Богемия Олимпия уйындарында

Богемия спортсылары (ул ваҡытта бойондороҡһоҙ дәүләт булмаған Чехияның тарихи исеме) өс Олимпия уйынында ҡатнаша.

Чех Иржи Гут Пьер де Кубертендың дуҫы һәм Халыҡ-ара олимпия комитетына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. 1896 йылда Афинала үткән 1-се Олимпия уйындарын ҡарағас, ул, спорт уңыштары Чехия халҡына файҙа килтерә ала, тик шул саҡта ғына чехтар тураһында донъяла беләсәктәр, тип ҡарар итә (ул ваҡытта Чехия/Богемия Австро-Венгрияның бер өлөшө була). Шуға күрә Гут Кубертендың «Иң мөһиме — еңеү түгел, ә ҡатнашыу» лозунгыһын үҙгәртеп, чехтар өсөн уйындарҙа ҡатнашыу ғына түгел, ә уларҙа еңеү мөһим, тип белдерә.

1900 йылғы Олимпиаданан башлап Чехия спортсылары Олимпия уйындарында ҡатнаша башлай, бындай дәүләттең булмауына ҡарамаҫтан, улар Богемия флагы аҫтында сығыш яһай. Был хәл 1918 йылда бойондороҡһоҙ Чехословакия барлыҡҡа килгәнгә тиклем дауам итә.

Олимпия уйындарында сығыш яһағанда Богемия спортсылары 4 олимпия миҙалы: 1 көмөш һәм 3 бронза яулай. Бөтә миҙалдар ҙа фехтование, теннис һәм еңел атлетика буйынса.

Миҙал иҫәбе

Йәйге Олимпия уйындарында миҙалдар

Уйындар Алтын Көмөш Бронза Барлығы
1900 Париж 0 1 1 2
1904 Сент-Луис Ҡатнашмай
1908 Лондон 0 0 2 2
1912 Стокгольм 0 0 0 0
Бөтәһе 0 1 3 4

Спорт төрҙәре буйынса миҙалдар

Спорт төрҙәре Алтын Көмөш Бронза Барлығы
Еңел атлетика 0 1 0 1
Фехтование 0 0 2 2
Теннис 0 0 1 1
Бөтәһе 0 1 3 4

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә