1968 йылғы йәйге Олимпия уйындары

XIX йәйге Олимпия уйындары 1968 йылдың 12 октябренән 27 октябренә тиклем Мехикола үтә. Был 2016 йылда Рио-де-Жанейрола XXXI йәйге Олимпия уйындары асылғанға тиклем Латин Америкаһында үткән берҙән-бер Олимпия уйындары була.

Олимпиада баш ҡалаһын һайлау

1963 йылдың 18 октябрендә Баден-Баденда үткән Халыҡ-ара олимпия комитетының 60-сы сессияһында Мехико XIX Олимпия уйындарының баш ҡалаһы итеп һайлана.

1968 йылғы йәйге Олимпия уйындары баш ҡалаһын һайлау
Ҡала Ил 1-се раунд
Мехико Мексика (1934-1968) Мексика 30
Детройт АҠШ флагы США 14
Лион Франция флагы Франция 12
Буэнос-Айрес Флаг Аргентины (1812—1985) Аргентина 2

Социаль-сәйәси әһәмиәте

Мехикола йәйге Олимпия уйындары Мексика йәштәренең дә, халыҡ-ара хоҡуҡ һаҡсыларының да, бигерәк тә 1960-се йылдарҙа аҡ тәнле булмаған расаларҙың хоҡуҡтары өсөн, йәмәғәтселектең протест белдереү урыны була. Мексиканың студенттар ойошмалары донъя йәмәғәтселегенең, тәү сиратта совет системаһына теләктәшлек күрһәткәндәрҙең, иғтибарын үҙ илендә барған ваҡиғаларға йәлеп итергә ынтыла. Улар Мексика властарының АҠШ властарына буйһоноуына протест белдерә.

2 октябрҙә, Олимпия байрамына ун көн ҡалғас, ҡала буйлап марш ойошторалар һәм илдең профсоюздары ярҙамы менән баш ҡаланың Тлателолко районындағы майҙанға 15 000 кешене алып сығалар. Демонстранттарҙың төп лозунгыһы: «Беҙ Олимпиаданы теләмәйбеҙ, революция теләйбеҙ!» (исп. ¡No queremos olimpiadas, queremos revolución!). Ил властары баш ҡалаға ғәскәр индерә, күпләп ҡулға алыуҙар үткәрә һәм халыҡты таратыуҙа көс ҡуллана. Һөҙөмтәлә, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, дүрт кеше, студенттарҙың үҙ мәғлүмәттәре буйынса 200 — 300-ҙән алып бер нисә меңгә тиклем кеше һәләк була. Әммә бер ниндәй ҙә санкциялар булмай, сөнки Халыҡ-ара олимпия комитеты бөтә ваҡиғаларҙы Мексиканың эске эше тип таный.

Миҙал иҫәбе

Миҙалдарҙың дөйөм иҫәбе Olympic rings.svg
Страна Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе
1 Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 45 28 34 107
2 Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР 29 32 30 91
3 Япония Япония 11 7 7 25
4 Венгрия Венгрия 10 10 12 32
5 Германия Демократик Республикаһы ГДР 9 9 7 25
6 Франция Франция 7 3 5 15
7 Чехословакия Чехословакия 7 2 4 13
8 Германия Федератив Республикаһы ФРГ 5 11 10 26
9 Австралия Австралия 5 7 5 17
10 Бөйөк Британия Бөйөк Британия 5 5 3 13

Әҙәбиәт

  • Год олимпийский 1968. Фотоальбом. Фото М. Боташева и др / Сост. А. Добров, В. Денисов. — М.: Физкультура и спорт, 1970. — 319 с.
  • Мехико, олимпиада 1968. [Сборник] / Сост. В. Ушаков. — М.: Физкультура и спорт, 1969. — 191 с.
  • Мамлеев Д. Ф., Федосов Б. А. Олимпийские репортажи. — М.: Известия, 1969. — 255 с.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар