Ҡытай Олимпия уйындарында

Ҡытай Халыҡ Республикаһы (КХР) беренсе тапҡыр 1952 йылда Хельсинкиҙа йәйге Олимпия уйындарында ҡатнаша. Шул уҡ йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты ҠХР-ға ла, Ҡытай Республикаһына ла (Граждандар һуғышында Гоминьдан партияһы еңелгәндән һуң, Тайвань утрауы ғына була) Олимпия уйындарында ҡатнашырға рөхсәт бирә. Тайвандың сәйәси статусы тураһындағы бәхәстәр арҡаһында ҠХР Лейк-Плэсидтағы ҡышҡы Олимпия уйындарына тиклем (1980 йыл) Олимпия уйындарында ҡатнашмай. Ҡытай йыйылма командаһы 1952 йылдан һуң йәйге Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр 1984 йылда Лос-Анджелеста сығыш яһай.

Ҡытай милли олимпия комитеты 1979 йылда ойошторола. Граждандар һуғышына тиклем ҡытай спортсылары Ҡытай Республикаһы йыйылмаһы булараҡ сығыш яһай. Һуғыш тамамланғас, Тайвань йыйылма командаһы 1952 йылдан 1976 йылға тиклем Ҡытай йыйылма командаһы составында уйнауын дауам итә. Үҙенең статусын дәғүә иткәнлектән, ҠХР ошо ваҡыт эсендә Олимпия уйындарын инҡар итә. 1979 йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты Ҡытай Республикаһы командаһы тураһында резолюция ҡабул итә: ул ошо ваҡыттан тик Тайвань исеменән генә сығыш яһай башлай һәм был ҠХР, ниһайәт, олимпия хәрәкәтенә ҡушыла.

Гонконгтың айырым милли олимпия комитеты 1950 йылдан бар һәм Олимпиадала 1952 йылдан ҡатнаша. 1997 йылда Гонконг территорияһы ҠХР-ға кире ҡайтарыла һәм махсус административ төбәк статусы ала, әммә олимпия уйындарында айырым команда булараҡ сығыш яһауын дауам итә.

Йәйге Олимпия уйындарында миҙал зачетында XX быуаттың икенсе яртыһында СССР, ә XXI быуатта АҠШ Ҡытайҙың төп дәғүәселәре була.

Ҡытайҙа 2008 йылғы йәйге Олимпия уйындары һәм 2022 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары үтә, икеһе лә Пекинда уҙа. Пекин тәүҙә йәйге, һуңынан ҡышҡы Олимпия уйындарын ҡабул иткән берҙән-бер ҡала булып тора.

Ҡытайҙар өҫтәл теннисында (улар 37 алтын награданың 32-һен отто), бадминтонда һәм батутта һикереүҙә Олимпия уйындары тарихында миҙал зачетында лидер булып тора. Улар шулай уҡ ауыр атлетикала, художестволы гимнастикала, атыуҙа уңышлы сығыш яһай. Ҡышҡы уйындарҙа шорт-тректа (Корея Республикаһынан һуң икенсе урын) һәм фристайлда ҙур уңыштарға өлгәшә.

Миҙалдар таблицаһы

Йәйге Олимпия уйындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уйындар Ҡатнашыусылар Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе Урын
Финляндия1952 Хельсинки 1 0 0 0 0
1956—1980 ҡатнашмай
Америка Ҡушма Штаттары 1984 Лос-Анджелес 216 15 8 9 32 4
Корея республикаһы 1988 Сеул 273 5 11 12 28 11
Испания 1992 Барселона 244 16 22 16 54 4
Америка Ҡушма Штаттары 1996 Атланта 294 16 22 12 50 4
Австралия 2000 Сидней 271 28 16 14 58 3
Греция 2004 Афины 384 32 17 14 63 2
Ҡытай 2008 Пекин 639 48 22 30 100 1
Бөйөк Британия 2012 Лондон 396 38 31 22 91 2
Бразилия 2016 Рио-де-Жанейро 412 26 18 26 70 3
Япония 2020 Токио 406 38 32 18 88 2
Бөтәһе 262 199 173 634

Ҡышҡы Олимпия уйындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уйындар Ҡвтнашыусылар Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе Урын
Америка Ҡушма Штаттары 1980 Лейк-Плэсид 24 0 0 0 0
Югославия 1984 Сараево 37 0 0 0 0
Канада 1988 Калгари 13 0 0 0 0
Франция 1992 Альбервиль 32 0 3 0 3 15
Норвегия 1994 Лиллехаммер 24 0 1 2 3 19
Япония 1998 Нагано 57 0 6 2 8 16
Америка Ҡушма Штаттары 2002 Солт-Лейк-Сити 66 2 2 4 8 13
Италия 2006 Турин 76 2 4 5 11 14
Канада 2010 Ванкувер 94 5 2 4 11 7
Рәсәй Федерацияһы 2014 Сочи 66 3 4 2 9 12
Корея республикаһы 2018 Пхёнчхан 81 1 6 2 9 16
Ҡытай 2022 Пекин 176 9 4 2 15 3
бөтәһе 22 32 23 77

