Рәсәй Олимпия комитеты 2020 йылғы йәйге Олимпия уйындарында
2020 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Рәсәй Олимпия комитетынан 336 спортсы 26 спорт төрөндә ҡатнаша һәм дөйөм миҙал зачетында бишенсе урынды яулай.
Пхёнчханда ҡышҡы Олимпия уйындары тамамланғас, Халыҡ-ара олимпия комитеты Рәсәй Олимпия комитетының ағзалығын тергеҙә[1] һәм 2019 йылдың июлендә 2020 йылда Токиола үтәсәк уйындарҙа ҡатнашыу өсөн рәсми саҡырыу ебәрә[2], әммә спорт арбитраж суды ҡарарына ярашлы, допинг-ғауға арҡаһында[3] Рәсәй спортсылары 2022 йылдың 16 декабренә тиклем Рәсәй флагы һәм гимны аҫтында сығыш яһай алмай[4]. Шуға күрә Халыҡ-ара олимпия комитеты Рәсәй спортсылары Токиолағы уйындарҙа Рәсәй Олимпия комитеты командаһы составында сығыш яһаясаҡ тигән ҡарар ҡабул итә[5].
Башта Олимпия уйындары 2020 йылда үтергә тейеш була, ләкин COVID-19 пандемияһы арҡаһында Халыҡ-ара олимпия комитеты уйындарҙы 2021 йылға күсерергә ҡарар итә[6].
2020 йылдың мартында Халыҡ-ара олимпия комитетының башҡарма советы, Олимпия уйындарында гендер тигеҙлеге сәйәсәтен дауам итеп, уйындарҙы асыу һәм ябыу тантаналары протоколына үҙгәрештәр индереүҙе хуплай. уға ярашлы милли олимпия комитеттары бер ир-егетте һәм бер ҡатынды флаг йөрөтөүсе итеп күрһәтә ала[7]. Уйындарҙы асыу тантанаһында Рәсәй Олимпия комитеты йыйылма командаһының байраҡ йөрөтөүселәре булып 2012 йылғы олимпия чемпионы волейболсы Максим Михайлов һәм 2016 йылғы олимпия чемпионы Софья Великая сығыш яһай[8].
Рәсәй Олимпия комитеты олимпия призерҙарына приз аҡсаһы түләйәсәк: алтын миҙалға — 4 миллион һум (яҡынса 46 217 евро); көмөшкә — 2,5 млн һум (яҡынса 28 881 евро); бронзаға — 1,7 млн һум (яҡынса 19 641 евро)[9].
Уйындар башланыр алдынан Рәсәй Олимпия комитеты Токио Олимпиадаһында спортсыларға үҙ-үҙен тотоу тураһында күрһәтмә әҙерләй[10].
Спорт төрҙәре буйынса миҙалдар
| Спорт төрҙәре буйынса миҙалдар | ||||
|---|---|---|---|---|
| Спорт төрө | Бөтәһе | |||
| Академик ишеү | 0 | 2 | 0 | 2а |
| Баскетбол | 0 | 2 | 0 | 2 |
| Бокс | 1 | 1 | 4 | 6 |
| Көрәш | 4 | 0 | 4 | 8 |
| Велоспорт | 0 | 0 | 2 | 2 |
| Волейбол | 0 | 2 | 0 | 2 |
| Гандбол | 0 | 1 | 0 | 1 |
| Дзюдо | 0 | 0 | 3 | 3 |
| Еңел атлетика | 1 | 1 | 0 | 2 |
| Йөҙөү | 2 | 2 | 1 | 5 |
| Һыуға һикереү | 0 | 0 | 1 | 1 |
| Синхрон йөҙөү | 2 | 0 | 0 | 2 |
| Спорт гимнастикаһы | 2 | 2 | 4 | 8 |
| Атыу | 2 | 4 | 2 | 8 |
| Уҡтан атыу | 0 | 2 | 0 | 2 |
| Теннис | 1 | 2 | 0 | 3 |
| Тхэквондо | 2 | 1 | 1 | 4 |
| Фехтование | 3 | 4 | 1 | 8 |
| Художестволы гимнастика | 0 | 2 | 0 | 2 |
| Бөтәһе | 20 | 28 | 23 | 71 |
Көндәр буйынса миҙалдар
| Көндәр буйынса миҙалдар | ||||
|---|---|---|---|---|
| Дата | Бөтәһе | |||
| 24 июль | 0 | 1 | 1 | 2 |
| 25 июль | 1 | 3 | 1 | 5 |
| 26 июль | 3 | 1 | 1 | 5 |
| 27 июль | 3 | 2 | 1 | 6 |
