Футбол буйынса Ҡытай йыйылма командаһы

Футбол буйынса Ҡытай йыйылма командаһы (рус. Сбо́рная Кита́я по футбо́лу, ҡыт. 中国国家足球队) — футбол буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа Ҡытай исеменән сығыш яһаусы милли йыйылма командаһы. Идара итеүсе ойошмаһы — Ҡытай Халыҡ Республикаһының футбол ассоциацияһы.

Тарихы

1924 йылда Ҡытай футбол ассоциацияһы ойошторола, ә 1931 йылда ул ФИФА-ға ҡабул ителә. 1949 йылда Ҡытай Ҡытай Республикаһы һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы бүленә. 1955 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһында Ҡытай футбол ассоциацияһы ойошторола, ул 1979 йылда ФИФА-ға инә, 1984 һәм 2004 йылдарҙа Азия кубогында икенсе урынды яулай. Уның составына Макао һәм Гонконг кире ингәс, улар бөтә футбол турнирҙарында «Гонконг (Ҡытай)» һәм «Макао (Ҡытай)» исемдәре аҫтында уйнауын дауам итә.

Футбол Ҡытайҙа ярайһы уҡ популяр. Статистика буйынса, Ҡытай Халыҡ Республикаһының 300 миллионға яҡын кешеһе футбол буйынса 2002 йылғы донъя беренселегендә милли йыйылма команданың сығыштарын күҙәтә. Чемпионатҡа илдә 170 миллионға яҡын яңы телевизор һатыла. 2004 йылда Азия кубогы финалын 250 миллиондан ашыу кеше ҡарай[4].

Футбол буйынса донъя чемпионаты

  • 19301954 йылдарҙа — ҡатнашмай
  • 1958 — квалификация алмай
  • 1962 йылдан 1978 йылға тиклем — ҡатнашмай
  • 1982 йылдан 1998 йылға тиклем — квалификациянан үтә алмай
  • 2002 йыл — төркөм этабы
  • 2006 йылдан 2022 йылға тиклем — квалификациянан үтә алмай

2002 йылғы футбол буйынса донъя чемпионатында команданың һәр матчта еңелеүенә һәм гол индермәүенә ҡарамаҫтан, турнирҙа ҡатнашыуыы үҙе үк Ҡытай футболы өсөн әһәмиәтле ҡаҙаныш булып тора.

Азия кубогы

  • 1956—1972 йй. — ҡатнашмай
  • 1976 — 3-сө урын
  • 1980 йыл — төркөм этабы
  • 1984 йыл — 2-се урын
  • 1988 йыл — 4-се урын
  • 1992 йыл — 3-сө урын
  • 1996 йыл — сирек финал
  • 2000 — 4-се урын
  • 2004 йыл — 2-се урын
  • 2007 йыл — төркөм этабы
  • 2011 йыл — төркөм этабы
  • 2015 йыл — сирек финал
  • 2019 — сирек финал
  • 2023 йыл — төркөм этабы
undefined

.

Футбол буйынса Көнсығыш Азия чемпионаты

  • 1990 йыл — 2 урын
  • 1992 йыл — 4 урын
  • 1995 йыл — 4 урын
  • 1998 йыл — 2 урын
  • 2003 йыл — 3 урын
  • 2005 йыл — 1 урын
  • 2008 йыл — 3 урын
  • 2010 йыл — 1 урын
  • 2013 йыл — 2 урын
  • 2015 йыл — 2 урын
  • 2017 йыл — 3 урын

Статистика

     Әлеге ваҡытта сығыш яһайҙар

2019 йылдың 24 ғинуарына йыйылма команда өсөн иң күп матч үткәргән тәүге ун футболсы:[1]

# Исеме Йылдар Матчтар Голдар
1 Ли Вэйфэн 1998-2011 112 14
2 Гао Линь 2005-н.вр. 109 22
3 Чжэн Чжи 2002-н.вр. 108 15
4 Хао Хайдун 1992-2004 107 41
5 Фань Чжии 1992-2002 106 17
6 Ли Те 1997-2010 92 6
7 Чжао Сюйжи 2003-н.вр. 87 2
8 Ма Минъюй 1996-2002 86 12
Ли Мин 1992-2004 86 8
Чжу Бо 1983-1993 86 1

Йыйылма командалар менән уйындар статистикаһы

2022 йылдың 27 июленә ҡаратаа
Йыйылмалар М В Н П ЗМ ПМ РМ % Еңеүҙәр Конфедерация
Австралия Австралия 6 1 2 3 2 8 −6 016,67 АФК
Андорра Андорра 1 0 1 0 0 0 +0 000,00 УЕФА
Албания Албания 1 0 1 0 1 1 +0 000,00 УЕФА
Алжир Алжир 3 1 0 2 2 6 −4 033,33 КАФ
Аргентина Аргентина 1 1 0 0 1 0 +1 100,00 КОНМЕБОЛ
Афғанстан Афғанстан 1 1 0 0 6 0 +6 100,00 АФК
Бангладеш Бангладеш 5 5 0 0 15 0 +15 100,00 АФК
Бахрейн Бахрейн 7 3 4 0 14 8 +6 042,86 АФК
Бразилия Бразилия 3 0 1 2 0 12 −12 000,00 КОНМЕБОЛ
Бруней Бруней 3 3 0 0 22 1 +21 100,00 АФК
Босния һәм Герцеговина Босния һәм Герцеговина 1 1 0 0 3 0 +3 100,00 УЕФА
Ботсвана Ботсвана 1 1 0 0 4 1 +3 100,00 КАФ
Бутан Бутан 2 2 0 0 18 0 +18 100,00 АФК

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 China team stats (caps). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2025. Архивировано 7 апрель 2012 года.
  2. China team stats (goals). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2025. Архивировано 7 апрель 2012 года.
  3. The FIFA/Coca-Cola World Ranking (ингл.). FIFA (22 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2022.
  4. Asian Cup final smashes viewing records. The AFC (18 октябрь 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2025. Архивировано 9 декабрь 2017 года.