2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
XXIII ҡышҡы Олимпия уйындары
Эмблема
Эмблема зимних Олимпийских игр 2018
Ойоштороусы ҡала Корея Республикаһы флагы Пхёнчхан, Корея Республикаһы
Ҡатнашыусы илдәр 92
Спортсылар һаны 2922 (1680 ир-егет һәм 1242 ҡатын-ҡыҙ)
Уйнатылған миҙалдар 7 спорт төрөндә (15 дисциплина) 102 миҙал тупланмаһы
Асыу тантанаһы 9 февраль
Аса Мун Чжэ Ин
Ябыу тантанаһы 25 февраль
Олимпия уты Ким Ён А
Олимпия анты Мо Тхэ Бом
Стадион Олимпия стадионы
Сайт olympic.org/pyeon… (инг.)
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары (ингл. 2018 Winter Olympics, франц. Jeux Olympiques d’hiver de 2018, рәсми атамаһы: XXIII ҡышҡы Олимпия уйындары) — 2018 йылдың 9 февраленән 25 февраленә тиклем Корея Республикаһының Канвондо провинцияһының Пхёнчхан өйәҙендә урынлашҡан олимпия объекттарында үткән халыҡ-ара спорт сараһы.

2011 йылдың 6 июлендә Халыҡ-ара олимпия комитеты Дурбанда үткән (КАР) 123-сө сессияһында Пхёнчханды XXIII ҡышҡы Олимпия уйындары баш ҡалаһы тип иғлан итә[1].

Ҡатнашыусы илдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пхёнчхандағы Олимпия уйындарында 92 ил ҡатнаша. 6 ил тәүге тапҡыр ҡатнаша: Косово Республикаһы, Малайзия, Нигерия, Сингапур, Эквадор һәм Эритрея.Тәнәфестән һуң Боливия, Гана, Кения, Колумбии, КНДР, Мадагаскар, Пуэрто-Рико һәм КАР йыйылма командалар ҡабаттан килә. 2017 йылдың 2 декабрендә КХДР йыйылма командаһының Олимпиадала ҡатнашмаясағы билдәле була[2]. 9 ғинуарҙа ике Корея араһындағы һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә КХДР-ҙың олимпия уйындарында ҡатнашыуы тураһында килешеү ҡабул ителә.[3].

     2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы илдәр      Ҡышҡы Олимпия уйындарына тәүгә килеүселәр
Ҡатнашыусы илдәр

Рәсәй Олимпия комитетын ситләтеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алдағы ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәйҙең допинг ҡулланыуҙы боҙоуына һылтанып, 2017 йылдың 13 сентябрендә допингҡа ҡаршы 17 агентлыҡ етәкселәре Халыҡ-ара олимпия комитетын Рәсәйҙе 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарынан ситләтергә, шулай уҡ Рәсәйҙе Макларен докладын раҫларға йәки дәлилләп кире ҡағырға саҡыра[4][5][6]. 2017 йылдың 18 сентябренә Рәсәйҙе Пхёнчхандағы Олимпия уйындарынан ситләтеүҙе талап иткән допингҡа ҡаршы ойошмалар һаны 28-гә етә[7].

Ситләтеү тураһында ҡарар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2017 йылдың 5 декабрендә Халыҡ-ара олимпия комитеты Рәсәй Олимпия комитетын (Рәсәй йыйылма командаһын 2018 йылғы Олимпия уйындарынан ситләтеүгә тиң[8])) туҡтатып тора. Рәсәй спортсылары нейтраль (олимпия) флагы аҫтында ҡатнаша ала[9]. Саҡырылған спортсылар «Рәсәйҙән олимпия спортсыһы» исеме аҫтында ҡатнашасаҡ, бүләкләү тантанаһында олимпия гимны яңғыраясаҡ.

Миҙалдар иҫәбе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Таблицала тәүге ун ил алтын миҙалдар һаны буйынса күрһәтелгән. Алтын миҙалдар һаны бер төрлө булған осраҡта урындар көмөш миҙалдар һаны буйынса билдәләнә.

Ҡалын тамға менән үҙ категорияһында иң күп миҙал һәм ойоштороусы ил билдәләнә;.

Olympic rings with transparent rims.svg Миҙалдарҙың дөйөм иҫәбе Бөтәһе
Урын Ил Алтын Көмөш Бронза
1 Норвегия 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Норвегия 14 14 11 39
2 Германия 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Германия 14 10 7 31
3 Канада 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Канада 11 8 10 29
4 АҠШ 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында АҠШ 9 8 6 23
5 Нидерланд 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Нидерланд 8 6 6 20
6 Швеция 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Швеция 7 6 1 14
7 Көньяҡ Корея 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Көньяҡ Корея 5 8 4 17
8 Швейцария 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Швейцария 5 6 4 15
9 Франция 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Франция 5 4 6 15
10 Австрия 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Австрия 5 3 6 14
Бөтәһе 103 102 102 307
  1. Южнокорейский Пхёнчхан получил право провести зимние ОИ 2018 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2011. Архивировано из оригинала 24 апрель 2013 года.
  2. Спортсмены из КНДР не примут участия в зимней олимпиаде 2018 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2017. Архивировано 2 декабрь 2017 года.
  3. Северокорейские спортсмены поедут на Олимпиаду в Пхёнчхане 2018 йылдың 20 ғинуар көнөндә архивланған.
  4. Doping Crisis Threatens 2018 Winter Olympic Games 2018 йылдың 31 ғинуар көнөндә архивланған., сайт USADA.
  5. Антидопинговые агентства потребовали отстранить Россию от ОИ-2018 2017 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған.
  6. Антидопинговые агентства 16 стран призвали МОК отстранить Россию от ОИ-2018 2017 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған.
  7. Отстранить Россию от ОИ-2018 призвали ещё 12 антидопинговых агентств 2017 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған.
  8. Олимпийская хартия Архивная копия от 6 декабрь 2017 на Wayback Machine, пункт «Участие в Олимпийских играх».
  9. IOC SUSPENDS RUSSIAN NOC AND CREATES A PATH FOR CLEAN INDIVIDUAL ATHLETES TO COMPETE IN PYEONGCHANG 2018 UNDER THE OLYMPIC FLAG 2017 йылдың 5 декабрь көнөндә архивланған., сайт МОК