Ямайка Олимпия уйындарында
Ямайка йәйге Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр 1948 йылда Лондонда үткән уйындарҙа ҡатнаша. Шул ваҡыттан алып Ямайка спортсылары бер йәйге Олимпия уйындарын да ҡалдырмай. 1960 йылда Ямайка Вест-Һиндостан Федерацияһы командаһына инә.
Ямайка ҡышҡы Олимпия уйындарында ла ҡатнаша. Калгариҙағы уйындарҙа дебют яһай һәм тик 2006 йылда Туринда үткән ҡышҡы Олимпиадала ғына ҡатнашмай. Ҡышҡы Олимпия уйындарында Ямайканан башлыса бобслей командаһы ғына сығыш яһай.
Ямайка спортсылары бөтәһе 87 комплект миҙал яулай: 26 алтын, 36 көмөш һәм 25 бронза. Велоспорттағы бер бронзанан тыш бөтә миҙалдар еңел атлетикала яулана. Ямайканың Олимпия уйындарында иң титуллы спортсылары — 8 тапҡыр олимпия чемпионы Усэйн Болт һәм 5 тапҡыр олимпия чемпионы Элейн Томпсон-Хера. Дөйөм наградалар һаны буйынса Ямайка спортсылары араһында лидер булып Мерлин Отти тора (9).
Ямайка Олимпия ассоциацияһы 1936 йылда ойошторола.
Миҙал яулаусылар
Миҙалдар таблицаһы
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Олимпия уйындарының дөйөм миҙалдар иҫәбе
Йәйге Олимпия уйындары
|
Ҡышҡы Олимпия уйындары
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Спорт төрҙәре буйынса миҙалдар
| Спорт төрө | Алтын | Көмөш | Бронза | Барлығы |
|---|---|---|---|---|
| Еңел атлетика | 26 | 36 | 24 | 86 |
| Велоспорт | 0 | 0 | 1 | 1 |
| Бөтәһе | 26 | 36 | 25 | 87 |
Кәмендә 2 олимпия алтын миҙалы яулаусы Ямайка спортсылары,
| № | Спортсы | Спорт төрө | Уйындар | Бөтәһе | |||
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1 | Усэйн Болт | Еңел атлетика | 2008—2016 | 8 | 0 | 0 | 8 |
| 2 | Элейн Томпсон-Хера | Еңел атлетика | 2016—2020 | 5 | 1 | 0 | 6 |
| 3 | Шелли-Энн Фрейзер-Прайс | Еңел атлетика | 2008—2020 | 3 | 4 | 1 | 8 |
| 4 | Вероника Кэмпбелл-Браун | Еңел атлетика | 2008—2016 | 3 | 3 | 2 | 8 |
| 5 | Йохан Блейк | Еңел атлетика | 2012—2016 | 2 | 2 | 0 | 4 |
| Артур Уинт | Еңел атлетика | 1948—1952 | 2 | 2 | 0 | 4 | |
| 7 | Кемар Бэйли-Коул | Еңел атлетика | 2012—2016 | 2 | 0 | 0 | 2 |
| Джордж Роден | Еңел атлетика | 1952 | 2 | 0 | 0 | 2 |
Һылтанмалар
- Статистика Архивная копия от 1 сентябрь 2012 на Wayback Machine на сайте Sports-reference.com (инг.)
- Ямайка на сайте Международного олимпийского комитета (инг.)
- Олимпийский комитет Ямайки (инг.)