Хольменколлен
Хольменко́ллен (норв. Holmenkollen) — Норвегияның баш ҡалаһы Ослола Вестре Акер районының бер өлөшө. Ҡалҡыулыҡта урынлашҡан һәм ҡаланың иң бейек нөктәһе.
XIX быуат аҙағынан ял һәм мәҙәниәт үҙәге. Бында саңғы трамплины, донъялағы иң боронғо саңғы музейы, биатлон трассаһы урынлашҡан. Был трассала йыл һайын биатлон буйынса донъя кубогы этаптарының береһе үтә.
Хольменколлен курорты бөтә миҙгелдә эшләй һәм илдең иң билдәле 50 иҫтәлекле урыны иҫәбенә инә. Тау саңғыһы һәм биатлон һөйөүселәр бында ноябрҙән апрелгә тиклем килә. Туристар өсөн уңайлыҡтар булдырылған: ҡунаҡ коттедждары, кафе һәм ресторанда, музей, сувенир магазиндары. Бер миҙгелдә бында яҡынса 700 мең кеше килә һәм был һан йыл һайын арта бара.
Курортта даими рәүештә биатлон, ҡышҡы икебәйге һәм трамплиндан һикереү буйынса урындағы һәм халыҡ-ара әһәмиәттәге ярыштар, шулай уҡ фольклор фестивалдәре һәм халыҡ байрамдары үткәрелә.
Спорт инфраструктураһы
1892 йылда төҙөлгән һәм шунан бирле бер нисә тапҡыр яңынан үҙгәртеп ҡоролған 115 метрлыҡ саңғы трамплины бар. Уны ҡулланыу өсөн саңғысыларҙың махсус лицензияһы булырға тейеш.
Бер нисә тәпәш трамплин бар.
Тренажер аттракцион, ул текә битләүҙән слаломлы төшөүҙе һәм саңғы трамплинынан һикереүҙе имитациялай.
500 км самаһы тау саңғыһы һәм саңғы трассалары, биатлон стадионы, инвентарь һәм амуниция прокаты пункттары эшләй.
Күңел асыу һәм иҫтәлекле урындар
Төп саңғы трамплинының түбәһендәге күҙәтеү майҙансығынан Осло панорамаһына иҫ киткес күренеш асыла.
Саңғы музейы 1923 йылда асыла, унда төрлө формалағы, ҙурлыҡтағы һәм маҡсатлы саңғылар коллекцияһы, шулай уҡ Төньяҡ ҡотопто яулау һәм Норвегия король ғаиләһенең саңғы традициялары менән бәйле документтар һәм артефакттар коллекцияһы урынлаштырылған.