1900 йылғы йәйге Олимпия уйындары
II йәйге Олимпия уйындары | |
---|---|
![]() | |
Ойоштороусы ҡала |
![]() |
Ҡатнашыусы илдәр | 24 |
Спортсылар һаны | 997 (975 ир-егет, 22 ҡатын-ҡыҙ) |
Уйнатылған миҙалдар | 20 спорт төрөндә 95 миҙал комплекты |
Асыу тантанаһы | 14 май |
Аса | асыу тантанаһы уҙғарылмай |
Ябыу тантанаһы | 28 октябрь |
Олимпия уты | юҡ, 1928 йылда индерелә |
Олимпия анты | юҡ, 1920 йылда индерелә |
Стадион | асыу тантанаһы уҙғарылмай |
Сайт | olympic.org/paris-1900 |
![]() |
II йәйге Олимпия уйындары (ингл. 1900 Summer Olympics, франц. Jeux Olympiques d'été de 1900, рәүештә II Олимпиада уйындары[1]) Парижда (Франция) 1900 йылдың 14 майынан 28 октябренә тиклем үтә[1]. Уйындар ул ваҡытта Францияның баш ҡалаһында үткән Бөтә донъя йәрминкәһенә тап килтереп үткәрелә. Уйындар 1896 йылда Афинала үткән уйындар менән сағыштырғанда күләмлерәк була — спортсылар күберәк килә һәм ярыштар һаны арта. 997 спортсы ҡатнаша, шуларҙың 22-е — ҡатын-ҡыҙ[2]. 24 ил сығыш яһай[1] һәм 20 спорт төрө буйынса 95 миҙал тупланмаһы өсөн көс һынаша[1].
Үткәреү урынын һайлау
Беренсе Олимпия уйындарынан һуң гректар, Греция — Олимпия уйындарының тыуған ере һәм уларҙы тик шунда ғына үткәрергә мөмкин, тип иҫәпләп, артабанғы ярыштар үткәреү хоҡуғына эйә булыуҙары тураһында белдерә[3]. Был идеяны король Георг I тәҡдим итә һәм уны күп кенә яҡташтары хуплай[3]. Кубертен һәм Халыҡ-ара олимпия комитеты уйындарҙы үткәргәндәре һәм ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерә, әммә уйындарҙы ҡабаттан үткәреүҙе хупламай[4]. Улар дүрт йылға бер тик гректар ғына ҡатнашҡан Грек уйындарын ойошторорға тәҡдим итәләр һәм принц Константин ризалаша[4]. Бынан тыш, 1897 йылда Крит утрауына ҡаршы хәрби хәрәкәттәр Афинала үткәреү мөмкинлеге бирмәй[4]. 1897 йылда Гаврҙа үткән Халыҡ-ара олимпия комитетының икенсе съезында Парижда үткәрергә ҡарар ителә.
Ҡатнашыусы илдәр

Халыҡ-ара олимпия комитеты мәғлүмәттәре буйынса, был уйындарҙа 24 ил ҡатнаша. Алдағы уйындар менән сағыштырғанда 12 яңы ил (Аргентина, Бельгия, Богемия, Һиндостан, Испания, Канада, Куба, Мексика, Нидерланд, Норвегия, Рәсәй империяһы һәм Румыния) үҙ спортсылары килә, ә ике ил үҙ спортсыларын ебәрмәй (Болгария һәм Чили).
Күп кенә сығанаҡтар ҡатнашыусы илдәр исемлегенә уйындарҙа тәүге тапҡыр сығыш яһаған дүрт милли олимпия комитетын индерә:
Гаити
Иран
Люксембург — оҙаҡ ваҡыт Театро Мишель Францияла йәшәгән тип иҫәпләнелә, әммә һуңынан уның Люксембургтан булыуы асыҡлана[5].
Перу
Миҙалдар иҫәбе
Уйындарҙа беренсе урынға көмөш, ә икенсе урын өсөн бронза миҙалдар ғына тапшырыла. Өсөнсө урын яулаусылар бүләкләнмәй, әммә һуңыраҡ Халыҡ-ара олимпия комитеты бронза миҙалдарҙы илдәр буйынса шартлы рәүештә бүлә. Күп кенә спортсыларға миҙалдар бөтөнләй тапшырылмай — уларға кубоктар һәм башҡа оҡшаш приздар бирелә[6].
Бельгия, Испания, Италия, Канада, Куба һәм Нидерланд спортсылары беренсе урындарҙы тәүгә ала. Призлы урындарҙы Богемия, Һиндостан, Мексика, Норвегия һәм Швеция вәкилдәре лә яулай.
