Боярских Клавдия Сергеевна

Клавдия Сергеевна Боярских (1939 йылдың 11 ноябре, Үрге Пышма2009 йылдың 12 декабре, Екатеринбург) — совет саңғысыһы, өс тапҡыр олимпия чемпионы (1964), ике тапҡыр донъя чемпионы (1966). СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1964).

Свердловск дәүләт педагогия институтының физик тәрбиә бүлеген тамамлай.

Биографияһы

Клавдия Сергеевна Боярских 1939 йылдың 11 ноябрендә Үрге Пышмала тыуған.

«Труд» спорт йәмғиәте (Свердловск) өсөн сығыш яһай.

Спорттағы уңыштары
  • Өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы: 5 км (1964), 10 км (1964), 3х5 км эстафетала (1964).
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы: 10 км (1966), 3х5 км эстафетала (1966).
  • Алты тапҡыр СССР чемпионы: 5 км (1964), 1966, 1967), 10 км (1966), 4х5 км эстафетала (1964, 1967).

Боярских К. С. спорт карьераһын 1968 йылда тамамлай, «Локомотив» спорт клубында тренер булып эшләй, Урал политехник институтының кафедраһында уҡыта.

Екатеринбургта, «Локомотив» тау саңғыһы базаһында, йыл һайын Клавдия Боярских исемендәге призға ярыштар үткәрелә[1].

2009 йылдың 12 декабрендә Екатеринбург ҡалаһында 71 йәшендә вафат була[2].

2010 йылда К. С. Боярских йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә