1988 йылғы йәйге Олимпия уйындары

XXIV йәйге Олимпия уйындары (рәсми XXIV Олимпиада уйындары) 1988 йылдың 17 сентябренән 2 октябренә тиклем Сеулда үтә. Корея Республикаһы Япониянан һуң Олимпия уйындарын ҡабул иткән икенсе Азия иле була. СССР һәм ГДР йыйылма командалары һуңғы уйындарын үткәрә. Сеулда йәйге Олимпия уйындары тамамланғандан һуң, 15 октябрҙән 24 октябргә тиклем 1988 йылғы йәйге Паралимпия уйындары үтә.

Милли сангмо эшләпәһе кейгән Ходори амур юлбарыҫ балаһы Олимпиаданың рәсми талисманы итеп һайлана[1].

Олимпиада баш ҡалаһын һайлау

Көньяҡ Кореяның Сеул ҡалаһы XXIV йәйге Олимпия уйындарын үткәреү хоҡуғын 1981 йылдың 30 сентябрендә Германияның Баден-Баден ҡалаһында үткән Халыҡ-ара олимпия комитетының 84-се сессияһында яулай[2].

Олимпия уты эстафетаһы

Олимпия утын тапшырыу эстафетаһы 1988 йылдың 23 авгусында боронғо Олимпияла тоҡандырылғандан һуң башлана. Өс көндән һуң ут Афинаға барып етә, унан самолетта Чеджудоға оса. Корея утрауына ут 27 августа килә, унан 22 көнлөк эстафета башлана. Корея эстафетаһы ваҡытында ут 4168 километр ара үтә, шуларҙың 1414 километрын — йүгереп, 2188 километрын — автомобилдә, 493 километрын — кәмәлә, 60 километрын — велосипедта, 5 километрын — мотоциклда һәм 7 километрын — атта. Дөйөм алғанда, эстафетала 1800-ҙән ашыу факел йөрөтөүсе ҡатнаша, улар араһында билдәле шәхестәр, спортсылар, артистар, йәмәғәт һәм дини эшмәкәрҙәр, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, балалар, өлкәндәр һәм төрлө һөнәр вәкилдәре була[3].

Рәсми миҙал иҫәбе

Дөйөм миҙалдар иҫәбе Olympic rings.svg
Ил Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе
1 СССР 1988 йылғы йәйге Олимпия уйындарында СССР 55 31 46 132
2 ГДР 1988 йылғы йәйге Олимпия уйындарында ГДР 37 35 30 102
3 АҠШ 1988 йылғы йәйге Олимпия уйындарында АҠШ 36 31 27 94
4 Көньяҡ Корея 1988 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Көньяҡ Корея 12 10 11 33
5 ГФР 1988 йылғы йәйге Олимпия уйындарында ГФР 11 14 15 40
6 Венгрия 1988 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Венгрия 11 6 6 23
7 Болгария 1988 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Болгария 10 12 13 35
8 Румыния 1988 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Румыния 7 11 6 24
9 Франция 1988 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Франция 6 4 6 16
10 Италия 1988 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Италия 6 4 4 14

Факттар

  • Асыу тантанаһы.Олимпия утын тоҡандырған саҡта табаҡ ситенә ултырған күгәрсендәр һәләк була. Шул ваҡыттан алып церемонияларҙа тере ҡоштар ҡулланылмай.
  • Допинг. Ольга Брызгина: «Тыйылған препараттар ҡулланыу менән бәйле тәүге ҙур ғауға Сеулда башлана. Бен Джонсонды иҫкә төшөрөү етә. Беҙҙең советтарҙан ул саҡта бер кем дә эләкмәй. Ә Олимпия йәки донъя рекорды ҡуйғандарҙан, мәҫәлән, беҙҙән (эстафетала) икенсе көндә ҡабат анализ алдылар», — ти[4].

Иҫкәрмәләр

  1. https://360wiki.ru/wiki/Sangmo
  2. Seoul surprises Nagoya for Olympic bid (ингл.). UPI. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 август 2021. Архивировано 24 август 2021 года.
  3. IOC. Seoul 1988 Olympic Torch Relay - Highlights (ингл.). Olympics.com (17 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 август 2021. Архивировано 24 август 2021 года.
  4. Ольга Брызгина: "О допинге в Сеуле вслух не говорили" - Пекин 2008 | Сегодня. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2022. Архивировано 23 февраль 2022 года.

Әҙәбиәт

  • XXIV Олимпийские игры. Цифры, факты, комментарии / Авт.-сост. Б. М. Чернышев. — М.: Советский спорт, 1989. — 206 с.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар