | саҡырылыусы булараҡ квалификациялана | ||||||||||||
| Ҡатнашмай | Ҡатнашмай | ||||||||||||
| Уйнамай | Уйнамай | ||||||||||||
| ФИФА-нан сығарыла | ФИФА-нан сығарыла | ||||||||||||
| Квалификация үтмәй | 2 | 0 | 1 | 3 | 3-7 | ||||||||
| Ҡатнашмай | Ҡатнашмай | ||||||||||||
| Квалификация үтмәй | 2 | 0 | 0 | 2 | 1-4 | ||||||||
| Ҡатнашмай | Ҡатнашмай | ||||||||||||
| Квалификация үтмәй | 4 | 0 | 1 | 2 | 4-8 | ||||||||
| 4 | 1 | 0 | 3 | 5-4 | |||||||||
| 4 | 0 | 0 | 3 | 0-5 | |||||||||
| 4 | 2 | 0 | 2 | 4-2 | |||||||||
| 8 | 5 | 2 | 2 | 15-5 | |||||||||
| 6 | 2 | 3 | 1 | 7-3 | |||||||||
| 13 | 9 | 0 | 1 | 35-6 | |||||||||
| Төркөм этабы | 31 | 3 | 0 | 0 | 3 | 1-4 | 15 | 9 | 4 | 1 | 51-12 | ||
| 1/8 финал | 9 | 4 | 2 | 1 | 1 | 5-3 | Турнир хужаһы булараҡ квалификациялана | ||||||
| Төркөм этабы | 28 | 3 | 0 | 1 | 2 | 2-7 | 12 | 11 | 4 | 1 | 25-5 | ||
| 1/8 финал | 9 | 4 | 2 | 1 | 1 | 4-2 | 14 | 8 | 0 | 2 | 23-9 | ||
| Төркөм этабы | 29 | 3 | 0 | 1 | 2 | 2-6 | 14 | 8 | 0 | 3 | 30-8 | ||
| 1/8 финал | 15 | 4 | 1 | 1 | 2 | 6-7 | 18 | 13 | 0 | 2 | 44-7 | ||
| 1/8 финал | 9 | 4 | 2 | 1 | 1 | 5-4 | 18 | 15 | 0 | 2 | 58-6 | ||
| Әлегә билдәһеҙ | Әлегә билдәһеҙ | ||||||||||||
| Бөтәһе | 1/8 финал | 7/22 | 25 | 7 | 6 | 12 | 25-33 | 138 | 83 | 27 | 28 | 305-91 | |
Матчтар тарихы
| Донъя чемпионаттарында сығыш яһау тарихы | ||||
|---|---|---|---|---|
| Йыл | Раунд | Дәғүәсе | Иҫәп | Һөҙөмтә |
| 1998 | Групповой этап | 0-1 | Еңелеү | |
| Төркөм этабы | 0-1 | Еңелеү | ||
| Төркөм этабы | 1-2 | Еңелеү | ||
| 2002 | Төркөм этабы | 2-2 | Тигеҙ иҫәп | |
| Төркөм этабы | 1-0 | Еңеү | ||
| Төркөм этабы | 2-0 | Еңеү | ||
| 1/8 финал | 0-1 | Еңелеү | ||
| 2006 | Групповой этап | 1-3 | Еңелеү | |
| Төркөм этабы | 0-0 | Тигеҙ иҫәп | ||
| Төркөм этабы | 1-4 | Еңелеү | ||
| 2010 | Төркөм этабы | 1-0 | Еңеү | |
| Төркөм этабы | 0-1 | Еңелеү | ||
| Төркөм этабы | 3-1 | Еңеү | ||
| 1/8 финал | 0-0 (3–5) | Тигеҙ иҫәп (еңелеү) | ||
| 2014 | Төркөм этабы | 1-2 | Еңелеү | |
| Төркөм этабы | 0-0 | Тигеҙ иҫәп | ||
| Төркөм этабы | 1-4 | Еңелеү | ||
| 2018 | Төркөм этабы | 2-1 | Еңеү | |
| Төркөм этабы | 2-2 | Тигеҙ иҫәп | ||
| Төркөм этабы | 0-1 | Еңелеү | ||
| 1/8 финал | 2-3 | Еңелеү | ||
| 2022 | Төркөм этабы | 2-1 | Еңеү | |
| Төркөм этабы | 0-1 | Еңелеү | ||
| Төркөм этабы | 2-1 | Еңеү | ||
| 1/8 финал | 1-1(1–3) | Еңелеү | ||
Футбол буйынса Азия кубоктарында сығыштары
