Рәсәй олимпия спортсылары 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында
Рәсәй Олимпия спортсылары (ингл. Olympic Athletes from Russia, ҡыҫҡаса OAR, рус. ОСР[1][2]; рәсми булмаған русса: Олимпийские атлеты из России, ҡыҫҡаса ОАР[3][4]) 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында спорттың күпселек төрҙәрендә ҡатнаша[5]. 2017 йылдың 5 декабрендә үткән Халыҡ-ара олимпия комитеты ултырышында Рәсәй Олимпия комитетын, даими рәүештә допинг ҡулланыуҙа ғәйепләп, ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыуҙан ситләтеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Рәсәй спортсылары Пхёнчханда Халыҡ-ара олимпия комитеты тәҡдим иткән шарттар буйынса нейтраль флаг аҫтында сығыш яһай. Рәсми протоколда улар Рәсәйҙән олимпия спортсылары (Olympic Athlete from Russia) тип күрһәтелә. 2018 йылдың 25 ғинуарында Рәсәй Олимпия комитеты 15 олимпия дисциплинаһында сығыш яһаясаҡ 169 спортсы исемлеген баҫтырып сығара[2]. 2018 йылдың 1 февралендә Спорт арбитраж суды 11 спортсыға Олимпиадала ҡатнашыуҙы тыйыуҙың нигеҙле булыуын раҫлай, әммә уларҙың ғүмерлеккә дисквалификацияланыуы тураһындағы ҡарарын юҡҡа сығара[6]. Әммә Халыҡ-ара олимпия комитеты арбитраж тарафынан аҡланған 28 спортсының 15-ен уйындарға саҡырмай[7].
Көндәр буйынса миҙалдар
| Көндәр буйынса миҙалдар | ||||||
|---|---|---|---|---|---|---|
| Көн | Дата | Бөтәһе | ||||
| 1-се көн | 10 февраль | 0 | 0 | 1 | 1 | |
| 2-се көн | 11 февраль | 0 | 0 | 0 | 0 | |
| 3-сө көн | 12 февраль | 0 | 1 | 0 | 1 | |
| 4-се көн | 13 февраль | 0 | 0 | 2[8] | 2 | |
| 5-се көн | 14 февраль | 0 | 0 | 0 | 0 | |
| 6-сы көн | 15 февраль | 0 | 0 | 0 | 0 | |
| 7-се көн | 16 февраль | 0 | 1 | 2 | 3 | |
| 8-се көн | 17 февраль | 0 | 0 | 1 | 1 | |
| 9-сы көн | 18 февраль | 0 | 1 | 1 | 2 | |
| 10-сы көн | 19 февраль | 0 | 0 | 0 | 0 | |
| 11-се көн | 20 февраль | 0 | 0 | 0 | 0 | |
| 12-се көн | 21 февраль | 0 | 1 | 1 | 2 | |
| 13-сө көн | 22 февраль | 0 | 0 | 0 | 0 | |
| 14-се көн | 23 февраль | 1 | 1 | 0 | 2 | |
| 15-се көн | 24 февраль | 0 | 1 | 1 | 2 | |
| 16-сы көн | 25 февраль | 1 | 0 | 0 | 1 | |
| Бөтәһе | 2 | 6 | 9 | 17 | ||
Спорт төрҙәре буйынса миҙалдар
| Спорт төрҙәре буйынса миҙалдар | ||||
|---|---|---|---|---|
| Спорт төрө | Бөтәһе | |||
| Конькиҙа йүгереү спорты | 0 | 0 | 1 | 1 |
| Саңғы ярыштары | 0 | 3 | 5 | 8 |
| Скелетон | 0 | 1 | 0 | 1 |
| Фигуралы шыуыу | 1 | 2 | 0 | 3 |
| Фристайл | 0 | 0 | 2 | 2 |
| Хоккей | 1 | 0 | 0 | 1 |
| Шорт-трек | 0 | 0 | 1 | 1 |
| Бөтәһе | 2 | 6 | 9[8] | 17 |
Милли символиканы ҡулланыуҙы сикләү
Рәсәй спортсыларына Халыҡ-ара олимпия комитетының 2017 йылдың 5 декабрендәге ҡарары нигеҙендә ярыштар ваҡытында Рәсәй флагы һәм гербын ҡулланыу, шул иҫәптән еңеү осрағында көйәрмәндәрҙән флаг ҡабул итеү тыйыла. Әгәр ойошторолған сәйәси демонстрация форматында булмаһа, көйәрмәндәр ярыштарға милли флаг менән килә ала[9].
Иҫкәрмәләр
- ↑ OLYMPIC ATHLETE FROM RUSSIA CONDUCT GUIDELINES. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2018. Архивировано 10 февраль 2018 года.
- ↑ 1 2 Состав команды «Олимпийские спортсмены из России» для участия в XXIII зимних Олимпийских играх 2018 года в г. Пхенчхан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2018. Архивировано 25 ғинуар 2018 года.
- ↑ МОК попросил называть российских хоккеистов "Олимпийскими атлетами из России". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2018. Архивировано 16 февраль 2018 года.
- ↑ Олимпийские атлеты из России приняли участие в параде спортсменов на церемонии открытия ОИ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2018. Архивировано 16 февраль 2018 года.
- ↑ Комиссия ОКР: спортсменов, отказавшихся от выступления на ОИ в нейтральном статусе, нет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2017. Архивировано 11 декабрь 2017 года.
- ↑ Cуд отклонил иск шести спортсменов из России в связи с недопуском на Олимпиаду. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2022. Архивировано 9 март 2018 года.
- ↑ МОК отказался пригласить в Пхёнчхан 15 россиян, оправданных арбитражем. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2018. Архивировано 5 февраль 2018 года.
- ↑ 1 2 Помимо перечисленных медалей, в матче за бронзовые медали одержали победу над сборной Норвегии олимпийские атлеты из России Анастасия Брызгалова и Александр Крушельницкий, однако позже у кёрлингиста было обнаружено в допинг-пробе наличие запрещённого мельдония, вследствие чего их результат был аннулирован, а медали переданы норвежцам Кристин Моэн Скаслиен и Магнусу Недреготтену.
- ↑ МОК не запрещает болельщикам использовать флаг России на Олимпиаде. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2018. Архивировано 27 ғинуар 2018 года.
Һылтанмалар
- Олимпийские спортсмены из России на официальном сайте зимних Олимпийских игр 2018 года (инг.) (фр.) (кор.) (ҡыт.) (яп.)
- Олимпийский комитет России. roc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2022. Архивировано 15 март 2012 года.