2020 йылғы йәйге Олимпия уйындары
XXXII Олимпия уйындары | |
---|---|
2020 йылғы йәйге Олимпия уйындары эмблемаһы 2020 йылғы йәйге Олимпия уйындары эмблемаһы | |
Ойоштороусы ҡала |
![]() |
Ҡатнашыусы илдәр | 205[1] |
Спортсылар һаны | ≈11 656[2] |
Уйнатылған миҙалдар | 339 |
Асыу тантанаһы | 23 июль 2021 йыл |
Аса | Нарухито |
Ябыу тантанаһы | 8 август 2021 йыл |
Олимпия уты | Наоми Осака |
Олимпия анты |
Рёта Ямагата Касуми Исикава (спортсылар) Масато Като Асуми Цузаки (судьи) Косэй Иноуэ Рейка Уцуги (тренерҙар) |
Стадион | Япон милли стадионы |
Сайт |
olympics.com/en/o… (инг.) olympics.com/ru/o… (рус.) |
![]() |
2020 йылғы йәйге Олимпия уйындары (франц. Jeux Olympiques d'été de 2020, ингл. 2020 Summer Olympics, япон. 2020年夏季オリンピック Нисэн нидзю: нэн Каки Оримпикку) — 32-се йәйге Олимпия уйындары, 2021 йылдың 23 июленән 8 авгусына тиклем Японияның Токио ҡалаһында үтә [3]. Тәүҙә ул 2020 йылда үтергә тейеш була[4][5], әммә COVID-19 пандемияһы арҡаһында бер йылға һуңғараҡ үтә (Халыҡ-ара олимпия комитеты күсереү тураһында ҡарарҙы 2020 йылдың 24 мартында иғлан итә)[6][7].
Шул уҡ ваҡытта уйындарҙа маркетинг маҡсатында «2020» префиксы һаҡлана[8]. Был ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында кисектерелгән[9], шулай уҡ таҡ һанлы йылда стадиондарҙа тамашасыһыҙ үткәрелгән беренсе Олимпия уйындары була.
Уйындарҙы үткәреүгә рәсми ғаризалар 2011 йылдың 1 сентябренә тиклем бирелә. 2012 йылдың 23 майында Халыҡ-ара олимпия комитеты Мадрид, Истанбул һәм Токио рәсми кандидаттар булып ҡалыуы тураһында белдерә. 2013 йылдың 7 сентябрендә Буэнос-Айреста үҙенең 125-се сессияһында, Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпиаданың баш ҡалаһын иғлан итә.
2021 йылдың 20 мартында сит ил тамашасыларына Токиолағы Олимпия һәм Паралимпия уйындарында ҡатнашырға рөхсәт ителмәүе тураһында иғлан ителә, алдан һатып алынған билеттар өсөн аҡса кире ҡайтарыла[10]. Токиолағы ярыштарҙа урындағы тамашасыларға ла инеү тыйыла. Асыу тантанаһына бөтәһе 950 VIP-персона, шул иҫәптән донъяның 15 дәүләте һәм халыҡ-ара ойошма башлыҡтары ғына ҡатнаша.
Ҡатнашыусы илдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Токиолағы 2020 йылғы йәйге Олимпия уйындарында 205 милли олимпия комитеты, шулай уҡ Халыҡ-ара олимпия комитетының ҡасаҡтар олимпия йыйылма командаһы ҡатнаша[1]. Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы йыйылма командаһының COVID-19 пандемияһы арҡаһында уйындарҙа ҡатнашмаясағы тураһында 2021 йылдың 6 апрелендә иғлан ителә[11].
Европа (5090 спортсы) | ||
---|---|---|
Америка (2299 спортсы) | ||
Азия (2077 спортсы) | ||
Африка (984 спортсы) | ||
Океания (791 спортсы) | ||
Башҡалар (29 спортсы) | ||
Миҙалдар иҫәбе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Таблицала алтын миҙалдар һаны буйынса тәүге ун ил күрһәтелгән. Алтын миҙалдар һаны тигеҙ булған осраҡта, урындар көмөш миҙалдар һаны буйынса бүленә[12].
