Тихонова Тамара Ивановна

Тамара Ивановна Тихонова (никахта — Волкова; 13 июня 1964, Ковалёво, Удмурт АССР-ы, РСФСР, СССР) — совет һәм Рәсәй саңғысыһы. Ике тапҡыр олимпия уйындары һәм ике тапҡыр донъя чемпионы, XX быуаттың 80-се йылдары аҙағында донъяла саңғы спорты буйынса лидерҙарҙың береһе. Күп тапҡыр СССР чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1988). Бер миҙгел (1992/93) биатлонда сығыш яһай. Милләте буйынса — удмурт[3].

Биографияһы

Саңғы ярыштары

Тамара Ивановна Тихонова саңғы спорты менән мәктәп йылдарында уҡ етди шөғөлләнә башлай. Тамараның беренсе тренеры — физкультура уҡытыусыһы һәм Удмурт Республикаһының атҡаҙанған тренеры Чечегов В. Е. Үҫмер йылдарында СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры С. Я. Плеханов та шөғөлләнә[1].

1982 йылда билдәле совет саңғысыһы Галина Кулакова, ҙур спорт менән хушлашҡанда, быуындар күсәгилешлеге билдәһе булараҡ, йәш Тамара Тихоноваға үҙенең саңғыларын тапшыра[1]. 1982 йылда Тихонова «Дуҫлыҡ» (һуңынан «Урожай» спорт йәмғиәте) йәштәр командаһы өсөн сығыш яһай башлай[4].

Тамара Тихонова донъя чемпионатында тәүге тапҡыр 1983/1984 йылдар миҙгелендә сығыш яһай. 1984 йылдың 24 мартында 19 йәшлек спортсы Мурманскиҙағы этапта ҡатнаша һәм 20 километрға йүгереүҙә 20-се урын яулай. Был йылдарҙа халыҡ-ара аренала традицион рәүештә скандинав саңғысылары өҫтөнлөк итә (фин, швед һәм бигерәк тә норвегия). Совет саңғысыларынан тик Раиса Сметанина ғына уларға оҙаҡ йылдар ҡаршы тора ала. Киләһе миҙгелдә совет саңғысылары командаһына йәштәр илә һәм донъя саңғы спортында көстәр СССР (һуңынан Рәсәй) йыйылма командаһы файҙаһына үҙгәрә.

1984/1985 йылдар миҙгелендә Тамара Тихонова Донъя кубогында даими ҡатнаша. Донъя кубогының өс этабында (Давос, Клингенталь һәм Нове-Место) ул иң яҡшы унау иҫәбенә инә. Йомғаҡлау классификацияһында 15-се урынды биләй. Миҙгелдәге төп ҡаҙанышы — донъя чемпионы исеме. Командалаштары (Сметаниной, Васильченко һәм Резцова) менән Тамара Австрияның Зеефельд ҡалаһында үткән донъя чемпионатында эстафетала алтын миҙал яулай.

1987/1988 йылдар миҙгеленән Тамара Тихонова донъя саңғы спорты лидерҙарының береһе була. Олимпия миҙгеленә уҙышсы иң юғары спорт формаһында килә. Калгариҙағы Олимпиадала Тамара Тихонова 20 саҡрымға ирекле стиль менән шәхси уҙышта олимпия чемпионы булды, эстафетала тағы бер алтын миҙал (Нагейкина, Гаврылюк һәм Резцова менән бергә), 5 саҡрымлыҡ классик спринтта көмөш миҙал яулай. Олимпия программаһының дүртенсе төрөндә — 10 саҡрымлыҡ классик уҙышта Тихонова юғары 5-се урынға өлгәшә. Донъя кубогының йомғаҡлау зачетында уҙышсы 4-се урында тамамлай.

1988/1989 йылдар миҙгеле Тихонованың алдағы циклдағы триумфының дауамы була. Донъя кубогы этабында Тихонова шәхси уҙыштарҙа өс тапҡыр икенсе һәм бер тапҡыр эстафетала икенсе булды. Финляндияның Лахти ҡалаһында үткән донъя чемпионатында уҙышсы ике миҙал — эстафетала көмөш һәм ирекле стиль менән 10 саҡрымға шәхси уҙышта бронза яулай. Дөйөм иҫәптә Тихонова өсөнсө урынды биләй (уның спорт карьераһында иң яҡшы урын).

1990/1991 йылдар миҙгелендә Тихонова йомғаҡлау зачетында етенсе урында ҡала. Донъя кубогы этабында эстафета составында бер уҙышта еңеү яулай, ике тапҡыр икенсе (бер тапҡыр эстафетала) һәм бер тапҡыр өсөнсө була. Валь-ди-Фьеммелағы донъя чемпионатында Тихонова 10 саҡрымлыҡ шәхси конькиҙа бронза миҙал яулай һәм эстафетала чемпион була (Вьялбе, Егорова һәм Сметанина менән бергә).

