Колчин Павел Константинович
Па́вел Константи́нович Ко́лчин (9 ғинуар 1930 йыл, Ярославль, СССР — 29 декабрь 2010 йыл, Отепя, Эстония) — совет саңғысыһы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры. СССР тарихында ҡышҡы Олимпия уйындарының беренсе призеры була (1956 йылдың 27 ғинуарында Кортина-д’Ампеццолағы уйындарҙа 30 километр дистанцияла өсөнсө була).
Биографияһы
1930 йылдың 9 ғинуарында ғаиләлә һуңғы, һигеҙенсе, бала булып тыуған. Бала сағы Ярославль янындағы ҡасабала үтә. Ул бала сағында рахит менән ауырый, әммә спорт менән шөғөлләнеү арҡаһында һауыға. Бик иртә эшләй башлай.
Малаховй физик культура техникумын тамамлай. Мәскәүҙең «Динамоһы» өсөн сығыш яһай.
14 тапҡыр СССР чемпионы (1956, 1957, 1963 йылдарҙа 15 һәм 30 километрға йүгереүҙә, 1963 йылда 70 километрға йүгереүҙә, 1953—1955, 1957, 1964 йылдарҙа 4×10 км эстафетала).
1958 йылда 15, 30 км һәм 4×10 км эстафетала донъя чемпионатында көмөш призер, 1962 йылда 4×10 километрлыҡ эстафетала донъя чемпионатында бронза призер, 1958 йылда 15 һәм 50 километрға йүгереүҙә Хольменколлен уйындары еңеүсеһе.
1956 йылда эстафетала Олимпия чемпионы була. Шул уҡ уйындарҙа 30 һәм 15 километрға йүгереүҙә бронза миҙалдар яулай.
1962 йылдан КПСС ағзаһы. 1968—1976 йылдарҙа саңғы спорты буйынса СССР командаһында тренер була.
1954 йылдан олимпия чемпионы Колчина Алевтина Павловнаға өйләнә (1930—2022). Уның менән бергә «Саңғы һәм үҙем тураһында» китабын яҙа (1978).
1980 йылдар уртаһында Эстонияның Отепя ҡалаһы янындағы утарға күсеп киләләр, унда уларҙың берҙән-бер улдары Федор (1957—2018), ул саңғы икебәйгеһе буйынса СССР чемпионы, 1980 йылда Лейк-Плэсидтағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (15-се урын) йәшәй. Колчин Павел Константинович «Отепя» саңғы әҙерлеге үҙәген булдырыуҙа ҡатнаша. 1990 йылдар уртаһында Колчиндар махсус хеҙмәттәре өсөн Эстония гражданлығын ала.
2010 йылдың 29 декабрендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1956).
- СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1970).
- 2 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957, 03.03.1972)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1970).
Сығанаҡтар
- [ Колчин Павел Константинович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Колчин Павел Константинович // Большая олимпийская энциклопедия: В 2 т. / Автор-составитель В. Л. Штейнбах. — М.: Олимпия Пресс, 2006.
- Кружков А. Вечер на хуторе близ Отепя // Спорт-Экспресс (07.02.2006)
- Скончался олимпийский чемпион Павел Колчин. РИА Новости. 31/12/2010.
Һылтанмалар
- Павел Колчин — статистика на сайте FIS (инг.)
- Павел Колчин — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы