Сметанина Раиса Петровна
Раи́са Петро́вна Смета́нина (29 февраль 1952 йыл[2], Мохча, Коми АССР-ы) — совет һәм Рәсәй саңғысыһы, 4 тапҡыр Олимпия чемпионы, 7 тапҡыр донъя чемпионы, күп тапҡыр СССР чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1976)[3]. Ҡышҡы Олимпия уйындары тарихында 10 миҙал яулаған беренсе спортсы.
Биографияһы
Смета́нина Раи́са Петро́вна 1952 йылдың 29 февралендә Ижем районының Мохча ауылында тыуған. Раисаның буйы 160 см һәм ауырлығы 45 кг була. Уның ата-әсәһе — болан аҫыраусылар[3]. Ҙур ғаиләлә биш малай һәм ике ҡыҙ үҫә. Улар бала саҡтан саңғыла йөрөргә өйрәнгән, сөнки тундрала саңғы төп транспорт сараларының береһе булып тора.
Мәктәпте тамамлағас, Раиса Сыктывкар педагогия техникумына уҡырға инә. Бында тренер Герман Харитонов етәкселегендә саңғы спорты менән етди шөғөлләнә башлай. 1970 йылда техникумды тамамлағандан һуң, Раиса Сметанина Сыктывкарҙа ҡала һәм «Урожай» спорт йәмғиәте саңғысыларының йыйылма командаһы составына инә.
СССР йыйылма командаһы өсөн 20 йәшенән сығыш яһай башлай[3]. 1974 йылда Фалунда донъя чемпионатында ҡатнаша, унда шәхси 5 км классик уҙышта бронза һәм эстафетала алтын миҙал яулай (Нина Балдычева, Нина Селюнина һәм Галина Кулакова менән бергә).
Үҙенең тәүге Олимпиадаһында — 1976 йылда Инсбрукта үткән ҡышҡы Олимпия уйындарында — Сметанина уңышлы сығыш яһай. Сметанина программаның бөтә өс төрөндә лә миҙалдар яулай. Ике тапҡыр Олимпия чемпионы була — шәхси 10 километрлыҡ классик ярышта һәм эстафетала алтын яулай (Нина Бальдычева, Галина Кулакова һәм Зинаида Амосова менән берлектә).
1978 йылда Финляндияның Лахти ҡалаһында үткән донъя чемпионатында өс миҙал — 10 километрға йүгереүҙә көмөш һәм эстафетала һәм 5 километрға йүгереүҙә ике бронза миҙал яулай.
1980 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары ла Сметанина өсөн бик уңышлы була. 5 километрға шәхси уҙышта Олимпия чемпионы була һәм эстафетала көмөш миҙал яулай (Нина Бальдычева, Галина Кулакова һәм Нина Рочева менән берлектә).
Сметанинаның һуңғы ҙур уңыштары булып 1991 йылда Валь-ди-Фьеммала үткән донъя чемпионатында һәм 1992 йылда Альбервиллдә үткән Олимпиадала эстафетала ике алтын миҙал тора. Альбервилдағы уйындарҙа, 40 йәшенә тиклем бер нисә көн ҡалғас, эстафетала алтын яулай, был — саңғысылар араһында үҙенсәлекле рекорд.
Уның иҫәбендә бөтәһе 26 донъя чемпионаты һәм Олимпиада наградаһы бар. Халыҡ-ара олимпия комитеты тәҡдиме буйынса Раиса Сметанина халыҡ-ара Кубертен призына лайыҡ була. Коми Республикаһының баш ҡалаһы Сыктывкарҙа Республика саңғы комплексы уның исемен йөрөтә[3].
1992 йылда уға «Сыктывкар ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелә[4].
Дәүләт наградалары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (21.02.2022)[5]
- Почёт ордены (Рәсәй) (17.01.2003)
- Ленин ордены[3]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (9.04.1980)[6]
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984)
- «Почёт Билдәһе» ордены
Хәтер
1997 йылда Сыктывкарҙа олимпия чемпионкаһы Раиса Сметанинаның музейы асыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Raisa Smetanina // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Raisa Smetanina
- ↑ 1 2 3 4 5 Сметанина // Большая Российская энциклопедия / Председатель Науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред. С. Л. Кравец. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2015. — Т. 30: Сен-Жерменский мир 1679 — Социальное обеспечение. — С. 477. — 767 с. — 35 000 экз.
- ↑ Почетные граждане города
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21 февраля 2022 года № 70 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 9 апреля 1980 года № 1859—Х «О награждении орденами и медалями СССР спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта по итогам XIII зимних Олимпийских игр» // «Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик». — № 16 (2038) от 16 апреля 1980 года. — Ст.292.
Һылтанмалар
- Раиса Сметанина — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
- Раиса Сметанина — статистика на сайте FIS (инг.)
- Раиса Сметанина на сайте МОК (инг.)
- Спортивная биография Раисы Сметаниной
- Сметанина Раиса Петровна // Большая олимпийская энциклопедия: В 2 т. / Автор-составитель В. Л. Штейнбах. — М.: Олимпия Пресс, 2006.
- биография Раисы Сметаниной