| Финал стадияһы | Квалификация | ||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Йыл | Раунд | Урын | И | В | Н | П | Туптар | И | В | Н | П | Туптар | |
| Уйнамай | Уйнамай | ||||||||||||
| Квалификациянан үтмәй | 4 | 3 | 1 | 0 | 8-4 | ||||||||
| Уйнамай | Уйнамай | ||||||||||||
| Квалификациянан үтмәй | 5 | 2 | 1 | 2 | 4-4 | ||||||||
| Уйнамай | Уйнамай | ||||||||||||
| Төркөм этабы | 10 | 4 | 0 | 1 | 3 | 0-6 | 4 | 2 | 1 | 1 | 6-3 | ||
| Чемпион | 1 | 5 | 3 | 2 | 0 | 6-3 | Турнир хужаһы булараҡ квалификациялана | ||||||
| Төркөм этабы | 5 | 4 | 3 | 0 | 1 | 7-3 | Чемпион | ||||||
| Чемпион | 1 | 6 | 5 | 1 | 0 | 21-6 | 3 | 3 | 0 | 0 | 15-0 | ||
| Чемпион | 1 | 6 | 4 | 2 | 0 | 13-6 | Чемпион | ||||||
| 4-се урын | 4 | 6 | 2 | 3 | 1 | 11-7 | 6 | 5 | 0 | 1 | 15-2 | ||
| Чемпион | 1 | 6 | 4 | 2 | 0 | 14-6 | 6 | 5 | 0 | 1 | 17-4 | ||
| 1/4 финал | 5 | 4 | 3 | 1 | 0 | 8-1 | Чемпион | ||||||
| 2-се урын | 2 | 7 | 6 | 0 | 1 | 12-6 | 8 | 7 | 1 | 0 | 27-0 | ||
| Әлегә билдәһеҙ | 8 | 8 | 0 | 0 | 46-2 | ||||||||
| Бөтәһе | 4 титул | 10/18 | 48 | 30 | 12 | 6 | 92-44 | 44 | 35 | 4 | 5 | 138-19 | |
Рекорд ҡуйыусылар
Наибольшее количество матчей
2022 йылдың 7 декабренә ҡарата
| # | Уйынсы | Уйындар | Голдар | Йылдар |
|---|---|---|---|---|
| 1 | Ясухито Эндо | 152 | 15 | 2002-2015 |
| 2 | Юто Нагатомо | 141 | 4 | 2008-х. в. |
| 3 | Мая Ёсида | 125 | 12 | 2010-х. в. |
| 4 | Масами Ихара | 122 | 5 | 1988-1999 |
| 5 | Синдзи Окадзаки | 119 | 50 | 2008-2019 |
| 6 | Кавагути Ёсикацу | 116 | 0 | 1997-2010 |
| 7 | Макото Хасэбэ | 114 | 2 | 2006-2018 |
| 8 | Юдзи Накадзава | 110 | 17 | 1999-2010 |
| 9 | Сюнсукэ Накамура | 98 | 24 | 2000-2010 |
| Кейсуке Хонда | 37 | 2008-2018 |
Иң яҡшы бомбардирҙар
2022 йылдың 7 декабренә ҡарата
| # | Уйынсы | Голдар | Уйындар | Уйын/гол нисбәте | Йылдар | |
|---|---|---|---|---|---|---|
| 1 | Кунисигэ Камамото | 75 | 76 | 0,99 | 1964–1977 | |
| 2 | Кадзуёси Миура | 55 | 89 | 0,62 | 1990–2000 | |
| 3 | Синдзи Окадзаки | 50 | 119 | 0,61 | 2008-2019 | |
| 4 | Хироми Хара | 37 | 75 | 0,49 | 1978–1988 | |
| Кейсуке Хонда | 98 | 0,48 | 2008-2018 | |||
| 6 | Синдзи Кагава | 31 | 97 | 0,44 | 2008–2019 | |
| 7 | Такуя Такаги | 27 | 44 | 0,42 | 1992–1997 | |
| 8 | Кадзуси Кимура | 26 | 54 | 0,38 | 1979–1986 | |
| 9 | Юя Осако | 25 | 57 | 0,32 | 2013-н.в. | |
| 10 | Сюнсукэ Накамура | 24 | 98 | 0,24 | 2000-2010 | |
Иҫкәрмәләр
- ↑ The FIFA/Coca-Cola World Ranking (ингл.). FIFA (22 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2022.