Түбәндә иң күп миҙалдар яулаған ун ил күрһәтелгән:
Үҙ категорияларында миҙалдарҙың иҫәбе һәм ҡабул итеүсе ил дә ҡалын менән билдәләнгән
Миҙалдарҙың дөйөм иҫәбе | |||||
---|---|---|---|---|---|
Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
1 | ![]() |
27 | 38 | 37 | 102 |
2 | ![]() |
18 | 15 | 15 | 47 |
3 | ![]() |
15 | 8 | 9 | 32 |
4 | Ҡатнаш команда | 8 | 5 | 6 | 19 |
5 | ![]() |
6 | 7 | 4 | 17 |
6 | ![]() |
6 | 2 | 1 | 9 |
7 | ![]() |
4 | 3 | 2 | 9 |
8 | ![]() |
3 | 2 | 0 | 5 |
9 | ![]() |
2 | 0 | 3 | 5 |
10 | ![]() |
1 | 3 | 2 | 6 |
11 | ![]() |
1 | 2 | 2 | 5 |
12 | ![]() |
1 | 1 | 0 | 2 |
13 | ![]() |
1 | 0 | 1 | 2 |
14 | ![]() |
1 | 0 | 0 | 1 |
![]() |
1 | 0 | 0 | 1 | |
16 | ![]() |
0 | 3 | 3 | 6 |
17 | ![]() |
0 | 2 | 3 | 5 |
18 | ![]() |
0 | 2 | 1 | 3 |
19 | ![]() |
0 | 2 | 0 | 2 |
20 | ![]() |
0 | 1 | 1 | 2 |
21 | ![]() |
0 | 0 | 1 | 1 |
Спортсылар араһында лидерҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Миҙалдар һаны буйынса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дүрт һәм унан күберәк миҙал яулаусылар | |||||
---|---|---|---|---|---|
Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
1 | ![]() |
2 | 3 | 0 | 5 |
2 | ![]() |
2 | 2 | 1 | 5 |
3 | ![]() |
4 | 0 | 0 | 4 |
4 | ![]() |
3 | 0 | 1 | 4 |
5 | ![]() |
1 | 2 | 1 | 4 |
6 | ![]() |
1 | 0 | 3 | 4 |
7 | ![]() |
0 | 2 | 2 | 4 |
Алтын миҙалдар һаны буйынса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Өс һәм унан күберәк алтын миҙал яулаусылар | |||||
---|---|---|---|---|---|
Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
1 | ![]() |
4 | 0 | 0 | 4 |
2 | ![]() |
3 | 0 | 1 | 4 |
3 | ![]() |
3 | 0 | 0 | 3 |
Тәнҡит
Был уйындарҙы иң насар Олимпия уйындары тип атайҙар[7]. Уны һәм 1904 йылғы йәйге Олимпия уйындарын йыш ҡына «Йәрминкә уйындары» тип атайҙар[7]. Насар ойоштороу арҡаһында, күп кенә спортсылар үҙҙәрен Олимпия уйындарында тип уйламайҙар[7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Paris 1900 (ингл.). — Игры на сайте МОК. Дата обращения: 23 ноябрь 2007. Архивировано 24 ғинуар 2012 года.
- ↑ Краткая история Олимпийского движения . Олимпийский Архив. Дата обращения: 25 октябрь 2021. Архивировано 25 октябрь 2021 года.
- ↑ 1 2 Билл Маллон. «The 1900 Olympic Games: results for all competitors in all events, with commentary». 1998. Стр. 16 . Дата обращения: 23 ноябрь 2007. Архивировано из оригинала 16 июль 2012 года.
- ↑ 1 2 3 Билл Маллон. «The 1900 Olympic Games: results for all competitors in all events, with commentary». 1998. Стр. 17 . Дата обращения: 23 ноябрь 2007. Архивировано из оригинала 16 июль 2012 года.
- ↑ Билл Маллон. «The 1900 Olympic Games: results for all competitors in all events, with commentary». 1998. Стр. 22 . Дата обращения: 23 ноябрь 2007. Архивировано из оригинала 16 июль 2012 года.
- ↑ Билл Маллон. «The 1900 Olympic Games: results for all competitors in all events, with commentary». 1998. Стр. 21 . Дата обращения: 23 ноябрь 2007. Архивировано из оригинала 16 июль 2012 года.
- ↑ 1 2 3 Билл Маллон. «The 1900 Olympic Games: results for all competitors in all events, with commentary». 1998. Стр. 5 . Дата обращения: 23 ноябрь 2007. Архивировано из оригинала 16 июль 2012 года.
Һылтанмалар
- Страница Олимпиады (ингл.). Официальный сайт МОК.
- Официальный отсчёт об Играх Архивная копия от 30 август 2004 на Wayback Machine (фр.)
- Результаты Игр (пол.)
- Игры на сайте databaseolympics.com (инг.)
- Книга «Олимпийские игры 1900», автор Билл Маллон (инг.)
- 1900 йылғы йәйге Олимпия уйындары // Большая олимпийская энциклопедия: В 2 т. / Автор-составитель В. Л. Штейнбах. — М.: Олимпия Пресс, 2006.