1991/1992 йылдар миҙгелендә Тихонова саңғы ярыштары һуңғы тапҡыр ҡатнаша. Был Олимпия йылында уның һөҙөмтәләре һиҙелерлек кәмей, саңғысының спорт карьераһында көрсөк күҙәтелә. Альбервилдәге Олимпиадала ул стартҡа сыҡмай. Йомғаҡлау иҫәбендә спортсы 26-сы урынға төшә. Миҙгел аҙағында Тихонова биатлонға күсә.

undefined

Биатлон

1992 йылда, 1992 йылғы Олимпия уйындарында саңғы спорты йыйылма командаһына эләкмәгәс, биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһынан саҡырыу ала. 1993 йылдың 16 ғинуарында Оберхоф этабында спринтта беренсе тапҡыр сығыш яһай һәм 17-се урынды биләй. Бер аҙнанан һуң Антерсельвалағы спринтта Донъя кубогы кимәлендә шәхси зачетта туғыҙынсы урын алып, иң яҡшы һөҙөмтәһен күрһәтә. Эстафета командаһы составында Лиллехаммерҙағы этапта көмөш призер була.

1993 йылда Болгарияның Боровец ҡалаһында үткән донъя чемпионатында спринтта ғына ҡатнаша һәм финишҡа 59-сы булып килә.

1992/93 йылдар миҙгеле аҙағында карьераһын тамамларға ҡарар итә.

Ҡаҙаныштары

  • Калгариҙа 20 километрға һәм 4х5 километрға эстафетала ике тапҡыр олимпия чемпионы була (шулай уҡ 5 километрҙа көмөш миҙал).
  • 1985, 1991 йылдарҙа эстафетала донъя чемпионы.
  • 1989 һәм 1991 йылдарҙа 10 километрға йүгереү буйынса донъя чемпионатының бронза призеры.
  • 1989 йыл йомғаҡтары буйынса Донъя кубогының турнир таблицаһында өсөнсө урын.
  • Эстафетала СССР чемпионы (1985, 1989).

Саңғы ярыштары буйынса Донъя кубогында һөҙөмтәләре

Миҙгел Урын Мәрәйҙәр
1984/85 15. 47
1985/86 23. 13
1986/87 - -
1987/88 4. 81
1988/89 3. 93
1989/90 7. 76
1990/91 7. 82
1991/92 26. 13

Шәхси тормошо. Ҙур спорттан һуң

Уны атаһы һәм үгәй әсәһе тәрбиәләә, әсәһе бала тапҡанда вафат була. Ғаиләлә 8 бала була.

Ижевск биатлонсыһы Александр Волковҡа кейәүҙә була (1991—1998)[5].

Тамара Тихонова Удмурт дәүләт университетының физик культура факультетын тамамлай. 2000-се йылдарҙан саңғы ярыштары буйынса Удмурт Республикаһының үҫмерҙәр йыйылма командаһы тренеры була[6].

2016—2018 йылдарҙа Удмурт Республикаһы саңғы спорты федерацияһы рәйесе булып эшләй[7][8].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Почёт ордены (8 июль 2024) — физик культура һәм спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[9][10].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Христолюбова Л. С. Тихонова Тамара Ивановна // Удмуртские женщины : XX век : Биографический справочник / рецензенты З. А. Богомолова, М. В. Решитько. — Ижевск : Удмуртский институт истории, языка и литературы УрО РАН, 2002. — С. 375—376. — 447 с. — 600 экз. — ISBN 5-7691-1149-6.
  2. Почётные граждане Удмуртской Республики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2019. Архивировано 10 ғинуар 2019 года.
  3. Тамара Ивановна Тихонова | Finugor. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2012. Архивировано из оригинала 14 ноябрь 2012 года.
  4. Мечта ковалевской девчонки (2014)
  5. Детство в доме малютки и удар по самолюбию: откровения Тихоновой. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2017. Архивировано 12 апрель 2017 года.
  6. Спорт на Урале — Тамара Тихонова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ноябрь 2017. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  7. Встреча Главы с президентом федерации лыжных гонок Удмуртии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2017. Архивировано 11 декабрь 2017 года.
  8. Максим Вылегжанин возглавил Федерацию лыжных гонок Удмуртии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 май 2018. Архивировано 11 май 2018 года.
  9. Указ Президента Российской Федерации от 08.07.2024 № 573. Официальное опубликование правовых актов (8 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июль 2024.
  10. Игорь Бобров. Орден Почета вручили олимпийской чемпионке Тамаре Тихоновой на открытии сельских игр в Удмуртии (01.08.2024). 1 август 2024 тикшерелгән.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә