Ҡышҡы Олимпия уйындары

Ҡышҡы Олимпия уйындары — спорттың ҡышҡы төрҙәре буйынса донъялағы иң эре ярыштар. Халыҡ-ара олимпия комитеты эгидаһы менән 4 йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Ҡышҡы Олимпия уйындары 1924 йылдан алып йәйге Олимпия уйындарына өҫтәлмә булараҡ үткәрелә башлай. Ҡайһы бер ҡышҡы спорт төрҙәре йәйге Олимпия уйындарына тағы ла иртәрәк — 1908 һәм 1920 йылдарҙа индерелгән була. 1924 йылдан 1992 йылғаса ҡышҡы Олимпия уйындары йәйге уйындар менән бер үк йылда уҙғарылған. 1994 йылдан башлап улар йәйге Олимпиаданан ике йылға һуңлатып үткәрелә.

Башҡа исемдәре: ҡышҡы Олимпиада, Аҡ олимпиада.

undefined
undefined

Еңеүселәр

1924—2022 йылдарҙа 24 уйында рәсми булмаған дөйөм команда зачетында ҡышҡы Олимпия уйындары еңеүселәре:

Тарихы

1901 йылдан 1926 йылға тиклем Стокгольмда үткәрелгән Төньяҡ уйындары ҡышҡы спорт төрҙәре өсөн тәғәйенләнгән тәүге халыҡ-ара ярыштар була.

1894 йылда Халыҡ-ара олимпия комитетын ойошторғанда уҡ Олимпия уйындары программаһына конькиҙа шыуыуҙы индереү күҙ уңында тотола. Әммә был спорт төрө буйынса беренсе ярыштар 1908 йылғы уйындарҙа үткәрелә: фигуралы шыуыуҙа 4 комплект миҙал уйнатыла. Ирекле шыуыуҙа — швед Ульрих Сальхов, махсус фигуралар буйынса рәсәйле Николай Панин-Коломенкин, ҡатын-ҡыҙҙар араһында инглиз Мэдж Сайерс чемпион исемен ала, ә парлы шыуыуҙа немецтар Анна Хюблер һәм Генрих Бюргер еңә[1].

1911 йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты сессияһында киләһе уйындарҙа махсус «Ҡышҡы спорт төрҙәре аҙналығы» ойошторорға тәҡдим ителә, әммә 1912 йылда ойоштороусы булып Швеция сығыш яһағанлыҡтан, ул, Төньяҡ уйындарына конкуренциянан ҡурҡып, тәҡдимгә ҡаршы сыға. Киләһе Олимпия уйындарына әҙерлек барышында «Аҙналыҡ» идеяһы ҡабаттан яңғырай, әммә Беренсе донъя һуғышы ярыштарҙы үткәреүгә ҡамасаулай. 1920 йылда Антверпенда үткән Олимпия уйындары программаһына фигуралы шыуыу һәм шайбалы хоккей буйынса ярыштар индерелә.

1924 йылда Шамониҙа (Франция) Халыҡ-ара олимпия комитеты патронажы аҫтында VIII Олимпиада уңайынан «Халыҡ-ара спорт аҙналығы» үткәрелә. Уҙған "аҙна"ның популярлығы арҡаһында ул беренсе ҡышҡы Олимпия уйындары тип атала башлай.

Тәүҙә ҡышҡы уйындар йәйге уйындар менән бер йылда үтә, ә 1994 йылдан башлап ҡышҡы уйындар йәйге уйындарҙан һуң 2 йылдан һуң үткәрелә. Йәйге Олимпия уйындарынан айырмалы рәүештә, үткәрелмәгән ҡышҡы Олимпия уйындары номерланмай.

