Колчина Алевтина Павловна
Алевтина Павловна Колчина (ҡыҙ фамилияһы — Леонтьева; 11 ноябрь 1930 йыл — 1 март 2022 йыл[1]) — совет саңғысыһы, олимпия чемпионы (1964), ете тапҡыр донъя чемпионы, 13 тапҡыр СССР чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1958).
Саңғы ярыштары буйынса олимпия чемпионы Павел Колчиндың ҡатыны. Алевтина һәм Павел Колчиндарҙың улы Федор 1980 йылдағы Олимпия уйындарында саңғы икебәйгеһендә сығыш яһай һәм 15-се урынды биләй.
Спорт карьераһы
- 1964 йылда 3×5 километрлыҡ эстафетала Олимпия чемпионы (Евдокия Мекшило һәм Клавдия Боярских менән бергә)
- 1956 йылғы Олимпия уйындарының көмөш призеры
- 3×5 км эстафетала Олимпия уйындарының бронза призеры: 1964 (5 км), 1968 (5 км, 3×5 км эстафетала)
- 1960 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы — 4 урын (10 км)
- 7 тапҡыр донъя чемпионы: 1958 (10 км, 3×5 км эстафета), 1962 (5 км, 10 км, 3×5 км эстафета), 1966 (5 км, 3×5 км эстафета)
- 1962 йылда донъя чемпионатының көмөш призеры (10 км)
- 1961—1963 йылдарҙа Холмэнколлен уйындары еңеүсеһе (10 км)
- 13 тапҡыр СССР чемпионы: 1956, 1958, 1960, 1962, 1963 (5 км); 1959, 1962, 1963, 1964, 1967 (10 км); 1959, 1960, 1963 (4×5 км эстафета)
Биографияһы
- Рәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университетын тамамлай (1956), педагог.
- «Саңғыла шыуыу һәм үҙем тураһында» китабы авторы (1978, Павел Колчин менән берлектә).
- Эстония гражданины булараҡ, 1980-се йылдарҙан Отепя ҡалаһы янында йәшәй[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Умерла олимпийская чемпионка по лыжным гонкам Алевтина Колчина
- ↑ Вечер на хуторе близ Отепя. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2011. Архивировано 27 май 2014 года.
Һылтанмалар
- Колчина Алевтина Павловна // Большая советская энциклопедия : [в 30 т. / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.] Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Краеведческая энциклопедия Очёрского района
- Алевтина Колчина — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
- Колчина Алевтина Павловна // Большая олимпийская энциклопедия: В 2 т. / Автор-составитель В. Л. Штейнбах. — М.: Олимпия Пресс, 2006.
- Профиль на сайте FIS(недоступная ссылка)
- Кружков А. Вечер на хуторе близ Отепя // Спорт-Экспресс (07.02.2006)