Футбол буйынса Һиндостан йыйылма командаһы
Футбол буйынса Һиндостан йыйылма командаһы (рус. Сбо́рная И́ндии по футбо́лу) — халыҡ-ара футбол матчтарында һәм турнирҙарында Һиндостан исеменән сығыш яһаған йыйылма команда. Уның менән 1937 йылда ойошторолған Бөтә Һиндостан футбол федерацияһы идара итә. 1948 йылдан
ағзаһы, 1954 йылдан АФК, 1997 йылдан КАФФ ағзаһы.
Һиндостан йыйылма командаһы XX быуат уртаһына тиклем Азияла иң көслө командаларҙың береһе булып һанала. 1964 йылда Азия кубогында Һиндостан йыйылма командаһы көмөш миҙал яулай, шул осорҙағы Азия уйындарының футбол турнирҙарында турнир фавориттарының береһе була, ике тапҡыр чемпион була һәм бер тапҡыр бронза миҙал яулай. XX быуат аҙағынан Һиндостанда футболға иғтибар кәмей. Әлеге ваҡытта Һиндостан йыйылма командаһы, дөйөм алғанда Һиндостан футболы үҙ төбәгендә генә, Көньяҡ Азияла, алдынғы булып тора.
Тарихы
- 1937 йылда Бөтә Һиндостан футбол ассоциацияһы ойошторола.
- 1948 йылдан — ФИФА ағзаһы.
- Рейтингы: ФИФА — 126, АФК — 22.
Халыҡ-ара турнирҙарҙа сығыштары
- 1950 — ҡатнашырға риза була[2], әммә һуңынан баш тарта[3]
- 1954 — ФИФА тарафынан квалификация ярыштарында ҡатнашырға рөхсәт ителмәй
- 1958—1970 — ҡатнашмай
- 1974—1986 — квалификациянан үтмәй
- 1990 — ҡатнашмай
- 1994—2022 йылдарҙа — квалификациянан үтмәй
- 1956 — 4-се урын
- 1951 — чемпион
- 1962 — чемпион
- 1970 — 3-сө урын
Иҫкәрмәләр
- ↑ The FIFA/Coca-Cola World Ranking (ингл.). FIFA (22 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2022.
- ↑ Һиндостан менән бер һайлап алыу төркөмөнә эләккән өс команда — Бирма, Филиппин һәм Индонезия — баш тартҡандан һуң, Һиндостан 1950 йылғы донъя чемпионатына автоматик рәүештә квалификациялана
- ↑ ФИФА һиндтарға ялан аяҡ уйнауҙы тыйғандан һуң