Ҡышҡы Олимпия уйындарының спорт төрҙәре

Союз/Федерация Спорт төрө Уҙғарыла башланыуы Дисциплина
FIS Тау саңғыһы 1936 Тиҙлеккә төшөү, супергигант, слалом-гигант, слалом, күпбәйге
Саңғы ярышы 1924 Шәхси спринт, командалы спринт, айырым стартлы ярыш, масс-старт, эстафета, скиатлон
Трамплиндан саңғыла һикереү 1924 K120 шәхси беренселеге, K120 командалы беренселеге, K90 шәхси беренселеге
Саңғы буйынса икебәйге 1924 Шәхси ярыштар, спринт, эстафета
Фристайл 1992 Могул, саңғы акробатикаһы, ски-кросс, хафпайп, слоупстайл
Сноуборд 1998 Биг-эйр, параллель слалом-гигант, слоупстайл, сноуборд-кросс, хафпайп
IBU Биатлон 1960 Спринт, шәхси уҙыш, пасьют, масс-старт, эстафета, ҡатнаш эстафета
ISU Конькиҙа фигуралы шыуыу 1908/1924 Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында айырым, шәхси фигуралы шыуыу, парлы фигуралы шыуыу, боҙҙа бейеүҙәр, команда ярыштары
Конькиҙа ярышыу 1924 500 м, 1000 м, 1500 м, 3000 м, 5000 м, 10000 м, команда ярышы
Шорт-трек 1992 500 м, 1000 м, 1500 м, эстафета
FIBT Бобслей 1924 Ике урынлы боб, дүрт урынлы боб
Скелетон 1928/1948/2002
FIL Санала шыуыу 1964 Шәхси ярыштар, парлы уҙыштар, командалар эстафетаһы
IIHF Шайбалы хоккей 1920/1924
WCF Кёрлинг 1924/1998

Уҙғарыу йылдары һәм урындары

Уйындар Йыл Ҡала Дәүләт Иҫәбе Иҫәбе
ҡатнашыусы илдәр ҡатнашыусы спортсылар спорт дисциплиналары спорт төрҙәре
I 1924 Шамони Франция Франция 16 280 14 4
II 1928 Санкт-Мориц Швейцария Швейцария 25 464 14 4
III 1932 Лейк-Плэсид Флаг США (48 звёзд) АҠШ 17 252 14 4
IV 1936 Гармиш-Партенкирхен Германия Германия 28 646 17 4
(1) 1940 Гармиш-Партенкирхен Германия Германия
(1) 1944 Кортина д’Ампеццо Италия Италия
V 1948 Санкт-Мориц Швейцария Швейцария 28 669 22 4
VI 1952 Осло Норвегия Норвегия 30 694 22 4
VII 1956 Кортина д’Ампеццо Италия Италия 32 821 24 4
VIII 1960 Скво-Вэлли АҠШ флагы (49 йондоҙ) АҠШ 30 665 27 4(2)
IX 1964 Инсбрук Австрия Австрия 36 1091 34 6(3)
X 1968 Гренобль Франция Франция 37 1158 35 6
XI 1972 Саппоро Япония Япония 35 1006 35 6
XII 1976 Инсбрук Австрия Австрия(4) 37 1123 37 6
XIII 1980 Лейк-Плэсид Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 37 1072 38 6
XIV 1984 Сараево Югославия Югославия 49 1272 39 6
XV 1988 Калгари Канада Канада 57 1423 46 6
XVI 1992 Альбервиль Франция Франция 64 1801 57 6
XVII 1994(5) Лиллехаммер Норвегия Норвегия 67 1739 61 6
XVIII 1998 Нагано Япония Япония 72 2302 68 7(6)
XIX 2002 Солт-Лейк-Сити Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 77 2399 78 7
XX 2006 Турин Италия Италия 80 2508 84 7
XXI 2010 Ванкувер Канада Канада 82 2766 86 7
XXII 2014 Сочи Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы 88 2800 98 7
XXIII 2018 Пхёнчхан Корея республикаһы Корея республикаһы
XXIV 2022 Пекин Ҡытай Ҡытай
1 Икенсе донъя һуғышы арҡаһында уҙғарылмай.
2 Биатлон ҡышҡы олимпия спорт төрө булып китә. Бобслей буйынса ярыштарҙан баш тартыла.
3 Сана спорты ҡышҡы олимпия спорт төрө булып китә.
4 Тәүҙә уйындар АҠШ-тың Денвер ҡалаһында булырға тейеш булған, әммә финанс мәьәләләре ҡатмарлы булыу сәбәпле Олимпиада Австрияла уҙғарыла.
5 Ошо йылдан алып ҡышҡы Олимпия уйындары йәйге уйындары булған йылдарҙа уҙғарылмай. Тәүге һәм һуңғы тапҡыр ҡышҡы Олимпия уйындары араһындағы ваҡыт арауығы ике йыл тәшкил итә.
6 Кёрлинг етенсе ҡышҡы олимпия спорт төрө булып китә. Шулай уҡ уйын программаһына сноубордингты индерәләр.