Ҡалын тамға үҙ категорияларында миҙалдарҙың иң күп булыуын күрһәтә; ҡабул итеүсе ил дә билдәләнгән.
![]() |
2020 йылғы йәйге Олимпия уйындары һөҙөмтәләре | Бөтәһе | |||
---|---|---|---|---|---|
Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | |
1 | ![]() |
39 | 41 | 33 | 113 |
2 | ![]() |
38 | 32 | 18 | 88 |
3 | ![]() |
27 | 14 | 17 | 58 |
4 | ![]() |
22 | 21 | 22 | 65 |
5 | ![]() |
20 | 28 | 23 | 71 |
6 | ![]() |
17 | 7 | 22 | 46 |
7 | ![]() |
10 | 12 | 14 | 36 |
8 | ![]() |
10 | 12 | 11 | 33 |
9 | ![]() |
10 | 11 | 16 | 37 |
10 | ![]() |
10 | 10 | 20 | 40 |
Бөтәһе | 340 | 338 | 402 | 1080 |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Tokyo 2020 Facts and figures. Архивная копия от 10 август 2021 на Wayback Machine. Официальный сайт МОК.
- ↑ Olympic Athletes. Архивная копия от 8 август 2021 на Wayback Machine. Официальный сайт МОК.
- ↑ Токио объявлен столицей XXXII Летних Олимпийских игр 2020 года . Дата обращения: 7 сентябрь 2013. Архивировано 20 сентябрь 2013 года.
- ↑ Токио примет летние Олимпийские игры 2020 года . Eurosport (8 сентябрь 2013). Дата обращения: 8 сентябрь 2013. Архивировано 9 сентябрь 2013 года.
- ↑ Член МОКа заявил о переносе Олимпиады-2020 из-за коронавируса . Ведомости. Дата обращения: 24 март 2020. Архивировано 24 март 2020 года.
- ↑ Бах: точные сроки проведения Олимпийских игр в 2021 году пока не обсуждались . Дата обращения: 24 март 2020. Архивировано 24 март 2020 года.
- ↑ Губернатор Токио подтвердила перенос ОИ-2020 . RT на русском. Дата обращения: 24 март 2020. Архивировано 24 март 2020 года.
- ↑ McDonald, Scott The Reason why Olympics in 2021 will still be called the 2020 Olympic Games . newsweek.com (25 март 2020). Дата обращения: 30 март 2020. Архивировано 1 апрель 2020 года.
- ↑ Olympics history: Have the Games been postponed before? Los Angeles Times (24 март 2020). Дата обращения: 29 март 2020. Архивировано 29 март 2020 года.
- ↑ На летней Олимпиаде в Токио не примут иностранных зрителей . Би-би-си (20 март 2021). Дата обращения: 29 март 2021. Архивировано 21 март 2021 года.
- ↑ Choe, Sang-hun. North Korea, citing the pandemic, will skip the Tokyo Olympics., The New York Times (6 April 2021). 16 апрель 2021 тикшерелгән.
- ↑ Медальный зачет. Архивная копия от 9 август 2021 на Wayback Machine. Спорт-экспресс
Әҙәбиәт
- Белов А. В. Предварительные итоги «тихой» олимпиады в Токио // Японские исследования. — 2021. — № 4. — С. 62—78. — DOI:10.24412/2500-2872-2021-4-62-78.
Һылтанмалар
- Страница Олимпиады на сайте Olympics.com . Официальный сайт МОК - Olympics.com.
- Официальный сайт Олимпиады (ингл.). Официальный сайт МОК - Olympics.com.
- Страница Олимпиады в разделе МОК (ингл.). Официальный сайт МОК - Olympics.com.
- «До Олимпиады в Токио осталось менее двух недель» . Телерепортаж по некоторым противоэпидемическим мерам на официальном ютубканале «Первого телеканала».
- Итоги Токио-2020: Олимпиада вопреки всему // Немецкая волна, 8.08.2021