Баранова Любовь Владимировна

Любовь Владимировна Баранова (тәүҙә — Ватина, һуңынан — Ко́зырева; 27 август 1929, Бугры ҡасабаһы, Ленинград өлкәһе — 22 июнь 2015) — совет саңғысыһы, олимпия чемпионы, дүрт тапҡыр донъя чемпионы, 16 тапҡыр СССР чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1954). СССР тарихында беренсе ҡышҡы Олимпия чемпионы[2].

Биография

Любовь Владимировна Баранова 1929 йылдың 27 авгусында Ленинград өлкәһенең Бугры ҡасабаһында тыуған. Лесгафт исемендәге университетты тамамлай. 1950—1956 йылдарҙа «Буревестник» һәм «Искра» (икеһе лә — Ленинград), 1957—1962 йылдарҙа «Буревестник» (Мәскәү) спорт йәмғиәттәре өсөн сығыш яһай. 1976 йылдан КПСС ағзаһы.

1956 йылдың 28 ғинуарында 26 йәшлек Любовь Козырева Кортина-д’Ампеццола үткән Олимпия уйындарында 10 км арауыҡта, Радя Ерошинаны 5 һәм Соня Эдстрёмды 12 секундҡа уҙып,алтын миҙал яулай. Был — ҡышҡы Олимпиадала совет спортсыһы яулаған тәүге һәм ҡатын-ҡыҙ яулаған тәүге алтын миҙал. Шул уҡ көндө конькиҙа Йүгереүсе Евгений Гришин алтын яулай. СССР-ға беренсе миҙалды27 ғинуарҙа 30 км дистанцияла өсөнсө урын алған саңғысы Павел Колчин килтерә.

2007 йылдың мартында 2014 йылда Сочиҙа үтәсәк ҡышҡы Олимпия уйындарына Олимпия илсеһе итеп һайлана[3].

2015 йылдың 22 июнендә Мәскәүҙә 85 йәшендә вафат була[4].

Ҡаҙаныштары

  • 1956 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары чемпионы, 10 км
  • 1956 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарының 3х5 км эстафетаһында көмөш призёры
  • 1960 йылда ҡышҡы Олимпия уйындарының 10 км һәм 3х5 км эстафетаһында көмөш миҙалсыһы
  • 1954 йылғы 10 км һәм 3х5 км эстафетала донъя чемпионы
  • 1956 йылғы 10 км-ға йүгереү буйынса донъя чемпионы (1956 йылғы Олимпиада)
  • 3х5 км эстафетала 1958 йылғы донъя чемпионы
  • 3х5 км эстафетала 1962 йылғы донъя чемпионы
  • 1956 йыл 3х5 эстафетаһында донъяның көмөш миҙалсыһы (1956 йылғы Олимпиада)
  • 1958 йылғы донъя чемпионатында 10 км алыҫлыҡҡа йүгереү буйынса көмөш миҙал яулаусы
  • 1962 йылғы донъя чемпионатында 5 км алыҫлыҡҡа йүгереү буйынса көмөш миҙал яулаусы
  • 1955 йылғы Хольменколлен уйындары еңеүсеһе, 10 км
  • 1953, 1954 һәм 1955 йылдарҙа 5 км алыҫлыҡҡа йүгереүҙә СССР чемпионы
  • 1951, 1952, 1953, 1956 һәм 1958 йылдарҙа 10 км алыҫлыҡҡа йүгереүҙә СССР чемпионы
  • 1950, 1951, 1952, 1953, 1955, 1956, 1957 һәм 1958 йылдарҙа 4х5 км эстафетала СССР чемпионы

Наградалары

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Olympedia (ингл.) — 2006.
  2. Евгений Петров. Первая белая королева. Как наша страна стала самой крутой в женских лыжах на 40 лет. Спорт-Экспресс (23 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2025. Архивировано 31 ғинуар 2022 года.
  3. ИЗБРАН ОЛИМПИЙСКИЙ ПОСОЛ СОЧИ-2014 Архивная копия от 4 март 2016 на Wayback Machine — regions.ru, 9 марта 2007
  4. http://www.flgr.ru/news/2402.html Архивная копия от 22 июнь 2015 на Wayback Machine Не стало Любови Владимировны Барановой-Козыревой

Әҙәбиәт

  • Баранова (Козырева) Любовь Владимировна // Олимпийская энциклопедия / Павлов С. П.. — М.: Большая российская энциклопедия (издательство), 1980. — 415 с.
  • Баранова Любовь Владимировна // Большая олимпийская энциклопедия: В 2 т. / Автор-составитель В. Л. Штейнбах. — М.: Олимпия Пресс, 2006.

Тема буйынса өҫтәмә