Миҙалдар һаны буйынса лидерҙар

Алтын миҙалдар

undefined

6 миҙалдан күберәк

Спортсы МОК Спорт төрө Уйындар Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе
1 Марит Бьёрген Норвегия Олимпия уйындарында Норвегия саңғы ярыштары 2002—2018 8 4 3 15
2 Уле-Эйнар Бьёрндален Норвегия Олимпия уйындарында Норвегия Биатлон 1998—2014 8 4 1 13
3 Бьёрн Дели Норвегия Олимпия уйындарында Норвегия Саңғы ярыштары 1992—1998 8 4 0 12
4 Ирен Вюст Нидерланд Олимпия уйындарында Нидерланд Конькиҙа йүгереү спорты 2006—2022 6 5 2 13
5 Любовь Егорова Берләшкән команда 1992 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Берләшкән команда
Рәсәй Олимпия уйындарында Рәсәй
Саңғы ярыштары 1992—1994 6 3 0 9
6 Виктор Ан (Ан Хён Су) Көньяҡ Корея 2006 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Көньяҡ Корея
Рәсәй 2014 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәй
Шорт-трек 2006, 2014 6 0 2 8
7 Натали Гайзенбергер Германия Олимпия уйындарында Германия Сана спорты 2010—2022 6 0 1 7
8 Тобиас Арльт Германия Олимпия уйындарында Германия Сана спорты 2014—2022 6 0 0 6
Тобиас Вендль Германия Олимпия уйындарында Германия Сана спорты 2014—2022 6 0 0 6
Лидия Скобликова СССР Олимпия уйындарында СССР Конькиҙа йүгереү спорты 1960—1964 6 0 0 6

Бөтә миҙалдар буйынса

undefined

10 миҙал һәм күберәк

Спортсы МОК Спорт төрө Уйындар Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе
1 Марит Бьёрген Норвегия Олимпия уйындарында Норвегия Саңғы ярыштары 2002—2018 8 4 3 15
2 Уле-Эйнар Бьёрндален Норвегия Олимпия уйындарында Норвегия Биатлон 1998—2014 8 4 1 13
3 Ирен Вюст Нидерланд Олимпия уйындарында Нидерланд Конькиҙа йүгереү спорты 2006—2022 6 5 2 13
4 Бьёрн Дели Норвегия Олимпия уйындарында Норвегия Саңғы ярыштары 1992—1998 8 4 0 12
5 Арианна Фонтана Италия Олимпия уйындарында Италия Шорт-трек 2006—2022 2 4 5 11
6 Раиса Сметанина СССР Олимпия уйындарында СССР
Берләшкән команда 1992 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Берләшкән команда
Саңғы ярыштары 1976—1992 4 5 1 10
7 Стефания Бельмондо Италия Олимпия уйындарында Италия Саңғы ярыштары 1992—2002 2 3 5 10

Лидеры по количеству участий в зимних Играх

undefined

Ҡышҡы Олимпия уйындарында кәмендә ете тапҡыр

Уйындар
иҫәбе
Спортсы МОК Уйындар Осор Спорт төрө Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе'
8 Нориаки Касай Япония Олимпия уйындарында Япония 1992—2018 26 Трамплиндан һикереү 0 2 1 3
8 Клаудия Пехштайн Германия Олимпия уйындарында Германия 1992—2006, 2014—2022 30 Конькиҙа йүгереү спорты 5 2 2 9
7 Альберт Демченко Берләшкән команда 1992 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Берләшкән команда (1)
Рәсәй Олимпия уйындарында Рәсәй (6)
1992—2014 22 Сана спорты 0 3 0 3
7 Янне Ахонен Финляндия Олимпия уйындарында Финляндия 1994—2018 24 Трамплиндан һикереү 0 2 0 2
7 Сергей Долидович Беларусь Олимпия уйындарында Беларусь 1994—2018 24 Олимпия уйындарында саңғы ярыштары 0 0 0 0
7 Симон Амман Швейцария Олимпия уйындарында Швейцария 1998—2022 24 Трамплиндан һикереү 4 0 0 4

Иҫкәрмәләр

  1. Figure Skating at the 1908 London Summer Games. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано из оригинала 26 декабрь 2011 года.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә