1980 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары
XIII ҡышҡы Олимпия уйындары | |
---|---|
Эмблема зимних Олимпийских игр 1980 Эмблема зимних Олимпийских игр 1980 | |
Ойоштороусы ҡала |
![]() |
Ҡатнашыусы илдәр | 37 |
Спортсылар һаны | 1072 (840 ир-егет, 232 ҡатын-ҡыҙ) |
Уйнатылған миҙалдар | 10 спорт төрөндә 38 миҙал комплекты |
Асыу тантанаһы | 13 февраль 1980 |
Аса | АҠШ вице-президенты Уолтер Мондейл |
Ябыу тантанаһы | 24 февраль 1980 |
Олимпия уты | Чарльз Морган Керр |
Олимпия анты | Эрик Хайден |
Стадион | Лейк-Плэсид ипподромы |
Сайт | olympic.org/lake-… (инг.) |
![]() |
1980 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары (иҫәп буйынса XIII ҡышҡы Олимпия уйындары) 1980 йылдың 13 февраленән 24-нә тиклем Американың Лейк-Плэсид ҡалаһында үтә. Лейк-Плэсид ҡышҡы Олимпиаданы икенсе тапҡыр ҡабул итә: 1932 йылда бында III ҡышҡы Олимпия уйындары үтә. Әлеге ваҡытта был ҡышҡы Олимпия уйындарында бер ҡаланың ярыштарҙы ҡабаттан ҡабул итеүенең һуңғы осрағы булып тора.
1980 йылғы Олимпия уйындары талисманы — енот Рони (ингл. Roni).
Дөйөм миҙалдар иҫәбендә 10 алтын миҙал яулаған совет спортсылары еңеүсе булды, шуларҙың 4-е — саңғы ярыштарында.
- 1980 йылғы уйындарҙың геройы — Американың 21 йәшлек конькиҙа йүгереүсеһе Эрик Хайден, ул бөтә 5 дистанцияла ла еңеү яулай, был — спорт тарихында үҙенсәлекле осраҡ. Биш алтын миҙал менән Хайден СССР һәм ГДР-ҙан ғына ҡалышып, дөйөм зачётта 3-сө урынды биләй алыр ине. Эриктың һеңлеһе Бет Хайден 3000 метр арауыҡта бронза миҙалға лайыҡ була.
- 15 километрға айырым старт менән саңғы уҙышында Томас Вассберг Юхи Миетонан бер секундтың йөҙҙән бер өлөшөнә алда килә. Был — Олимпиадаларҙа саңғы ярыштары тарихында беренсе һәм икенсе урын араһында иң аҙ ваҡыт. Осраҡтың бығаса булмауы һәм хәлдең драматизмы саңғы уҙышында секундтың йөҙҙәрсә өлөшөн иҫәпкә алыуҙы бөтөрөүҙең сәбәбе булып тора.
- Совет саңғысыһы Николай Зимятов иҫәбендә өс алтын миҙал.
- Совет 30 йәшлек фигуралы шыуыусы Ирина Роднина (Роднина—Зайцев пары) тарихи өсөнсө еңеү яулай (рәттән), ике программаны ла (ирекле һәм ҡыҫҡа) тулыһынса таҙа башҡара. Роднинаның бүләкләү тантанаһындағы күҙ йәштәре тарихҡа инеп ҡала[1].
- АҠШ-тың студенттарҙан һәм һәүәҫкәрҙәрҙән торған хоккей командаһының быға тиклем биш Олимпиадала еңгән (шуларҙың дүртәүһе рәттән), еңелмәҫ булып күренгән совет командаһын еңеүе Олимпиаданың төп сенсацияларының береһе булып тора.
- Бейеү пары Кристина Регёци һәм Андраш Шаллайҙың көмөш миҙалы — Венгрияның 1956 йылдан һуң ҡышҡы Олимпия уйындарында беренсе һәм берҙән-бер олимпия миҙалы.
- 22 йәшлек саңғысы Иван Лебановтың 30 километрға ярышта бронза миҙалы — Болгарияның ҡышҡы Олимпия уйындарында беренсе миҙалы. Быға тиклем болгар спортсылары Ҡышҡы уйындарҙа 9 тапҡыр ҡатнаша, әммә һәр ваҡыт наградаһыҙ ҡала.
- Легендар совет саңғысыһы Галина Кулакова үҙенең һигеҙенсе һәм һуңғы олимпия миҙалын, эстафетала көмөш миҙал яулай.
Олимпия уйындары баш ҡалаһын һайлау
Әҙерләмә | Был бүлек тамамланмаған. |
Ойоштороу
Был уйындарҙы үткәреү өсөн спорт ҡоролмаларын реконструкциялау ваҡытында тамамланмайн. Олимпия ауылында торлаҡ өсөн йәш енәйәтселәр өсөн төҙөлгән төрмәнең яңы бинаһы файҙаланыла. Спортсылар ике ҡатлы һикеләрҙә, тәҙрәһеҙ бүлмәлә йоҡлай[2][3].
Олимпиада тарихында тәүге тапҡыр яһалма ҡар файҙаланыла[4].
Миҙалдар иҫәбе
Миҙалдарҙың дөйөм һаны | ![]() | ||||
---|---|---|---|---|---|
№ | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
1 | ![]() |
10 | 6 | 6 | 22 |
2 | ![]() |
9 | 7 | 7 | 23 |
3 | ![]() |
6 | 4 | 2 | 12 |
4 | ![]() |
3 | 2 | 2 | 7 |
5 | ![]() |
3 | 0 | 1 | 4 |
6 | ![]() |
2 | 2 | 0 | 4 |
7 | ![]() |
1 | 5 | 3 | 9 |
8 | ![]() |
1 | 3 | 6 | 10 |
9 | ![]() |
1 | 2 | 1 | 4 |
10 | ![]() |
1 | 1 | 3 | 5 |
11 | ![]() |
1 | 0 | 0 | 1 |
12 | ![]() |
0 | 2 | 3 | 5 |
13 | ![]() |
0 | 2 | 0 | 2 |
14 | ![]() |
0 | 1 | 1 | 2 |
15 | ![]() |
0 | 1 | 0 | 1 |
![]() |
0 | 1 | 0 | 1 | |
17 | ![]() |
0 | 0 | 1 | 1 |
![]() |
0 | 0 | 1 | 1 | |
![]() |
0 | 0 | 1 | 1 | |
38 | 39 | 38 | 115 |
Призёрҙар
Олимпиада филателияла
- СССР Почта маркалары, 1980 йыл
Иҫкәрмәләр
- ↑ слёзы Родниной во время церемонии награждения
- ↑ Фетисов: На Играх в Лейк-Плэсиде мы жили в тюрьме . Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Игры XIII зимней Олимпиады. Лейк-Плэсид-1980 (США) . Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2014. Архивировано 21 февраль 2014 года.
- ↑ IOC. Зимние Олимпийские игры-1980 в Лейк-Плэсиде - Спортсмены, медали и результаты . Olympics.com (24 апрель 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ноябрь 2021. Архивировано 1 ноябрь 2021 года.
Һылтанмалар
- Страница Олимпиады (ингл.). Официальный сайт МОК.
- PDF файл с копией «Официальных результатов XIII олимпийских игр по зимним видам спорта — Лейк-Плесид 1980» 2012 йылдың 9 февраль көнөндә архивланған. (инг.)