Бажуков Николай Серафимович
Бажуков Николай Серафимович (1953 йылдың 23 июле, Троицко-Печорск[d], Коми Республикаһы) — совет спортсыһы, саңғысы, олимпия уйындарында ҡатнашыусы, хәрби хеҙмәткәр, майор. СССР Ҡораллы Көстәре, 1977 йылдан — ЦСКА клубы өсөн сығыш яһай. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1976). Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1976, 1980) кавалеры. Коми АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976). Сыктывкар ҡалаһының почётлы гражданы (2000)[2].
Биографияһы
Никола́й Серафи́мович Бажуко́в 1953 йылдың 23 июлендә Коми АССР-ының хәҙерге Троицк-Печорск ҡала тибындағы ҡасабаһында күп балалы ғаиләлә тыуған. Мәктәпте тамамлағас, автослесарь булып эшкә урынлаша, буш ваҡытта саңғы спорты менән етди шөғөлләнә.
1972 йылдың декабрендә Пермь ҡалаһында үткән Бөтә Союз ярыштарында үҙенең ағас саңғыһында, иң яҡын дәғүәсеһен ике минутҡа уҙып, 2-се урынды биләй.
Беренсе етди ярыштары — 1973 йылда Кавголовола (Ленинград) үҫмерҙәр араһында Европа чемпионаты. 15 км алыҫлыҡта, Е. Беляевтан 1 генә секундҡа ҡалышып, өсөнсө урынды ала (беренсе урында — немец спортсыһы)[2].
Свердловскиҙа үткән СССР халыҡтарының ҡышҡы спартакиадаһында 15 километрлыҡ дистанцияла ағас саңғыла, олимпия йыйылма командаһына һайлап алыу барышында, Николай бронза миҙал яулай. Бажуковты илдең олимпия йыйылма командаһына кандидат итеп алалар, пластик саңғы бирәләр.
Спорт ҡаҙаныштары
- 15 километрға йүгереүҙә 1976 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары чемпионы
- 4х10 километрлыҡ эстафетала 1980 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары чемпионы
- 1976 йылда ҡышҡы Олимпия уйындарында 4х10 км эстафетала бронза миҙал
- 1974, 1977, 1978, 1979, 1981 йылдарҙа 4х10 км эстафетала СССР чемпионы
- 1976, 1983 йылдарҙа 15 километрға йүгереүҙә СССР чемпионы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1976, 1980)[3]
- Коми АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976)[2]
- Сыктывкар ҡалаһының почётлы гражданы (2000)[2]
- Коми Республикаһы Троицк-Печерский районының почётлы гражданы (2016)[2]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Olympedia (ингл.) — 2006.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Бажуков, Николай Серафимович. ТАСС, информационное агентство (энциклопедия). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 9 апреля 1980 года № 1859—Х «О награждении орденами и медалями СССР спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта по итогам XIII зимних Олимпийских игр» // «Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик». — № 16 (2038) от 16 апреля 1980 года. — Ст.292.
Һылтанмалар
- Бажуков Николай Серафимович // Большая олимпийская энциклопедия: В 2 т. / Автор-составитель В. Л. Штейнбах. — М.: Олимпия Пресс, 2006.
- Николай Бажуков — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
- Бажуков Николай Серафимович. Сайт «Кто есть кто». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
- Советский лыжник, кто не по наслышке знает важность качества экипировки. Николай Бажуков — талант, выигравший в номинации «Приз—сюрприз». Сайт «Дзен» (7 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.