Монголия Олимпия уйындарында
Монголия Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр 1964 йылда ҡатнаша. Шул ваҡыттан алып, 1984 йылғы Олимпия уйындарынан тыш, бөтә йәйге Олимпия уйындарында ла ҡатнаша. 1984 йылда Монголия СССР тәҡдим иткән Олимпия уйындарына бойкот иғлан итеүҙе хуплай. Ҡышҡы Олимпия уйындарында 1964 йылдан ҡатнаша, әммә 1976 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарына спортсыларын ебәрмәй.
2016 йылға ҡарата, Монголия спортсылары дүрт спорт төрөндә: көрәштә, дзюдола, бокста һәм атыуҙа утыҙ олимпия миҙалы яулай. Монголиянан халыҡ-ара кимәлдәге тәүге уңышлы спортсы — ирекле стиль көрәшсеһе Жигжидийн Мунхбат. Ул донъя чемпионатының тәүге призёры, ә 1968 йылда йәйге Олимпия уйындарында 4 еңеү һәм 2 тигеҙ иҫәп менән беренсе көмөш миҙал яулай.
Монголия милли Олимпия комитетына 1956 йылда нигеҙ һалына, ә 1962 йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан таныла.
Миҙал яулаусылар
Миҙалдар таблицаһы
Йәйге Олимпия уйындарында миҙалдар
| Уйындар | Алтын | Көмөш | Бронза | Барлығы |
|---|---|---|---|---|
| 0 | 0 | 0 | 0 | |
| 0 | 1 | 3 | 4 | |
| 0 | 1 | 0 | 1 | |
| 0 | 1 | 0 | 1 | |
| 0 | 2 | 2 | 4 | |
| 0 | 0 | 1 | 1 | |
| 0 | 0 | 2 | 2 | |
| 0 | 0 | 1 | 1 | |
| 0 | 0 | 1 | 1 | |
| 2 | 2 | 0 | 4 | |
| 0 | 2 | 3 | 5 | |
| 0 | 1 | 1 | 2 | |
| 0 | 1 | 3 | 4 | |
| Бөтәһе | 2 | 11 | 17 | 30 |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Статистика на Sports-reference.com Архивная копия от 26 декабрь 2008 на Wayback Machine
- Монголия на официальном сайте Олимпийского движения
- Медалисты Олимпийских игр на сайте МОК. Архивировано 21 август 2011 года.