Данилова Ольга Валерьевна

Ольга Валерьевна Данилова (10 июнь 1970 йыл, Бөгөлмә, Татар АССР-ы) — совет һәм Рәсәй саңғысыһы, 1998 йылда ике тапҡыр олимпия чемпионы, эстафетала дүрт тапҡыр донъя чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.

Бөгөлмә ҡалаһының «Динамо»һы өсөн сығыш яһай. Йыйылма командала — 1991 йылдан 2002 йылға тиклем.

Биографияһы

Ольга Данилова 1977—1985 йылдарҙа Татар АССР-ы Әлмәт ҡалаһының 11-се урта мәктәбендә уҡый. Саңғы ярыштары менән 1982 йылда 11-се урта мәктәп эргәһендәге саңғы секцияһында шөғөлләнә башлай, унда Уның беренсе тренеры — Радиф Сафин. СССР-ҙың юниорҙар йыйылма командаһына 5 йылдан һуң ҡабул ителә. Рәсәй йыйылма командаһында Александр Грушинда күнекмәләр ала башлай. Смоленск ГИФК-һын тамамлай. Саңғысы Владимир Торчинскийға кейәүҙә. 1996 йылдың 15 февралендә ике игеҙәк улдары Савелий һәм Семен тыуа. Владимир өлкәһенең Александров ҡалаһында йәшәй.

1990 йылдың 15 декабрендә Донъя кубогында дебют яһай. 1992 йылда Альбервилдә Олимпиадала ҡатнаша. Уның иң яҡшы һөҙөмтәһе — классик стилдә 5 километрға йүгереүҙә 6-сы урын. Донъя чемпионатында тәү тапҡыр 1993 йылда Фалунда ҡатнаша һәм 15 километрға классика менән уҙышта һигеҙенсе була. 1994 йылда Лиллехаммерҙа үткән Олимпиадала стартҡа сыҡмай.

1994/95 йылғы донъя Кубогында шәхси ярыштарҙа пьедесталда тотороҡло сығыш яһай (йомғаҡлау зачетында 4-се урын). Был миҙгелдә өс тапҡыр донъя Кубогы этаптарында эстафета составында иң көслө була һәм ике тапҡыр шәхси ярыштарҙа өсөнсө урынды биләй. Тәүге тапҡыр Канаданың Тандер-Бей ҡалаһында эстафета составында донъя чемпионы була һәм коньки ысулы менән 10 км эҙәрлекләү ярышында бронза яулай.

Данилова, игеҙәк улдары тыуыу сәбәпле, 1995/96 йылдар миҙгеле ярыштарында ҡатнашмай.

1996/97 йылғы донъя Кубогында эстафетала ярыштарҙа еңеү яулай. Тронхеймда донъя чемпионатында эстафетала беренсе була һәм 5 км классикала уҙышта өсөнсө урынды ала. Донъя Кубогы йомғаҡтары буйынса бишенсе була.

Наганолағы Олимпиадала классик стилдә 15 километрға шәхси уҙышта һәм эстафета составында еңеү,ирекле стилдә 10 км эҙәрлекләү ярышында көмөш миҙал яулай.

2000/01 йылдар миҙгелендә өс тапҡыр Донъя кубогы этаптарында подиумда була. Лахтиҙағы донъя чемпионатында эстафета составында донъя чемпионы титулын (беренсе этапта классика менән йүгерә) һәм классик стилдә 10 км һәм 15 км ярыштарҙа ике көмөш миҙал, шулай уҡ 2х5 км ҡатнаш уҙышта бронза яулай. Миҙгелдең Донъя кубогының дөйөм иҫәбендә етенсе урында тамамлай.

Солт-Лейк-Ситиҙағы Олимпиадаға тиклем ике ярышта (бер тапҡыр эстафетала) еңеү яулай, өс тапҡыр икенсе урынды биләй. Олимпия уйындарында 2х5 км ҡатнаш уҙышта чемпион була, классик стилдә 10 км уҙышта көмөш миҙал яулай. Тиҙҙән допинг ҡулланғаны өсөн Лариса Лазутина менән бергә дисквалификациялана[1]. Бынан һуң Данилова карьераһын тамамларға ҡарар итә.

Спорт карьераһын тамамлағандан һуң

Спорт карьераһын тамамлағандан һуң Владимир өлкәһе Александровский районының физик культура, спорт һәм туризм бүлеген етәкләй. Александров ҡалаһында (Владимир өлкәһе) саңғы ярыштары һәм еңел атлетика буйынса спорт мәктәбе Ольга Данилова исемен йөрөтә.

Донъя Кубогында һөҙөмтәләре

Миҙгел Генераль иҫәп Дистанция төрҙәре Спринт
Мәрәйҙәр Урын Мәрәйҙәр Урын Мәрәйҙәр Урын
1990/91 19 21 - - - -
1991/92 15 22 - - - -
1992/93 148 20 - - - -
1993/94 194 15 - - - -
1994/95 547 4 - - - -
1995/96 - - - - - -
1996/97 414 5 162 5 142 8
1997/98 363 7 164 4 199 10
1998/99 507 8 240 5 227 11
1999/2000 880 4 256
486
3
5 (уртаса дистанциялар)
138 7
2000/01 502 7 - - 18 49
2001/02 488 7 - - - -

Иҫкәрмәләр

  1. Ольга Данилова лишена всех олимпийских наград. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2016. Архивировано 10 август 2016 года.

Тема буйынса өҫтәмә