| 28 июль | 0 | 3 | 2 | 5 |
| 29 июль | 1 | 1 | 3 | 5 |
| 30 июль | 2 | 3 | 1 | 6 |
| 31 июль | 1 | 1 | 1 | 3 |
| 1 август | 1 | 4 | 2 | 7 |
| 2 август | 0 | 2 | 4 | 6 |
| 3 август | 1 | 0 | 1 | 2 |
| 4 август | 1 | 0 | 0 | 1 |
| 5 август | 2 | 1 | 2 | 5 |
| 6 август | 1 | 1 | 2 | 4 |
| 7 август | 3 | 3 | 1 | 7 |
| 8 август | 0 | 2 | 0 | 2 |
| Бөтәһе | 20 | 28 | 23 | 71 |
Енес буйынса миҙалдар
| Енес буйынса миҙалдар | ||||
|---|---|---|---|---|
| Енес | Бөтәһе | |||
| Ирҙәр | 10 | 11 | 14 | 35 |
| Ҡатын-ҡыҙҙар | 9 | 15 | 8 | 32 |
| Микст | 1 | 2 | 1 | 4 |
| Бөтәһе | 20 | 28 | 23 | 71 |
Иҫкәрмәләр
- ↑ МОК восстановил членство Олимпийского комитета России. tass.ru. ТАСС (28 февраль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2021. Архивировано 27 апрель 2021 года.
- ↑ ОКР получил приглашение на Олимпиаду в Токио. Россияне смогут выступать под своим флагом. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2021. Архивировано 28 июль 2021 года.
- ↑ России запрещено участвовать под своим флагом на главных международных соревнованиях (9 декабрь 2019). 26 июль 2021 тикшерелгән.
- ↑ Финальное решение. CAS уведомил российский спорт, как тот будет жить в ближайшие два года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2021. Архивировано 27 апрель 2021 года.
- ↑ Principles relating to the implementation of the CAS award WADA vs RUSADA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2021. Архивировано 27 апрель 2021 года.
- ↑ Оргкомитет Олимпиады в Токио подтвердил новые сроки проведения Игр. «Чемпионат» (30 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2020. Архивировано 1 апрель 2020 года.
- ↑ МОК: на ОИ-2020 в Токио каждая сборная сможет заявить двух знаменосцев. «Р-Спорт» (4 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2021. Архивировано 9 июль 2021 года.
- ↑ Тимур Ганеев. Знаменосцами сборной России на церемонии открытия Олимпиады станут Максим Михайлов и Софья Великая. www.sport-express.ru. Спорт-Экспресс (29 июнь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2021. Архивировано 30 июнь 2021 года.
- ↑ Министр назвал размер призовых для российских олимпийцев за Игры в Токио Архивная копия от 6 август 2021 на Wayback Machine :: РБК Спорт
- ↑ Российским олимпийцам дали инструкцию, как отвечать на вопросы о харассменте и Крыме. Коммерсантъ (14 июль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2021. Архивировано 14 июль 2021 года.
Һылтанмалар
- Сборная ОКР Архивная копия от 22 июль 2021 на Wayback Machine на странице Олимпийских игр 2020 (инг.)
- Сборная ОКР Архивная копия от 2 сентябрь 2021 на Wayback Machine на сайте Olympedia.org (инг.)
- Состав сборной Архивная копия от 6 июль 2021 на Wayback Machine на сайте Олимпийского комитета России.