Терентьев Фёдор Михайлович

Биографияһы

Михайлович Терентьев Фёдор крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса — карел.

Атаһы — Михаил Михайлович Тероев (совет осоронда фамилияһын Терентьев тип үҙгәртә), әсәһе — Евдокия Федоровна (ҡыҙ фамилияһы — Потапова). Күп балалы ғаиләлә етенсе бала була (бөтәһе туғыҙ бала үҫә). Спорт менән мәктәп йылдарында мауыға башлай. 1941 йылда Терентьевтар ғаиләһе оккупацияланған территорияла ҡала[2].

undefined

1944 йылда РККА-ға саҡырыла. Карел фронтында рядовой, 279-сы уҡсылар полкының уҡсыһы булып хеҙмәт итә.

1946 йылда Петрозаводск ҡалаһында үткән 5-се халыҡ саңғы фестивалендә Федор Терентьев Аҡ диңгеҙ хәрби округы командаһы өсөн сығыш яһай, 20, 30 һәм 50 км-ға уҙыштарҙа еңеү яулай. Шул уҡ ваҡытта тау саңғыһы буйынса Мурманск өлкәһе чемпионы була һәм «Төньяҡ фестивалендә» саңғы буйынса беренселекте яулай. 1947 һәм 1948 йылдарҙа Карело-Фин ССР-ының VI һәм VII милли саңғы фестивалдәрендә абсолют чемпион, VIII саңғы фестивалендә 1949 йылда 10 һәм 18 км-ға уҙышыуҙа чемпион титулын яулай.

1949 йылда Федор Терентьев Мәскәүгә күсерелә һәм ул ЦСКА өсөн сығыш яһай башлай. 1950 йылдың ҡышҡы миҙгелендә армия командаһы өсөн ярышып, СССР чемпионатында 4х10 км эстафетала көмөш миҙал яулай. 1951 йылдың ҡышҡы миҙгелендә 18 һәм 30 км-ға уҙышыуҙа өсөнсө, ә 4х10 км эстафетала «Мәскәү-1» командаһы составында беренсе урынды ала. 1954 йылда тарихта тәүге тапҡыр СССР чемпионатының өс шәхси уҙышында ла еңеүсе була, шул уҡ йылда совет командаһы составында саңғы буйынса донъя чемпионатында 4х10 км саңғы эстафетаһында көмөш миҙал ала[3].

undefined

1956 йылғы ҡышҡы Олимпиадала совет командаһы составында 4х10 км саңғы эстафетаһында алтын миҙал, шулай уҡ 50 км арауыҡта бронза миҙал яулай. 1958 йылда совет командаһы составында саңғы буйынса донъя чемпионатында 4х10 км саңғы эстафетаһында — икенсе урында. 1960 йылда һайлап алыу ярышында 1960 йылғы ҡышҡы Олимпиадала ҡатнашыу хоҡуғын яулай, әммә йәшенә бәйле командаға индерелмәй (уға 34 йәш була). 1960 йылдың мартында СССР чемпионатында Федор 4х10 км эстафетала алтын һәм 30 км алыҫлыҡҡа уҙышыуҙа көмөш миҙал яулай.

1957 йылда биатлон буйынса беренсе СССР чемпионатында ҡатнаша, ул 30 км арала аҫылынып торған шарҙарға атыу менән «хәрбиләштерелгән саңғы уҙышы» форматында үткәрелә. Ярышта ул көмөш миҙал яулай.

1962 йылда 50 км-ға уҙышыуҙа — СССР чемпионы. 1962 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтына уҡырға инә.

1963 йылда Ленинград эргәһендәге армия ярышында 30 км арауыҡта еңеү яулай.

1963 йылдың 20 ғинуарында Ленинградта фажиғәле вафат була. Карелияла, тыуған ауылы Паданы зыяратында ерләнә[4].

Спорт карьераһы

  • 4х10 км эстафетала 1956 йылғы Олимпия уйындары чемпионы
  • 13 тапҡыр СССР чемпионы: 10 км (1953), 18 км (1954, 1955), 30 км (1954), 50 км (1954, 1962), 4х10 км (155. 1953, 1954, 1955, 1956, 1960 йй.)

Хәтер

  • 2005 йылдың 10 октябрендә Федор Терентьевтың тыуған илендә һәйкәл ҡуйыла[5]
  • 2011 йылдың 28 июнендә Петрозаводск ҡалаһында «Курган» республика тау саңғыһы үҙәге биләмәһендә һәйкәл асыла
  • 2012 йылдың 16 декабрендә Петрозаводск ҡалаһында Олимпия уйындары чемпионы Федор Терентьев исемендәге «Курган» республика спорт комплексын рәсми асыу тантанаһы үтә[6]

Иҫкәрмәләр

  1. Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. Т. 3: Р — Я. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2011. — С. 168—384 с.: ил., карт. ISBN 978-5-8430-0127-8 (т. 3)
  2. Терентьев Фёдор Михайлович. cska.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2025.
  3. «Я даже в 40 лет порву всех на Олимпиаде». Драматичная история лыжника Федора Терентьева. 6 март 2025 тикшерелгән.
  4. Чесалин, Михаил. Победить и умереть. Почему в СССР скрывали смерть олимпийского чемпиона. 6 март 2025 тикшерелгән.
  5. В селе Паданы установлен памятник Олимпийскому чемпиону Фёдору Терентьеву. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2012. Архивировано 20 февраль 2010 года.
  6. Карелия официальная. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 декабрь 2012. Архивировано 30 декабрь 2012 года.

Әҙәбиәт

  • Ветераны карельского спорта — фронтовики. — Петрозаводск, 2017

Тема буйынса өҫтәмә