Резцова Анфиса Анатольевна

Анфи́са Анато́льевна Резцо́ва (Рома́нова; 16 декабрь 1964, Якимец, Гусь-Хрустальный районы, Владимир өлкәһе, РСФСР, СССР — 19 октябрь 2023, Мәскәү өлкәһе, Рәсәй) — совет һәм Рәсәй биатлонсыһы һәм саңғысыһы, биатлон буйынса ике тапҡыр Олимпия чемпионы, саңғы спорты буйынса олимпия чемпионы, саңғы спорты буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы, биатлон буйынса Донъя кубогын ике тапҡыр яулаусы. Оҙаҡ ваҡыт ике ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса олимпия чемпионы титулын һаҡлап килгән донъяның берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ[1].

СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1987).

Спорт карьераһы 1985 йылдан алып 2000 йылға тиклем дауам итә.

Биографияһы

Эшсе ғаиләһендә тыуған: атаһы төҙөүсе, ә әсәһе химия заводында эшләгән. Ғаиләлә, Анфисанан тыш, өс ағаһы була[2].

Саңғы ярыштары буйынса Донъя кубогында Анфиса Романова (Резцованың ҡыҙ фамилияһы) 1984/85 йылдар миҙгелендә дебют яһай.

1988 йылғы ҡышҡы Олимпиадала эстафетала чемпион була һәм 20 километрға уҙышта көмөш миҙал яулай.

1990 йылдан 26 йәшлек Анфиса Резцова биатлонға күсә һәм донъя чемпионатында сығыш яһай башлай. 1991/92 йылдарҙағы Донъя кубогында Резцова Ҙур Гәлсәр глобус яулай. Лиллехаммерҙағы Олимпиадала эстафетала олимпия чемпионы була.

2023 йылдың 19 октябрендә 59-се йәшендә вафат була[3][4].

Биатлон буйынса Донъя кубогында ҡатнашыуы (2)

Дөйөи иҫәп (1991/92 миҙгеле)

Урын Спортсы Мәрәйҙәр
1 Рәсәй Федерацияһы Анфиса Резцова 212
2 Франция Анн Бриан 179
3 Германия Петра Шаф 173
4 Рәсәй Федерацияһы Светлана Печёрская 153
5 Германия Уши Дизль 147

Дөйөм иҫәп (1992/93 миҙгеле)

Урын Спортсы Мәрәйҙәр
1 Рәсәй Федерацияһы Анфиса Резцова 225
2 Канада Мириам Бедар 183
3 Франция Анн Бриан 163
4 Италия Натали Сантер 160
5 Германия Петра Шаф 149

Шәхси тормошо

Ире — Леонид Резцов, биатлон тренеры (айырылашалар). Ҡҙҙары — Дарья Виролайнен, Кристина Резцова (икеһе лә биатлонсы), Василиса Мария.

Иҫкәрмәләр

  1. Официальный сайт журнала «Лыжный спорт». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2010. Архивировано 22 декабрь 2008 года.
  2. Игры на Свободе: Анфиса Резцова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2017. Архивировано 14 апрель 2017 года.
  3. Умерла олимпийская чемпионка по биатлону и лыжным гонкам Анфиса Резцова. https://rg.ru (20 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2023.
  4. Елена Чистова. Стали известны причины смерти трёхкратной олимпийской чемпионки Анфисы Резцовой. championat.com (20 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2023.

Тема буйынса өҫтәмә