Спорттың йәйге төрҙәре буйынса миҙалдар

undefined
Вид спорта Алтын Көмөш Бронза Барлығы
Diving pictogram.svg Һыуға һикереү 47 24 10 81
Weightlifting pictogram.svg Ауыр атлетика 38 16 8 62
Gymnastics (artistic) pictogram.svg Гимнастика[1] 33 26 25 84
Table tennis pictogram.svg Өҫтәл теннисы 32 20 8 60
Shooting pictogram.svg Атыу 26 16 25 67
Badminton pictogram.svg Бадминтон 20 12 15 47
Swimming pictogram.svg Йөҙөү 16 21 12 49
Athletics pictogram.svg Еңел атлетика 10 12 15 37
Judo pictogram.svg Дзюдо 8 3 11 22
Taekwondo pictogram.svg Тхэквондо 7 1 3 11
Fencing pictogram.svg Фехтование 5 7 3 15
Boxing pictogram.svg Бокс 3 5 6 14
Sailing pictogram.svg Парус спорты 3 3 2 8
Canoeing (flatwater) pictogram.svg Байдарка һәм каноэла ишеү 3 2 0 5
Volleyball (indoor) pictogram.svg Волейбол 3 1 2 6
Wrestling pictogram.svg Көрәш 2 5 8 15
Rowing pictogram.svg Академик ишеү 2 4 6 12
Cycling (road) pictogram.svg Велоспорт 2 3 3 8
Archery pictogram.svg Уҡтан атыу 1 6 2 9
Tennis pictogram.svg Теннис 1 0 1 2
Synchronized swimming pictogram.svg Синхронлы йөҙөү 0 5 2 7
Basketball pictogram.svg Баскетбол 0 1 2 3
Karate pictogram.svg Карате 0 1 1 2
Volleyball (beach) pictogram.svg Пляж волейболы 0 1 1 2
Field hockey pictogram.svg Үләндә хоккей 0 1 0 1
Football pictogram.svg Футбол 0 1 0 1
Modern pentathlon pictogram.svg Хәҙерге биш алыш 0 1 0 1
Softball pictogram.svg Софтбол 0 1 0 1
Handball pictogram.svg Гандбол 0 0 1 1
Golf pictogram.svg Гольф 0 0 1 1
Бөтәһе 262 199 173 634

Спорттың ҡышҡы төрҙәре буйынса миҙалдар

Спорт төрө Алтын Көмөш Бронза Барлығы
Short track speed skating pictogram.svg Шорт-трек 12 16 9 37
Freestyle skiing pictogram.svg Фристайл 5 8 4 17
Speed skating pictogram.svg Конькиҙа йүгереү спорты 2 3 4 9
Figure skating pictogram.svg Фигуралы шыуыу 2 3 4 9
Snowboarding pictogram.svg Сноуборд 1 2 0 3
Curling pictogram.svg Кёрлинг 0 0 1 1
Skeleton pictogram.svg Скелетон 0 0 1 1
Бөтәһе 22 32 23 77

4 һәм унан күберәк алтын миҙалға лайыҡ булыусылар

undefined
Спортсы Спорт төрө Уйындар 1 2 1 Бөтәһе
1 У Минься Һыуға һикереү 2004—2016 5 1 1 7
2 Цзоу Кай Спорт гимнастикаһы 2004—2012 5 0 1 6
3 Ма Лун Өҫтәл теннисы 2012—2020 5 0 0 5
Чэнь Жолинь Һыуға һикереү 2008—2016 5 0 0 5
5 Го Цзинцзин Һыуға һикереү 2000—2008 4 2 0 6
6 Ван Мэн Шорт-трек 2006—2010 4 1 1 6
7 Ван Нань Өҫтәл теннисы 2000—2008 4 1 0 5
Фу Минся Һыуға һикереү 1992—2000 4 1 0 5
9 Ли Сяопэн Спорт гимнастикаһы 2000—2008 4 0 1 5
10 Дэн Япин Өҫтәл теннисы 1992—1996 4 0 0 4
Чжан Инин Өҫтәл теннисы 2004—2008 4 0 0 4
Ши Тинмао Һыуға һикереү 2016—2020 4 0 0 4

Иҫкәрмәләр

  1. Включая прыжки на батуте, спортивную и художественную гимнастику

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар